Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Декабрь 2019, 14:30

Күҙ һалығыҙ әле - тормош улай уҡ насар түгел икән!

Социаль селтәрҙәр кемуҙарҙан халыҡты күңелһеҙ хәл-ваҡиғалар, енәйәттәр менән шаҡ ҡатырғанда, яҡшы хәбәрҙәр һәм факттар тураһында хәбәр еткерге килә. Күҙ һалығыҙ әле - тормош улай уҡ насар түгел икән!

Социаль селтәрҙәр кемуҙарҙан халыҡты күңелһеҙ хәл-ваҡиғалар, енәйәттәр менән шаҡ ҡатырғанда, яҡшы хәбәрҙәр һәм факттар тураһында хәбәр еткерге килә. Күҙ һалығыҙ әле - тормош улай уҡ насар түгел икән!
Норвеж халҡы утрауҙың экологик системаһын һаҡлау өсөн Лофотен утрауҙарында нефть скважиналарын бырауламаҫҡа ҡарар иткән.
Швед донорҙары уларҙың ҡаны балаларының һаулығын һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән һайын атай-әсәйҙәрҙән рәхмәт һүҙҙәре яҙылған смс-тар ҡабул итә.
Ер йөҙөнән юғалып барыусы йән эйәләрен ҡурсалау законы һөҙөмтәһендә, диңгеҙ ташбаҡаларының һаны 980 процентҡа артҡан.
Таиланд супермаркеттары пластик пакеттарҙан баш тарҡан һәм тауарҙы банан япраҡтарына төрә башлаған.
Голландия донъялағы тәүге берәҙәк эттәрһеҙ ил булып киткән.
Римда метрола билет хаҡын пластик шешәләр менән түләп була.
Калифорния, йорт хайуанарын приюттарҙан алһындар өсөн, эттәрҙе, бесәйҙәрҙе, йорт ҡуяндарын һатыуҙы сикләй.
Донъя дөгө фермерҙары пестицидтар урынына үрҙәктәрҙе ҡуллана башлаясаҡ. Үрҙәктәр бөжәктәрҙе ашай, ҡый үләндәрен сүпләй ә дөгөгә теймәй.
Канада дельфиндарҙы күңел асыу сараларында ҡулланыуҙан тыя.
Голландияла автобус туҡталыштары ҡыйығында бал ҡорттары өсөн махсус сәскәләр үҫтерәләр.
Исландия әлегә донъяла ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың эш хаҡын тигеҙләүсе брҙә бер ил тип билдәләнгән.
Немец цирктары хайуандар һәм йәнлектәр урынана уларҙың голограммаларын файҙалана.
Үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙы кәметеү өсөн Швеция донъялағы тәүге психиатрия тиҙ ярҙамы хеҙмәтен булдырған.
Һинд ауылында һәр ҡыҙ бала донъяға килеү хөрмәтенә 111 ағас ултырта. Ошо рәүешле 350 000 ағас ултыртылған.
Нидерландта ҡоштарҙы һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн махсус рәүештә биш яһлама утрау булдырғандар. Ике йыл үткәндән һуң унда 30000 ҡош оса һәм 127 төр үлән үҫә.
Nasa спутниктары донъя егерме йыл элеккегә карағанда күпкә йәшелләнгән тип теркәгән.
Ә һеҙҙең үҙегеҙҙә ниндәй күңелле ваҡиғлар бар?
Читайте нас: