Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Декабрь 2019, 18:00

Яңы йыл бүләге. Хикәйә.

Күҙ йәштәренә быуылып, тауышһыҙ һулҡылдап илай-илай атланы Ғәлиә. Битенә, сикәләренә һарлығып, иғтибарҙы үҙҙәренә йүнәлтергә теләгән ҡар бөртөктәрен тойманы ла, күрмәне лә гүйә. Ерҙең тик аҡлыҡтан, тик сафлыҡтан ғына торған был мәлендә ҡыҙ өсөн бөтә донъяны һөрөм баҫҡан, күңел күген мәңге асылмаҫтай ҡара болоттар ҡаплап алғайны. Подъезд ишеген магнит асҡысы менән асып ингәс, баҫҡыстарҙан күтәрелергә хәле етмәйсә, ярымҡараңғыла һәрмәнеп килеп стенаға терәлде. Ҡалтыранған ирендәре субырлап аҡҡан йәштәрен йота-йота бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы: «Нишләп яраттың мине был донъяға, Аллам?!! Нишләп тыуҙырҙың!..» Тик уға аулаҡлап күңелен бушатып алырға ирек бирмәнеләр, өҫтәге майҙансыҡта кемдәрҙер бар булып сыҡты, бына улар һаҡ ҡына итеп үҙ-ара һөйләште:

Миләүшә Ҡаһарманова
Яңы йыл бүләге
Хикәйә
Күҙ йәштәренә быуылып, тауышһыҙ һулҡылдап илай-илай атланы Ғәлиә. Битенә, сикәләренә һарлығып, иғтибарҙы үҙҙәренә йүнәлтергә теләгән ҡар бөртөктәрен тойманы ла, күрмәне лә гүйә. Ерҙең тик аҡлыҡтан, тик сафлыҡтан ғына торған был мәлендә ҡыҙ өсөн бөтә донъяны һөрөм баҫҡан, күңел күген мәңге асылмаҫтай ҡара болоттар ҡаплап алғайны.
Подъезд ишеген магнит асҡысы менән асып ингәс, баҫҡыстарҙан күтәрелергә хәле етмәйсә, ярымҡараңғыла һәрмәнеп килеп стенаға терәлде. Ҡалтыранған ирендәре субырлап аҡҡан йәштәрен йота-йота бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы: «Нишләп яраттың мине был донъяға, Аллам?!! Нишләп тыуҙырҙың!..» Тик уға аулаҡлап күңелен бушатып алырға ирек бирмәнеләр, өҫтәге майҙансыҡта кемдәрҙер бар булып сыҡты, бына улар һаҡ ҡына итеп үҙ-ара һөйләште:
— Ишетәһеңме, Шакир ағай, берәү илай әллә?..
— Бесәйҙер... Бында подъезд тулы эт тә бесәй...
Тынып ҡалдылар. Ғәлиә иһә үкһеүен быуырға тырышып үҙ-үҙе менән көрәште.
Өҫтәгеләрҙең берәүһе тағы телгә килде:
— Ысынлап илайҙар ахыры... ҡана ҡарайым әле.
Теге әҙәм аҫҡа ыңғайлауға ҡыҙ өрккән илек ише баҫҡыстарҙан үргә йүгерҙе, әйтерһең дә яңы ғына фатирына барып етерлек көс таба алмай тормаған. Өс ҡатты һә тигәнсе елеп үтеп дүртенсе ҡаттың баҫҡыс майҙансығында тегеләрҙең алдына килеп тә баҫты. Уға ярҙам ҡулы һуҙырға теләгәне бер ҡатты ла төшөп етә алмаған икән. Аптырарға ла түгел. Былар бит уның күршеһе - мәңге айныҡмаҫ Шәкир ағайҙың дуҫтары. Үҙе кеүек үк һәр ваҡыт йә иҫереп, йә баш төҙәтергә эҙләп йөрөгән әтрәгәләмдәр. Күршеһен күргәс, сүгәләп ултырған Шәкир ағайҙың былай ҙа ҡәнәғәт йөҙө тағы ла яҡтыра төштө:
— Аһ-аһ, ҡарындаш, кем тиһәк әле, һин икән дә...
Тик Ғәлиәгә был алсаҡлыҡ артыҡ тәҫир итмәне:
— Тағы подъезда һабантуй үткәрмәксеһегеҙме?!
— Тартырға ғына сыҡтыҡ, ҡарындаш, бына ҡустылар килгәйне ҡунаҡҡа...
— Ҡунаҡтарығыҙ бөтмәҫ! Тауыш сығарһағыҙ бер һүҙһеҙ полиция саҡырам, һеҙҙең арттан подъезд таҙалап йөрөү етте!
— Ярай-ярай, ҡарындаш, өн дә сығармабыҙ, хәҙер инәбеҙ, хәҙер... – күршеһенең солтан хеҙмәтсеһеләй баш эйә-эйә сөсөләнеп һөйләнеүенә иғтибар ҙа итмәҫтән ҡыҙ сумкаһы төбөнән асҡыстарын соҡсоноп табып үҙ фатирын асты, бары һуңғы һүҙҙәр генә ишеккә ҡыҫылып өҙөлдө, — Был минең күршебикәм ул, ҡустылар, уҡытыусы, институтта уҡыта, бик етди ҡыҙыҡай, шулай ҙа һәйбәт ул, һәйбәт...
Ғәлиә туп-тура залға үтте һәм өҫтөндәге ҡиммәтле тунын һаҡһыҙ сисеп балаҫҡа ырғыттып, итектәрен дә һалып бер яҡҡа быраҡтырғас, бөхтә ябыулы диванына ауҙы ла, фатирындағы ҡотһоҙ яңғыҙлыҡтан, һалҡынлыҡтан һаҡланырға теләгәндәй, бесәй балаһы шикелле йомарланды. Бәлки, шулай итһә, был ҡотолғоһоҙ ауыр тойғолар, йөрәген тырнаған бахырлыҡ, кәмһенеү, түбәнһетелеү хисе уны йәлләп ҡалдырыр?
... Элекке көн кис әхирәтенә ҡуна барғайны. Дөрөҫөрәге, әхирәте Гөлфиә телефондан балаларын алып ҡалыр тороуҙы һорағайны, «һорағайны» тигәне лә, ғәҙәттәгесә, «Ғәлиә, балалар һиңә ҡала инде» йәки «Йортта ҡалдырырға һинән башҡа кеше юҡ», ул да булмаһа «Һинән башҡаға ышаныс юҡ инде, әхирәт» тигәнерәк үтенескә ҡарағанда хәл ителгәнде хәбәр итеү генә була ул. Ул арала әхирәтенең ире Гәрәй машинала килә һалып елтерәтеп алып та китте. Дуҫтарын туйға саҡырғандар икән. Ғәлиә был йортта тәүге тапҡыр ғына донъя көтөп ҡалмай, шунлыҡтан әхирәтенең күрһәтмәләрен тыңлап та тормаҫтан: «Йә-йә, сыға һалығыҙ, баланы илатаһығыҙ атыу», - тип тегеләрҙе ашыҡтырып йыйындырып та ебәрҙе. Иркен ҡалғас башта танһығы ҡанғансы ике бәләкәсте һөйҙө, уйнатты, унан мәктәп уҡыусыһы булған өлкәненең дәрестәрен тикшереп сыҡты. Бергәләшеп гөрләшеп киске аш ашап, тәнәйҙәрҙе ҡуйынына һалып еҫкәп кенә йоҡлатты. Икенсе көн дә төшкәсә ваҡытты уйын-көлкө менән үткәрҙеләр. Эңер ҡуйырыуға ата-әсә ҡайтты. Арманһыҙ булып арығандар, ир кеше арыуыҡ һуҡмышлап алған. Балаларҙы үҙ бүлмәләренә ебәргәс, өсәүләшеп туй мажараларын һөйләшеп табынлап алдылар. Яйлап һүҙҙең осо етеп килгән Яңы йыл байрамына барып ялғанды. Гөлфиә йылдағыса әхирәтен байрамды үҙҙәре менән бергә ҡаршыларға саҡырҙы. «Балаларға һинең беҙҙә булыуың үҙе байрам. Яңғыҙың нишләп ултыраһың? Әйҙә кил, бергә-бергә күңелле булыр», - тип өгөтләне. Шул ваҡыт балалар бүлмәһенән сар-сор иткән тауыштар килеп етте. Һуңғы көндә әсәй роленә ныҡ инеп киткән Ғәлиә «Ой, бәләкәстәр һуғыша!» - тип торҙо ла йүгерҙе. Ысынлап ике һәм өс йәштәрҙәге сабыйҙар бер ҡурсаҡты бүлә алмай ыҙғыша икән. Уйынсыҡтар йәшнигенән шундайыраҡ тағы бер ҡурсаҡ табып алып, уның сәс-башын рәтләп, маҡтап-маҡтап ҡыҙҙарҙың берәүһенә тотторҙо ла, аш бүлмәһенә килешләй, эстән Гәрәйҙең ярайһы тауышланып һөйләнгәненә ҡолаҡ һалып, туҡтап ҡалды.
— Нимәһен тағы быныңды саҡыраһың ул?! Нишләп мин байрам һайын уға ҡарап ултырырға тейеш? Исмаһам ире булһа икән!
— Һуң, Гәрәй, - Гөлфиә ирен тынысландырмаҡсы, - ул бит яңғыҙ...
— Уның яңғыҙлығында минең ней эшем бар? Әйҙә улайһа, яңғыҙ булғандарҙың барыһын да йый. Йүнле булһа ултырмаҫ ине әле.
— Балалар үҙен ярата, ураған һайын көн дә төшөп тора. Булмаған ирҙе ҡайҙан алһын инде...
— Ир менән йәшәр өсөн дә баш кәрәк, үҙең шулай тиергә яратаһың түгелме?
— Был осраҡта әйтмәйем бит.
— Ҡыҫҡаһы – все! Яңы йылда мин һинең яңғыҙ бисәңә ҡарап ултырырға теләмәйем! Ҡарарлығы булһа икән. Парлы берәйҙәрен саҡырабыҙ.
Ары Гөлфиә иренә уны яҡлап нимәләр әйткәндерме-әйтмәгәндерме - Ғәлиә уларҙы артабан тыңлап тора алманы. Ишеткәндәренән яман эш өҫтөндә тотолған шикелле булып ҡалтыранып, ҡабалана-ҡарһалана шунда ишек төбөндә торған итектәрен кейҙе лә, элгестән йолҡоп алып тунын ябынғас, башлығын эҙләп тә тормоҫтан тышҡа атылды. Уның сығып ҡасҡанын өйҙәгеләрҙең береһе лә аңғарып өлгөрмәне.
«Байрам һайын яңғыҙ бисәңә ҡарап ултырмайым», - тейме шул Гәрәй, Уйлап ҡараһаң, дөрөҫ әйтә бит. Нишләп улар көтөп алған Яңы йылдарын минең менән үткәрергә тейеш? Үҙҙәре кеүек ул парлы, балалы ғаилә менән ултырһалар күпкә күңеллерәк түгелме ни? Гөлфиә шул мине йәлләп саҡырған булалыр ҙа, мин – иҫәр, барыр ерем булмағас, һап итеп бара ла етәм инде...»
«Ҡарар ере булһа икән», - тип тә дөрөҫ әйтә инде Гәрәй. Ҡарар ғына ере юҡ шул. Табаҡ биттә таржыҡ танау ҙа, аран ауыҙ. Көлһә тештәре ҡыйыш, күҙҙәре иһә иламаһа ла шешмәкләнеп, ҡабаҡһыҙ булып тора. Буйға ла бүкән шикелле бит ул, күпме генә аҙыҡ-түлекте самалап ашап, диеталар тотоп маташһа ла тәне тын өрҙөргән кеүек тығыҙ, аяҡ-ҡулдары мускуллы, көслө...»
«Тимәк, башҡа ғаиләле дуҫтары ла уны Гәрәйҙәр кеүек кәрәк булғаны өсөн генә тоталар, саҡыралар. Ә башҡа нимәгә хәжәте бар уның – утыҙ бишкә еткән ямаҡ ҡарт ҡыҙҙың. Әхирәт тип йөрөгәндәренең ирҙәренә Ғәлиәнең аҡылы ла, физика фәндәре доценты булыуы ла кәрәк түгел, ә уның янында үҙҙәре менән аралашырлыҡ ире булыуы зарур. Шул булмаған ирҙең улар менән өҫтәл артында араҡы һемереүе йәки балыҡҡа йөрөүе, бик булмаһа эшкинмәгән машиналарын соҡоп, тәмәке көйрәтеп гәп һатып ултырыуы һан!»
... Илап-көйөп ята торғас ойоп киткән. Ишегенә «гөрҫ» итеп нимәлер килеп бәрелгән тауышҡа ҡурҡып уянып китте. Бүлмә дөм ҡараңғы, теге көн фатирынан кис сығып киткәс, ҡорғандарын да асмаған. Ул арала ишеккә тағы ла бер һуҡтылармы, типтеләрме лә аңлайышһыҙ ҡысҡырыштылар.
«Ну, был алкаштар!» Ғәлиә утын ҡабыҙып та тормаҫтан барып ишеген асып ебәрҙе лә, аяҡ аҫтында көрмәкләшеп ятҡан ирҙәргә ҡарап:
— Тороғоҙ давай! Юғалығыҙ күҙемдән! Шакир ағай, мин һиңә нимә тип әйттем?! – тип тауышын баҫа төшөп ҡаты өндәште.
Һуғышыусылар көрмәкләшеүҙән туҡтаһа ла, тора һалып баҫырға ашыҡманы, хәлдәре лә юҡтыр инде. Уларҙы айырып маташыусы, бая ҡайҙалыр илаусыға ярҙамға бармаҡсы булған йәшерәге, теге икәүҙе тартҡылап торғоҙҙо. Ғәлиә үтә тишерҙәй булып әлеге иргә төбәлде:
— Быныһына нимә ҡалмаған, йәш башы менән бабайҙар араһында эсеп йөрөмәгә!
Йәш ир уңайһыҙланғандай итте, аҡланырға теләп нимәлер әйтергә уҡталды ла, бары ауырлыҡ менән ыңҡылдатып тын юлына килеп ингән төйөрҙө генә йота алды. Унан ҡыҙҙың утлы ҡараштары аҫтында иптәштәрен алмаш-тилмәш һөйрәкләп ҡаршылағы фатирға ташыны. Ишек алдындағы майҙансыҡ бушауға Ғәлиә лә шап иттереп ишеген япты. Тик кире урынына етеп тә өлгөрмәне һаҡ ҡына итеп тағы шаҡынылар. Быға ла аптыраманы хужабикә. Ул бит эскесе күрше менән йәшәй. Шунлыҡтан төнгө һәм көндөҙгө әллә ни төрлө сәйер хәлдәргә, ҡауғаларға, ыҙғыш-һуғышҡа һәм бурысҡа аҡса теләнселәүҙәргә күнегеп бөткән. Әле лә, Шакир ағаһының бик ныҡыш кеше һәм уны ишетмәмешкә һалышыуҙың файҙаһыҙ икәнлеген белгәнгә, боролоп килеп һелкетә тартып ишекте асты ла:
— Шакир ағай, үтенәм!.. – тип башлағайны ғына, алдында йыуаш йылмайып торған баяғы ирҙе күреп албырғап китте.
— Ғәфү итегеҙ... Ней, һеҙҙән ғәфү үтенәйем тигәйнем... баяғы өсөн, - ир кеше уңайһыҙланыуҙан әле бер, әле икенсе аяғына аушайҙы.
Күршеһе ғауға сығарғанының иртәгеһенә һәр ваҡыт бына ошолай килеп тора ла, бөҙрә китап һүҙҙәре менән ғәфү үтенә, инде лә мәңге улай итмәҫкә ант итә, тағы ла шулай ҡыланһа үҙен әллә нимәләр эшләтергә лә рөхсәттәр бирә лә... өс-дүрт көндән шундай уҡ мажараны ҡабатлай. Ҡыҫҡаһы, Ғәлиәгә бындай хәл дә бик таныш һәм өйрәнелгән.
— Ай, Аллам! Шайтанымамы миңә һинең килеп тороуың. Теләһә нишләгеҙ, хет суҡынып ултырығыҙ, тик минең ишек төбөндә түгел. Аңлашылдымы?!
— Эйе-эйе, тик шулай ҙа ғәфү итегеҙ инде, һылыу.
— Мин һеҙгә бер ниндәй ҙә һылыу түгел.
— Бәлки... Һеҙ бая илай инегеҙ шикелле...
— Вот это не твое дело! Алкаш! – Асыуынан сәсәп китә яҙған ҡыҙ тегенең танауы төбөндә ишеген шап иттерҙе лә, ғәрлегенән шунда уҡ һығылып төшөп илап ебәрҙе. «Алкаш! Хайуан! Хәҙер ошо эскесегә генә көлөргә ҡалған...»
— Уф, Аллам, нишләп кенә дөмөктөрмәйһең... Нишләп кенә тыуҙырҙың был донъяға... – тип таҡмаҡлай-таҡмаҡлай буҙланы ул. Аҙмы-күпме шулай ултырып, бер аҙ ярһыуы баҫылғас та торорға ашыҡманы әле. Был фатирҙа ҡайҙа, күпме, нисек ултырһа ла, ятһа ла, торһа ла бер кемгә ҡамасауламаясаҡ! Сөнки бында уның үҙенән башҡа йән әҫәре юҡ!
— Һылыу... – ишек артынан һаҡ ҡына әйтелгән был һүҙҙән Ғәлиә йыландан ҡасҡандай тайшанды, йәһәт кенә усы менән танауын һыпырып, тауышына ҡатылыҡ бирергә тырышып:
— Кем бар унда?! – тип өндәште.
— Мин, һылыу, Ғаяз.
— Ниндәй Ғаяз тағы?
— Яңы һеҙҙең менән һөйләшкән... Шакир ағайҙың...
— Аңлашылды. Нимә кәрәк?
— Миңә - бер нәмә лә... Һеҙ һылыу иламағыҙ...
— Ни-мә-ә?!- «Ах, китмәй торған бит был, вис ишетеп торҙо микән?..»
— Иламағыҙ улай... Юҡ-барҙы күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ. Һеҙ көлөп-йылмайып ҡына йәшәй торған кеше.
— Кит бынан, хәҙер полиция саҡырам.
— Китәм-китәм, тик һин илама, йәме.
Ул арала ҡаршылағы ишек асылып-ябылды. Инеп китте шикелле. Ә Ғәлиә һаман да ишеткәндәренән шаҡ ҡатып шул ерендә ултыра бирҙе. «Бына инде, хәҙер уны нәмә белмәй эсеп-туҙып йәшәгән эскеселәр ҙә йәлләй башланымы... Әллә нимәләр һөйләгән була бит әле... Йүнһеҙ...»

Таң һыҙылыуға ғына йоҡо дарыуы эсеп саҡ йоҡлап киткәнлектән, төшкә генә күҙҙәрен көсләп аса алды Ғәлиә. Түшәмгә төбәлеп тағы ла бер сәғәттәй ятты. Ә ҡайҙа ашығырға? Яңы йыл каникулдарына сыҡҡандар, бөтә донъя ял итә. Иртәгә байрам. Тик уның өйөндә байрам кәйефенең әҫәре лә юҡ. Киреһенсә, мәйет сыҡҡандағылай ауыр, ҡараңғы. Ул ике аҙналыҡ ялын ошолай ятып та үткәрә ала, быға берәү ҙә аптырамаясаҡ та, хатта был хаҡта берәүҙә белмәйәсәк тә. Ҡыҙ шундай уйҙарға баҫылып ята бирҙе.
Телефон шылтыраны. «Кем өй телефонына шылтыратырға мөмкин? Ә кеҫә телефоны ҡайҙа һуң әле? Улар бит сумкаһы менән Гөлфиәләрҙә тороп ҡалды. Вот, иҫәр, алйот!»
Ныҡышып зыңлаған телефонды тороп алырға тура килде. Гөлфиә икән.
— Сәләм, әхирәт! – тип сағыу тауыш менән ҡысҡыра был.
— Сәләм.
— Нимә ауырып тораһыңмы әллә? Ни булды?
— Юҡ, сәләмәтмен, яңы уяндым...
— Үәт, йоҡосо! Һиңә ней рәхәт, таң һарыһынан тырнап торғоҙған сабыйың булмағас, рәхәтләнеп йоҡо һимертәһең. Мин, бахыр, иҙерәп йоҡлау хаҡында хыялланам ғына.
— Ҡуй инде... – Ғәлиә трубканы һалып ҡуйырға ла иткәйне, тик ихлас һөйләшеп торған әхирәтен йәлләне.
— Ҡарале, Ғәлиә, кисә ҡалай сыға һалып ҡайтҡан да киткәнеңсе, сумкаң менән телефоның ҡалған, шапкың да. Ай-һай берәйһенә ашыҡҡанһыңдыр ул!
— Шулайтҡан тей.
— Ярай, киләһеңдер бит, бөгөн Яңы йыл да инде, әҙерләнергә кәрәк. Мин бынау ыбыр-сыбырҙан бер бушай алмайым, аш-һыу араһында булашыр хәл дә юҡ, ике яҡтан аҫылынышып тик йөрөйҙәр. Йә, нисәгә киләң?
— Нисәгә тип... Нәмә бит әле, Гөлфиә... Мин килә алмаҫмын ул.
— Нисек инде?.. Ҡайҙа бараһың?
— Бармайым, өйҙә булам.
— Бер үҙеңме? Бәй, бер үҙең бире шикелле нишләп ултырмаҡ булаһың, иҫәр?!
— … Бер үҙем булмайым...
— Ә кем була тағы? – Гөлфиәнең матур күҙҙәрен түп-түңәрәк итеп аптырап китеүен күҙ алдына килтереүҙән Ғәлиәнең күңеле күтәрелеп китте. Ә теле үҙе теләгәнде бытылданы:
— Берәү була... килә...
— А-ах, шилма! Үәт, йомоҡ! Миңә лә һиҙҙермәй кем менән танышып ятаһың унда?! Хәҙер үк үҙем киләм, һөйләтәм, күрәм!
— Пока әйтә алмайым. Ныҡышма!
— Ярай атыу, ну үпкәләйем, ҡара аны. Һинең өсөн бик шатмын да бит, әхирәт, тик һинһеҙ нисек итеп байрамды үткәрермен икән, бөтә нәмәне магазиндан алмағанда, бынау балалар менән...
— Йә инде, үткәрерһегеҙ әле. Ҡабаланам, эшем күп.
— Аңлашылды-аңлашылды, әхирәт, етеп килгән Яңы йыл менән һине. Байрамдан һуң мотлаҡ беҙгә алып киләһең, көтәбеҙ! Пип-пип-пип...
Инде лә кире ятып булмаҫ, йоҡоһо ла осто. Аш бүлмәһенә үтеп сәйнүк сыжлатты, үлән ҡушып сәй бешерҙе лә, сынаяғын тотоп тәҙрә алдына килеп баҫты. Тышта шундай матур, елберләп кенә ебәк ҡар яуа, бар тирә яҡ аҡлыҡҡа, сафлыҡҡа төрөлгән. Ҡаршылағы магазиндар, баҙар рәттәре мең төрлө төҫлө уйынсыҡтар, йүгерек уттар менән биҙәлгән. Ҡулдарына аҙыҡ-түлек, йылтыр ҡумталарға төрөлгән бүләктәр, шыршылар тотҡан кешеләр тегеләй ҙә былай ҙа үтеп кенә тора. Тик уларҙың береһе лә уға ашыҡмай, уны бер ерҙә лә көтмәйҙәр...
“Туҡта, нишләп Яңы йылды бер үҙе ҡаршылай алмай әле ул?” Ҡапыл башына килеп төшкән ошо уйҙан ҡыҙҙың яурындары турайып, ҡараштары асылып китте. Ысынлап та! Ниңә уға шыршы ултыртып өҫтәл япмаҫҡа?
Өс минуттан Ғәлиә эргәләге баҙарҙа шыршы һайлай ине инде. Быға тиклем уның бер тапҡыр ҙа үҙе һайлап шыршы алғаны булманы. Шуға ла әле ҙурҙарын, әле бәләкәстәрен тотҡолап икеләнде.
— Ҡунаҡтарығыҙ күп булһа танцы-маҙарға ҡамасауламаһын өсөн бәләкәйерәкте ҡарағыҙ, аҙ булһағыҙ инде ҙурырағын алырға була, - һатыусы егет бик аҡыллы булып кәңәштәрен бирҙе. Ғәлиә иһә: «Ә бөтөнләй яңғыҙ булһаң?» - тип әсе генә һүҙ атмаҡсы ине лә, тупаҫлыҡтың урынһыҙ һәм ваҡытһыҙ икәнлеген аңлап өндәшмәне. Уның яңғыҙ булыуында шыршы һатыусының ни ғәйебе бар?
— Бына ошо шыршыны алығыҙ. – Ҡыҙ таныш тауышҡа йәлп итеп боролоп ҡарауға кисәге Шәкир ағай ҡунағын күрҙе. Теге уртаса оҙонлоҡтағы бик ҡупшы ғына шыршыны алып уға һондо. — Һеҙҙең фатирға ошоһо яҡшы булыр.
Ғәлиә шыршыға тотонорға ашыҡманы:
— Һеҙ минең фатирҙы ҡайҙан беләһегеҙ?
— Һеҙҙеке лә Шакир ағайҙыҡы кеүектер бит. Мин дә уға ошо ҙурлыҡтағын һайлайым.
— Шакир ағайға шыршы кәрәкме? – ҡыҙ мыҫҡыллап ирен ситтәрен ҡыйшайтты.
Тик тегеһенең артыҡ иҫе китмәне. Бары тик:
— Нишләп кәрәкмәһен, матурлыҡ һәр кемгә лә кәрәк, - тип ике шыршыны ла алып йортҡа ҡарай китте. Ғәлиәгә түләй һалып, тая-тая артынан йүгерергә генә ҡалды.
Ҡайтып еткәнсе ләм-мим һөйләшмәнеләр. Ир кеше ҡыҙҙың шыршыһын ишеге төбөнә һөйәне лә үҙҙәренә инеп тә китте.
Был шыршыны ултыртыу ҙа бер мәшәҡәт икән. Ултырғысты баш түбән ҡуйып шуның эсенә нығытып та, мөйөштәге торбаға бәйләп тә ҡараны – ҡолай ҙа китә, ҡолай ҙа китә. Нишләргә был, иҙәндә ятҡан килеш биҙәп булмай бит инде. Ғәҙәттә, был фатирҙағы бар ирҙәр эшен Шакир ағай башҡара торғайны. Ул крандарҙы алмаштырһын тиһеңме, электр приборҙарын йүнәтһенме, телевизор, һыуытҡыс боҙолһонмо, яңы мебелде йыйыу булһынмы – барыһын да шул алтын ҡуллы ағай башҡарҙы... айныҡ булғанда, әлбиттә. Ул саҡтарҙа күршеләр һәр ваҡыт татыу булып килешеп кенә йәшәгән шикелле гәпләшеп ултырып яйлап сәй эсә, ҡыҙ яңғыҙаҡ өлкән кешене тәмле бәлештәр, аштар менән һыйлай, өҫ-башын йыуып, бөтәйтеп бирә, сөнки тегеһе бер ваҡытта ла хаҡ алмай, көсләп тә тоттороп булмай үҙенә. Ә бына эсеп алһа – бөттө, алмаштырған кеүек була ла ҡуя кеше.
«Айныҡманы микән...» Инде оҙайлы ваҡыт шыршы менән «көрәшкән» ҡыҙҙың күршеһенә барып шаҡыуҙан башҡа сараһы ҡалманы. Ишекте теге әҙәм асты.
— Һаумыһығыҙ тағы ла бер тапҡыр. Шәкир ағай ни хәлдә?
— Арыу, - ир кеше быға ни булған тигән кеүек ҡарап тора..
— Айныҡмы? Айныҡ булһа миңә шыршы ултыртып бирмәҫме икән?
— Айнығыуын айныҡты ул, әммә... йоҡлай бирһә тигәйнем.
— Ә-ә, ярай улайһа, - Ғәлиә ҡырт боролоп китеп үҙ ишегенә тотоноуға теге уның артына уҡ килеп тә баҫты:
— Рөхсәт итһәгеҙ, мин ҡуяйым...
— Һеҙ?... Белһәгеҙ...
Иҙән уртаһында аунап ятҡан, улай-былай һөйрәткеләп йөрөткәндән арыуыҡ энәләрен ҡойоп өлгөргән мәхлүк шыршыға бер генә күҙ һалды ла, фатирына кире барып ағас киҫәктәре, бысҡы-сүкештәр тотоп килеп, эшкә лә кереште был. Ярты сәғәттән тороп та баҫты шыршыһы һәм үҙенең ҡупшылығы, күркәмлеге менән өйҙө йәмләп ебәргәндәй булды. Был күренештән бөгөнгө көндә тәүге тапҡыр ихлас йылмайып ебәрҙе Ғәлиә. Ысынлап күңелле булып китте. Уға ла байрам килә бит!
— Һеҙгә йылмайыу килешә. Ҡышҡы ҡояш кеүекһегеҙ.
«Абау! Нимә һөйләй был әҙәм? Ни тигән була шул?!» Ҡыҙ күҙҙәрен селт-селт йомғолап иргә боролоп уҡ ҡараны:
— Эсеп тә өлгөргәнһегеҙме?
Хәҙер инде тегегә аптырауға сират етте:
— Нишләп сразу «эсеп»?
Мәғәнәһеҙерәк хәбәр һалғанын аңланы Ғәлиә лә. Нимә әйтергә белмәй ыуаланды. Тегеһе сығыуға ыңғайланы. Ҡыҙ ашығып:
— Рәхмәт, .... – тине лә исемен әйтә алманы – белмәй бит һуң.
— Ғаяз. Исемем Ғаяз минең, Ғәлиә, - ишек ипләп кенә ябылды.
Көндөң бер аҙ ваҡыты шыршыға уйынсыҡтар, аҙыҡ-түлек һайлап алыуға бағышланһа, ҡалған өлөшө бешеренеп-төшөрөнөүгә арналды. Зал уртаһындағы түңәрәк өҫтәлен әллә ни төр аш-һыу менән ябып, күҙ ҡамаштырырлыҡ итеп биҙәп ташланы, әйтерһең дә бер өй ҡунаҡ саҡырған. Юҡ, был хаҡта уйламаны ҡыҙ, ә бары бик яҡын, ғәзиз кешеләрен көткәндәй, уларҙың күңелен табыу өсөн тырышҡандай ашығып, йүгермәләп йөрөп яратты, бөхтәләп теҙҙе аҙыҡтарын. Һәр бер тәрилкәһенә күңел йылыһын, берәүгә лә билдәле булмаған йөрәк наҙын, матурлыҡ яһай белеү һәләтен һалды.
Һый менән эште бөтөргәс ҡысҡыртып музыка ҡуйҙы, шыршыһының уттарын ҡабыҙҙы ла душ ҡойоноп алырға булды. Ләззәтләнеп йылы һыу аҫтында торғанда ла, фен менән сәстәрен киптереп бер ыңғайға һалып маташҡанда ла, макияж һылап булашҡанда ла уның мейеһенә “Кем өсөн былар барыһы ла?! Кем килә һиңә?!” тигән һалҡын уйҙар быраулап инергә тырышты. Ләкин ҡыҙ еңмешләнеп был ҡара уйҙарҙы кире ҡарҡты, йәненә бахырланырға, бирешергә ирек бирмәне. Һикереп төшөп йә тыптырлап бейеп китте, йә ҡысҡырып йырлап ебәрҙе, күлдәгенең дә иң яратҡанын – һомғоллоҡ, нәзәкәтлек биргәндәй булған ялтыр нағыштар менән биҙәлгән ҡараһын кейҙе. Хатта быға тиклем бер ваҡытта ла ҡыланмағанын ҡыланды – әллә нисә йыл үҙ мәлен көтөп шифоньер төбөндә ултырған осло үксәле ялтыр туфлийҙарына менеп баҫты. Унан һаҡ ҡына атлап китте. «Аһа, атлай ала ла һуң! Ә ул бындайҙа йөрөй белмәйемдер тип, көлкөгә ҡалырмын тип, яҡын да килмәгән була». Шул килеш көҙгө алдына килде. Әллә күпме тырышыуынан һуң Ғәлиәгә ҡаршыһына үтә лә сибәр ҡыҙ килеп баҫыр кеүек ине, тик һаман да шул уҡ таржыҡ танауҙы, ҡапыс күҙҙәрҙе һәм алма шикелле булып алһыуланған йоморо сикәләрҙе күрҙе. «Йә... ары нимә?..» Күҙҙәренең эсен әсе йәш өттө. «Юҡ! Ярамай! Иларға ярамай – тушь аға!» Тик йәштәре ҡыҙҙың эстән асырғанып ҡысҡырыуын ишетмәнеләр, ҡара буяуҙы ҡушып алып, юлаҡ-юлаҡ эҙ ҡалдырып йүгерештеләр...
Тертелдәтеп ишек ҡыңғырауына заңланы. «Кем булырға мөмкин?!..» Ҡапыл ошо ҡыңғырау тауышынан, сүллектә аҙашып хәлһеҙләнгәндә ҡоҙоҡ күреп ҡалған шикелле ярһып ҡыуанды ла, был бары мираж ғына булып ҡуймаһын тип шул уҡ секундта ҡурҡып битен ҡапланы. «Кем булһа ла булһын, тик ул булһын ғына. Кемгә лә сикһеҙ шат буласаҡ ҡыҙ бөгөн, кемде лә оло ҡунаҡ итеп ҡаршы аласаҡ. Ете ят әҙәм булһын, яңылыш килеп юлыҡҡаны булһын, да хет шайтан үҙе булһын, әммә кемдер килһен бында бөгөн... Юғиһә, ул аҡылдан яҙасаҡ...»
Ғәлиә йәштәрен яҙа-йоҙа һөртөп ишеккә ташланды. Китеп бара күрмәһен!
Унда, эстән таптыр-топтор йүгереп килеп, ишекте ҡапыл шар асып ебәреп әллә иларға, әллә көлөргә маташҡан ҡыҙҙың сәйер ҡылыҡтарын нисек баһаларға ла белмәй һағайып ҡарап, Ғаяз тора ине. Ҡулына ябай тәрилкәгә өймәләм итеп һалып ҡатмарлы булмаған ғына салат тотоп алған булған. Ҡыҙ берсә зәңгәр күлдәк, ҡара салбар кейеп бөхтәләнеп алған иргә, берсә сөгөлдөр менән тоҙло кәбеҫтәнән әтмәләнгән салатҡа алмаш-тилмәш күҙ йүгертте. Ахырҙа Ғаяз тәрилкәһен һуҙҙы:
— Һеҙгә Шакир ағай байрам күстәнәсе ебәргәйне.
— Ш-шакир ағай... Үҙе ҡайҙа, нишләп инмәй?
— Ауырып тора, ятты инде...
— Яттымы... Ула-ай... Ә һеҙ.... Әйҙә, үтегеҙ. Ун биш минуттан Яңы йыл бит инде.
Тегеһе был көтөлмәгән саҡырыуға ни тип яуапларға ла белмәй, ҡыҙҙың яурыны аша эскә күҙ һирпте лә:
— Һеҙ кемдәрҙелер көтәһегеҙ, буғай, - тине.
— Һеҙҙе, - был яуаптан егет тә, хатта ҡыҙ үҙе лә бер килкегә телһеҙ ҡалды.
Эйәртенешеп эскә үттеләр. Ғаяз өҫтәлдәге һығылып торған һый араһына үҙенең ҡулындағыһын ҡуйҙы ла ирекһеҙҙән көлөп ебәрҙе. Уны күҙәтеп торған ҡыҙ ҙа көлдө.
— Бында иң шәбе минең салат булып сыҡты.
— Зыян юҡ. Әйҙә һеҙ йәһәтерәк шарапты асығыҙ, мин аш килтерәм.
Ике-өс минут эсендә был эштәрҙе башҡарып, ҡара-ҡаршы ултырышып алдылар. Икеһе лә шундай шат, шундай ҡәнәғәт, ауыҙҙарын йыйып ала алмай текләшәләр. Әйтерһең дә осраҡлы ғына таныштар түгел, ә күптән бер-береһен белгән, ә бәлки хатта ки бер-береһен өҙөлөп һөйгәндәр.
— Ашағыҙ! - Ҡыҙ был һүҙҙәрҙе илһамланып әйтә.
— Ашайым...
— Эсегеҙ!
— Эсәм...
Ул арала зәңгәр экранда президент һүрәте пәйҙә булды. Аяҡ үрә баҫып ил етәксеһенең ҡотлауын тыңланылар ҙа:
— Яңы йыл менән!
— Яңы йыл менән! – тип бокалдарын күтәрҙеләр. Байрам табынын асып алғас, ҡыҙ ҡунағын, әле был, әле теге яҡтан килеп, алдына төрлө һыйҙарҙы шылдырып ҡуйып, ҡыҫтап-ҡыҫтап һыйланы, үҙе лә бешергәндәренең тәмен әле генә тойғандай булып яратып ашаны. Көтөлмәгән ҡунағының ашап туйырҙа сығып китеүенән ҡурҡып, әүрәтергә теләгәндәй, ҡыҙ туҡтауһыҙ мөһим булмаған хәбәрҙәр теҙҙе, тын алырға бирмәй төпсөндө, бер-бер артлы һорауҙар яуҙырҙы. Әгәр ҙә был ваҡытта Ғәлиәне әхирәттәре күрһә, быға нимә булған икән, тип аптырарҙар ине, моғайын. Бөгөн ғүмерҙә булмағанса теле асылған уның.
Эйе, ысынлап та уға әле еңел, бик еңел ине. Ҡаршыһында ултырған кеше уның кем икәнлеген дә, ниндәй тормош алып барғанлығын да белмәй. Һәм ул уға ҡыҙыҡ та түгел. Ул, моғайын, ҡыҙҙың йәмһеҙлеген дә, ҡартайғансы кейәүгә сыға алмай, ир заттары иғтибарынан мәхрүм булып ултырыуын да аңғармай. Уның өсөн шулай уҡ Ғәлиәнең бала саҡтан үҙ ҡиәфәтенән кәмһенеп үҫеүе лә, мәктәп йылдарында, институтта уҡығанда ошо кәмселеген ҡаплау һәм үҙенә саҡ ҡына булһа ла йылы мөнәсәбәт тойоу өсөн иң шәп уҡыусы булырға тура килеүе лә, сәскәләй сағын үҙен күҙгә лә элмәгән егеткә ғашиҡ булып һарғайып үткәреүе лә, ғүмерен тотошлай фәнгә бағышлап, ошо йәшендә инде профессорлыҡ хеҙмәтен тамамлап килеүе лә, әллә ниндәй ҡатмарлы китаптар авторы булыуы ла һис кенә лә мөһим түгел. Улар бөгөнгә сараһыҙҙан табындаш ҡына.
— Ә һеҙ Шакир ағайҙың кеме? – ҡыҙ сәй яһаған арала сираттағы һорауын бирә.
— Кеме тип, мин уның һалдаты инем.
— Бәтәс, ул хәрбиме ни? Вот яңылыҡ.
— Ул заманында бына тигән хәрби, шундай командир ине. Мине ул ут эсенән алып сығып, етмеш километрҙы тауҙар аша иңендә күтәреп үткән. Ғүмерем менән бурыслымын уға...
— Ә ҡайҙа булды ул хәл... Ой! – Ишеткәндәренә хайран булған ҡыҙ сынаяҡҡа аша ҡойоп торғанын да аңғармаған икән.
— Афғанда.
— Шулай икән дә... – Шул ваҡыт Ғәлиә күршеһенең йәйҙең ниндәйҙер бер көнөдә зәңгәр берет кейеп, шундай уҡ телняшкалы, беретлы ир-аттарҙы йыйып, байрамдарының аҙағында һәр ваҡыттағыса донъя онтап һуғышып, йыш ҡына күрше-тирәләр полиция саҡыртыуға барып етеп йөрөгәндәрен хәтеренә төшөрҙө.
— Ә нишләп ул бөгөн шулай?..- Ҡыҙ хәбәрен нисектә йомшағыраҡ итергә тырышты.
— Нисек «шулай»?
— Ну... эскесе бит инде Шакир ағай, уның нимәһен йәшерергә.
— Уның башынан үткәндәрҙе күрһәң, кисерһәң, һылыу, был донъяла йәшәмәҫкә лә мөмкин. Шакир ағай ике тапҡыр ҡаты яраланып саҡ-саҡ тере ҡалған кеше. Һуңғы тапҡыр госпиталдә ятҡанында уны аяҡҡа баҫмаҫ тигәндәр. Шул ваҡыт ҡатыны ташлап китә. Афғанистандан беҙҙең ғәскәрҙәрҙе сығара торған йылда ул һалдаттарын күрәләтә үлемгә алып барған бер операциянан баш тарта, верховныйҙарҙы кеше ғүмерен һанға һуҡмауҙа ғәйепләй. Шул арҡала, военный трибунал аша, уны хәрби хеҙмәттән ситләтәләр. Уйлап ҡараһаң, тыуған ил алдындағы бурысыңды үтәйем тип тиҫтә йылдан ашыу күрәләтә бер сит ил, сит халыҡ араһында ғазраил менән яғалашып йөрөп ғаиләңде, һаулығыңды юғалт, киләсәккә өмөтөңдө, рухыңды һындыр ҙа, шул уҡ тыуған илеңә лә кәрәкһеҙ булып ҡал, имеш...
— Ә һеҙ... Һеҙ ҙә шундай хәлдәме ни?
— Минең хәлем... ундай уҡ булмаһа ла, шундайҙың бер сатҡыһы, - Ғаяз ауыр көрһөндө. – Мин дә шунда аяғымды юғалтып... һәм алты йыл пленда булып ҡайттым.
Ғәлиә был яңылыҡҡа ышанырғамы-юҡмы тигән шикелле өҫтәл ситенә янтайып Ғаяздың аяғына ҡараш һалды. Аяҡтары бар түгелме һуң, йәнәһе.
— Протез миндә, белмәгән кеше сатанлауҙы ла аңғармай ул. Аяғы ғына чепуха, бына бында ҡайтарылғас енәйәтсе ише төрмәнән төрмәгә йөрөтөп һорау алыуҙары, хоҙай ҡушмаған нәмәләрҙә ғәйепләүҙәре йонсотто. Ауылда ла аңлаған-аңламағаны «дух» тип йөрөтә мине, - егет «кем икәнемде белдең – ҡыуып сығарһаң да була» тигән ҡиәфәттә ҡыҙға ҡарап алды. – Ҡайтыуыма оҙатып ҡалған ҡыҙым күптән балалар әсәһе ине инде, ҡарттар донъя ҡуйған, төп йортта ҡустым ғына. Мин аңҡы-тиңке килеп йөрөгәнсе ҡустым өйләнде лә бала-сағалы булды. Үҙемә йорт күтәрергә дәрт таба алманым, шунда урам эсенә бәләкәй генә аласыҡ бурап алдым да, йәштәргә хужалыҡта ярҙам итеп көн иткән булдым. Берәү менән дә аралашманым, һәр ваҡыт мине нимәләлер ғәйепле итеп күргән кешеләр менән аңлаша алмам кеүек булды. Бәлки, улар күптән был хаҡта иҫләмәйҙәрҙер ҙә, әммә үҙем онота алманым. Миңә ауылдаштарым «Тотҡонлоҡтан сәйерерәк булып ҡайтҡан» тигән диагноз ҡуйған, ә бәлки... шулайҙыр ҙа.
— Бында ниңә...
— Командирым йыл да саҡырып хәбәр ебәрә ине. Бер ҙә килгәнем булманы. Сөнки үҙем ундай осрашыуға әҙер түгел инем. Бына был юлы, ниндәй ҡөҙрәт менәндер, хатты алғас та йыйындым да юлға сыҡтым. Төнө буйы һөйләшеп ултырҙыҡ. Нимәһе генә үкенселе: командирыма күптән килмәгәнмен. Ул минең өҙөлгән өмөтөмдө ялғаны, нисә йылдар ҡанһырап торған йән ярамды шифалы усы менән япты. Оло йөрәкле, көслө рухлы, ҡаһарман кеше... Һеҙҙең кеүек ҡиммәтле тундар кейеп, алтын-көмөшкә төрөнгән һәм донъяны тик алһыу-зәңгәрҙә генә күргән зар-интизарһыҙ кешеләргә быны аңлауы, бәлки, мөмкин дә түгелдер... Һин бит уны эскесе тиһең...
Уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты. Һауала сытырлап һиҙелгән көсөргәнештән ҡотолмаҡ булып, Ғәлиә шым ғына барып музыка ҡуйып ебәрҙе. Боролдо ла:
— Әйҙә бейейек, - тине. Әйтәһен әйткәс кенә ҡунағының протез аяҡта икәнлеге ҡылт итеп иҫенә төштө. «Бына һиңә - тағы ла бер ахмаҡлыҡ!»
Ғаяздың ҡараштарында башта ҡапыл ғына ҡаушау сағылып киткәндәй булһа ла, ул тороп ҡыҙға атланы. Ысынлап аҡһай икән. Яҡын уҡ килгәс һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә башын эйгәндәй итте лә, ярайһы уҡ ҡыйыу ҡыланып һыңар ҡулы менән биленән ҡосаҡлап алды. Арҡаһына ятҡан ҙур ҡаты устан һәм йөҙө ҡаршыһындағы киң күкрәктән бөркөлгән әйтеп аңлатҡыһыҙ татлы ла, ҡурҡыныс та булған йылылыҡтан Ғәлиәнең башы әйләнде, йөрәге дөпөлдәне. Иҙәнгә ҡаҙаҡланғандай булған үксәләрен саҡ айырып алып әйләнеп китте. Үҙе йыландан арбалған ҡуян хәлендә ҡаршыһындағы зар һеңгән моңло күҙҙәрҙән ҡарашын ала алманы. Был күҙҙәр… Был күҙҙәр… Улар бит иркәләп… наҙлап… яратып ҡарайҙар… Улар күңеленең иң төпкөл, иң йәшерен ҡылдарын табып алып тирбәтәләр… ҡытыҡлайҙар… Йылы тыны йөрәген яҙғы ҡояш аҫтындағы боҙ киҫәге шикелле итеп иретә… иретә… Ҡаты ҡыҫылған ирендәренән, иртә бураҙналар йырған маңлайынан, ел-ҡояшта янып ҡарайған асҡағыраҡ яңаҡтарынан бармаҡ остарын ғына йөрөтөп ҡарау теләге тыйып тотҡоһоҙ…
Егет башта ҡыҙҙың һиҙелер-һиҙелмәҫ дерелдәп эйәгенән үткән бармаҡ остарына иренен тигеҙҙе, тәрән тын алып сәстәрен еҫкәне, унан һаҡ башта тамыры һеркелдәгән нәфис муйынын, ут булып янған сикәләрен, алһыу ирендәрен үпте…
Иҫенә килһә көй туҡтаған, вальста әйләнмәйҙәр, ә ул мәңге айырылмаҫтай булып китеп Ғаяздың ҡосағына һеңгән. Ҡыҙ сәсе туҙғыған башына аңы тулыраҡ ҡайтҡан һайын нығыраҡ шаңҡыны, оялышынан егеттең ҡалын муйынын һыға ҡосаҡлаған беләктәрен тартып алырға ла хәле етмәй тора бирҙе.
— Ғәлиә… һин шундай тәмлеһең… хуш еҫлеһең… - ҡолағы төбөндә генә шыбырлап әйтелгән татлы һүҙҙәрҙән ҡапыл күңеле тулды ла һатлыҡ йәштәре субырлап ҡойолоп та китте. – Илама, аҡыллым, илама… Әйттем бит, һиңә көлөп-йылмайып ҡына тороу килешә… Һин бит ҡышҡы ҡояш кеүек.
— Н-нишләп ҡ-ҡышҡы? – гүйә был мәлдә тап ошоноң хаҡында белеү мөһим.
— Ҡышҡы ҡояш ҡәҙерлерәк була, сөнки ул һирәк йылмая. Ә йәй ҡояштың ҡыҙҙырыуына өйрәнеп бөтәһең, һиҙмәйһең дә.
Ниһайәт тыныслана төшкән ҡыҙ егеттең күкрәгенә устарын ҡуйып этә биреп ҡосағынан ысҡынды ла, өҫтәл эргәһенә килеп ҡалаҡ-тәрилкәләрҙҙең әле береһен, әле икенсеһен тотҡолап кире урындарына ҡуйҙы, бокалдарҙы шылдырҙы. Егет быны үҙенсә аңланы, уңайһыҙланғандай итеп сәсен һыпырҙы ла:
— Ярай, Ғәлиә, мин ҡайтайым инде, һуң булып китте. Табын өсөн рәхмәт, - тип сығыуға юлланды.
Шул ваҡыт Ғәлиә тап ошо мәлдә был фатирҙа яңғыҙ ҡала алмаясағын аңланы. Юҡ, ул бында яңғыҙ ҡала ла, яңғыҙ ултыра ла, яңғыҙ йәшәй ҙә алмай. Эйе-эйе. Йәшәй алмай! Ҡыҙ сараһыҙҙан ни эшләгәнен белмәй ашығып кейенә башланы. Юҡ! Ул яңғыҙ ҡалмаясаҡ!
— Төн уртаһында ҡайҙа йыйынып киттең? – ишек тотҡаһына тотонған Ғаяз ҡыҙҙың ашығып тунын кейгәненә ҡарай биреп торҙо ла һорамай ҙа булдыра алманы.
— Мин? М-мин… Ә һин ҡайҙа?
— Минме? Бында ғына, Шакир ағайға бит һуң.
— Улайһа… м-миндә.
— Нисек?.. Шакир ағай йоҡлайҙыр ул…
— Йоҡ-ҡлаймы… Һин?..
— Мин?.. – Егет, урамға уйнарға атлыҡҡан еренән ишек төбөндә кире ҡайыртылған бала хәлендә ҡулына шарфын урап, илар сиккә етешкән ҡыҙ янына яҡын килде. —Нимә булды, Ғәлиә?
Шундай йомшаҡ, шундай яғымлы итеп бирелде был һорау. Күңелдең самаһыҙ тартылыуҙан бына-бына өҙөләм тип торған нескә ҡылдарына май булып тамды. Ғәлиәгә бит әлегә тиклем бер генә ир-аттың да улай яҡын килеп, күҙҙәренә наҙлап ҡарап «Нимә булды?» тип өндәшкәне юҡ, булманы ла.
«Нисек инде «Нимә булды?» Күрмәйһеңме ни, аяҡ аҫтында иҙән бәүелә, стеналар артҡа шыла, баш осонда түбә зырлап өйөрөлә… өйөрөлә…» Тик теле былар хаҡында әйтә белмәй, ирендәре бөтөнләй икенсе төрлөне бышылдай:
— Ҡалмайым бында… Яңғыҙымды ҡалдырма.
Хәлдең бындай боролошонан бер аҙ ҡаушап китһә лә, Ғаяздың да йөрәгендә ошо йомороҡай ғына, йомшаҡ ҡына, сабыйҙарса саф ҡарашлы илаҡ ҡыҙға ҡарата ғүмерҙә булмағанса ҡайнар, ярһыу тойғолар уянғайны, һәм ул, хистәренә баш булалмайса, һуңғы бер-нисә сәғәт эсендә генә күңел түрен ялмап алыусыны туны-ние менән бергә ҡармап ҡосаҡлап алды ла, мәңге ысҡындырмаҫтай итеп күкрәгенә ҡыҫты:
— Ҡурҡма Ғәлиәм… мин һине бер ваҡытта ла ҡалдырмам.Уянды. Күҙҙәрен асмай әле. Ул шулай күҙҙәрен асмайса ғына уйлана биреп ятырға ярата иртәнсәк. Әле йоҡоһо туймағандан түгел, ә бүлмәлә уйнаған нурҙан күҙҙәре сағылып китер кеүек булғанға ята ул. Сөнки йөрәгендә балҡыған яҡтылыҡ бүлмәне лә, бүлмәне генә түгел, фатирын да, хатта бар йортто ла тултырғандыр бит инде.
Ниндәй рәхәт! Ул инде яңғыҙ түгел, уны яраталар, ул ярата! Тормош ниндәй йәмле, татлы, илаһи…
Ғәлиә керпектәрен иренеп кенә елпетеп, көтмәгәндә килеп ҡаплаған бәхетенең сәбәпсеһе ятҡан яҡҡа күҙ һалды ла, секунд эсендә һикереп килеп тә торҙо – янындағы урын буш ине. Ой! Таңға табан ғына иртә менән тороп сәйҙәр әҙерләп үбеп кенә уятырмын тип хыялланып ятҡайны, йүнһеҙ, йоҡлап киткән икән.
Ҡыҙ халатын юл ыңғайы кейә-кейә, ялан аяҡ көйө аш бүлмәһенә ашыҡты. Арттан ғына килеп, сәй эсеп ултырған һөйгәненең муйынынан ҡосаҡларға ине иҫәбе. Унда булмағас ваннаға юлланды, тик тегенеһе бында ла булмай сыҡты. Ә-әй! Ул бит ир кеше – тәмәке тарталыр. Тик ир тигәне балконда ла юҡ, балкон ишектәре үҙе көҙ ныҡлап ябып, ектәрен йәбештереп ҡуйғандан асылмаған.
Аптырауға ҡалды Ғәлиә. Шакир ағайҙарға киттеме икән? Киткәндер шул, үҙе төшкәсә йоҡлап ятҡас! Моғайын да көттө-көттө лә, уятырға ҡыймай сығып китте инде. Ҡыҙ ялан аяҡтарына тәпешкәләрен генә эләктереп, күҙ асып йомғансы күршеһенең ишеге төбөндә тора ине инде. Бер генә тәрән итеп тын алды ла ҡыңғырауға баҫты. Бел килке көттөргәндән һуң ишекте Шакир ағай асты. Ғәлиә, тәүлектән ашыу йоҡлауҙан йөҙө шешмәкләнгән күршеһен, тегеһе иһә иртәнге сәғәттә халатта көйө генә май ҡояшындай булып балҡып торған ҡыҙҙы күреүҙән аптырап китте.
— Ҡарындаш?..
— Шакир ағай?.. Э-э… Ней… Ғаяз… бындамы?..
— Ғаяз? Ә-ә, ул малаймы? Әллә, мин ней йоҡлап тик ятам… - Шакир ағай Ғаязды саҡырмаҡ булып кире эскә инеп китте лә, фатирын урап сығып тағы ишеккә килде. Борсолоп киткән. – Юҡ та ул егет, ҡәрендәш, кейеме лә юҡ. Яңы йылды бергә ҡаршыларбыҙ ҙа ҡайтам, тей ине, ҡалай уңайһыҙ булды бит әле, ҡәрендәш, йоҡлап тик ятылған…
Ғәлиә артабан инде күршеһен тыңламай ине. Әле генә йәйғор булып балҡыған донъяһы өҫтөндә ҡапыл ер йыртып ялағай ялтланы ла, ҡолаҡтарҙы тондороп йәшен атты. Уны атты йәшен. Кәүҙәһе ваҡ ҡына киҫәктәргә селпәрәмә килеп ваҡланды ла, ян-яҡҡа сәсрәп осто. Бары күҙгә күренмәҫ йәне генә яралы күбәләк ише елпелдәп фатирына осоп инде.
Ай, Алла… Аллам! Хоҙай! Киткән! Ташлап киткән!!! Нишләп?! Нишләп улай иткән?! «Ҡалдырмайым», «Йөрәгем ниһайәт үҙ һауытын тапты» тигән булғайны бит! «Бәхетем, ҡышҡы ҡояшым» тип яратты, иркәләне…
… Ә нимә теләгәйнең?.. Бер кистә хасил булған әҙәм, ҡайҙа барып башын терәргә, кемгә төртөлөргә белмәй йөрөгән ир кеше… «Ҡал» - тип муйынына аҫылынғандан нишләп баш тартһын?!
… Ысын кеүек ине бит әйткәндәре, һөйләгәндәре, күкрәгенән һыҡрап сыҡҡан кеүек ине бит хистәре лә… Зәғифләнгән яҙмышына Ғәлиәнең сарыфланмаған наҙын ҡушып үрһә, икеһе бербөтөн камил, түңәрәк булырҙар кеүек ине…
… Кемгә кәрәгем бар минең?! Кем мине ысынлап яратһын?! Кем?! Кем!!!
…Әсе күҙ йәштәре башта юлаҡ-юлаҡ булып төштө, унан кемуҙарҙан йүгерешкән гөрләүектәргә әүерелде. Бер аҙҙан инде был даръя тотоп торғоһоҙ булып ҡотороп урғылды. Ҡыҙ әле генә, күптән түгел генә күктең етенсе ҡатында тирбәлгән түшәгендә, быуылып-быуылып, сәсәй-сәсәй, оҙон сәстәрендә бутала-бутала, яҫтығын әйләндереп-әйләндереп үкһене. Унан тынды. Тынды ла, үҙәген тарта-тарта, күҙ йәштәре ағып сығып бөткәндән эсендә өңөрәйеп ҡалған бушлыҡты тыңлап ятты. Ярай… ары нимә?..
Һорауына яуап итеп ишек асылды. Кем булырға мөмкин?! Нишләр ишеген бикләмәгән инде! Яҙа-йоҙа сәс-башын һыпырғылап ҡаршы сыҡты. Сыҡты ла тағы ла бер тетрәнеү кисерҙе – унда бер ни булмаған кеүек, мәңге ошонда көн күргәндәй, Ғаяз өҫ кейемдәрен һалып тора. Үҙе ғәйепле тауыш менән хәбәрен теҙә:
— Байрам көнө лә инде бөгөн, Ғәлиә, бөтөнләй баштан сыҡҡан, асыҡ магазин эҙләп бөтә ҡаланы ураным…
Бер аҙ торғас Ғәлиә ҡысҡырып ебәрҙе:
— Ғаяз! Ҡайҙа булдың?!
— Магазин эҙләнем тейем бит, - кейемдәрен урынлаштырып йөрөгән егет был тауыштан, ниһайәт, ҡыҙға тура боролдо. – Ғәлиәм, нимә булды тағы?
— Мин… мин һине киткәндер тип уйланым… Һиңә кәрәгем юҡтыр… уйнағанһың да ташлағанһыңдыр, тип, ҡурҡты-ым…
Был бөтмәҫ йәштәр ҡайҙан сыға тиһең!
Егет көлә-көлә килеп оялышынан ҡушуслап битен ҡаплаған ҡыҙҙы ҡосто, еүешләнеп бөткән сәстәрен һыпырҙы:
— Иҫәркәйем, мин бит һиңә Яңы йыл бүләге эҙләп йөрөнөм.
Ғәлиә ахыры йөҙөн асып, дымлы кепектәре аша йылмайҙы:
— Бүләк?.. Ниндәй бүләк?... Һин бит үҙең миңә Яңы йыл бүләге.
Нишләп бәхет шулай һағыш-хәсрәт, күҙ йәштәре аша килә икән?

Читайте нас: