“Эй, китап әһелдәре! Динегеҙҙә сиктәрҙән сығып китмәгеҙ һәм Аллаһ хаҡында ла ялған һөйләмәгеҙ. Тейешлеһен генә һөйләгеҙ. Мәрйәм улы Ғайса – Аллаһтың рәсүле. Башҡа бер кем дә түгел. Аллаһтың Мәрйәмгә тапшырған һүҙе һәм Үҙенән өргән рух. Аллаһҡа һәм уның илселәренә ышанығыҙ. Аллаһ – өс“, - тип һәс тә әйтмәгеҙ. Ул һүҙҙән тыйылығыҙ. Әгәр тыйылһағыҙ, үҙегеҙ өсөн хәйерле. Аллаһ бер генә. Бала атаһы булыуҙан пак. Ерҙә һәм күктәрҙә булған бөтә нәмә – Уныҡы. Кешеләрҙе яҡлаусы вәкил булараҡ, Ул үҙе етә. Аллаһтың ҡөҙрәте сикһеҙ”.