Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Ғинуар 2020, 11:49

Ысын байлыҡ эйәһе. Хикмәт.

Берҙән-бер көндө бай аҡыл эйәһенә шундай һорау менән мөрәжәғәт иткән: “Хөрмәтле әфәнде, һинең аҡылыңа барыһы ла һоҡлана. Әммә мин бер нәмәне аңлай алмайым: һин шул тиклем аҡыллы булғас, ни өсөн ярлыһың һуң?” – тигән.

Ысын байлыҡ эйәһе
Берҙән-бер көндө бай аҡыл эйәһенә шундай һорау менән мөрәжәғәт иткән: “Хөрмәтле әфәнде, һинең аҡылыңа барыһы ла һоҡлана. Әммә мин бер нәмәне аңлай алмайым: һин шул тиклем аҡыллы булғас, ни өсөн ярлыһың һуң?” – тигән.
Аҡыл эйәһе уның алтын менән семәрләп сигелгән камзулына ҡарап: “Хөрмәтле, камзул, минең байлығым күп, әммә ул тышымда түгел, ә эсемдә, – тип яуаплаған. – Хужаң йоҡларға ятҡанда, ул үҙе менән һине лә, хеҙмәтселәрен дә, хатта алтындарын да алмай бит, шулаймы? Әгәр төшөндә ул үҙен баҫтырған арыҫланды күрһә, уға хеҙмәтселәренә ярҙам һорап ҡысҡырырға түгел, ә тиҙерәк табанын ялтыратырға кәрәк. Уны йыртҡыс тырнағынан үҙенең шәп йүгерә белеү һәләте генә ҡотҡара аласаҡ. Әгәр ҙә төшөндә ыжғыр буранда өшөһә, һине ябынып ҡына йылына алмаясаҡ. Уны үлемдән усаҡ тоҡандыра белеүе һаҡлап ҡала аласаҡ. Ысын байлыҡ — ул беҙҙең һәләттәребеҙ. Ул эстә, ә тышта уның сағылышы ғына”, – тип яуап ҡайтарған.
Үҙенең камзулы менән һөйләшеп торған аҡыш эйәһенә асыуы ҡабарған бай: “Һин, алйот! Нисек мине – хужаһын күрмәй тороп, минең камзулым менән һөйләшеп тормаҡ кәрәк?” – тип ярһый. Аҡыл эйәһен сабыр ғына йылмайып: “Бына шулай күптәр тәндәр менән һөйләшә, аралаша. Ә ысын хужаһыны булғандарҙы күрмәй ҙә”, - ти.
Читайте нас: