Ибраһим Ғиззәтуллин исемендәге премияға конкурс
Был тормоштоң ысын кешеһе
Һәр сабый ер йөҙөнә яратылып, көтөлөп кенә килгәндә үҙеңдең кем тарафынан, ни өсөн тыуҙырылғаныңды ла белмәй тороп, бөтә кешене һоҡландырып, лайыҡлы, матур йәшәү бөгөнгө заман батырлыҡтарының береһе түгелме һуң?
Һүҙем йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, тормошта күп еңеүҙәргә ирешкән, өлгөлө ғаилә башлығы, ирем Айҙар Азамат улы Байтимеров хаҡында. Ул ҡайным менән ҡәйнәм тарафынан яңыртылған тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ буйынса 1993 йылдың февраль айында Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында “донъяға килә”. Әммә бәләкәй сағында ҡайһы бер туғандарының әсе теле уға был ғаиләнеке түгел икәнен белгертә. Һәм берҙән-бер көндө, үҙенә ун йәштәр тирәһендә, ата-әсәһе өйҙә булмағанда өҫкә генә һалып ҡуйылған бер документ ҡулына эләгә. Унан малай үҙенең ата-әсәһе башҡа икәнлеген, әле уллыҡҡа алынғанын аңлай. Ысын атаһының исеме лә яҙылған була, тик йылдар үткәс, онотола...
Был ҡағыҙ тураһында бер кемгә лә һиҙҙермәй, бер тапҡыр ҙа һүҙ ҡуҙғатмай Айҙар. Ҙурайғас, әйтерҙәр әле, тип уйларға аҡылы етә. Уның рухи яҡтан көслө, намыҫлы кеше булыуы шулай бала сағынан уҡ беленгән.
Хәйер, һүҙ башында беҙҙең осрашыу тарихына ла туҡталып китеү урынлы булыр. Беҙ Ҡазан ҡалаһында үткән III Төрки йәштәр фестивалендә танышҡайныҡ. Ер йөҙөндә сирек быуаттан күберәк ғүмер йәшәп, төрлө ер-һыу, төрлө кешеләр күреп йөрөһәм дә, уның кеүек балаларса эскер һеҙ, ябай, таҙа күңелле кешене тәүгә осратыуым ине. Мине уның күңел яҡтылығы, әхләҡи ҡиммәттәре үҙенә тартты. Башымда мең төрлө һорау тыуҙы. Был егет ҡайҙа, кемдәр араһында үҫкән? Бөгөнгө кешелек сифаттары көнләп түгел, сәғәтләп юҡҡа сыға барған ваҡытта бындай сабыйҙарса саф күңелен нисек һаҡлап ҡалған? Кем ундай тәрбиә биргән? Ә ысынында уға, ташландыҡ балаға, тәрбиә генә түгел, хатта яҡшы мөнәсәбәт тә, яҡшы тәрбиә лә эләкмәгән. Аҫрауға алған ата-әсәһенең, туған-тыумасаларының үҙенә ҡарата булған һалҡын мөғәмәләһен тойған малай, киреһенсә, улай булырға ярамай, яҡшылыҡ эшләргә, яҡшы кеше булырға кәрәк икәнен аңлап үҫә... Башҡа балаларҙың өлкәндәргә һыйынып, иркәләнеп, арҡаланып, яратылып, нимә теләй шуны эшләп буй еткергәндә, уға шелтә, һалҡын ҡараш йыш эләгә. Юҡ, юҡ, бөтөнләй яратмағандар, тип әйтеп булмай... Әммә сит кеше балаһы сит инде... Сабый ғына булыуына ҡарамаҫтан, уға ололарса талап ҡуйыла, күп нәмәнән, иң мөһиме тормош былай ҙа ҡыйырһытҡан күңеле йылылыҡ, мөхәббәттән мәхрүм ителә...
Айҙарға алты-ете йәштәр тирәһендә ҡайным менән ҡәйнәм Икенсе Этҡол ауылындағы өйҙәрен һатып, Сибай ҡалаһына күсеп китә. Әммә, үкенескә күрә, ҡалала фатир алып өлгөрмәйҙәр, банкка һалынған аҡсалары “яна”. Улар урамда тигәндәй ҡала. Шул саҡтан башлана ла инде тупһанан-тупһаға йөрөү. Тәғәйен бер йорт табып, тотороҡло ғына аҡса эшләп, кешесә йәшәп китә алмай йонсой улар. Ҡайным әле унда, әле бында эшләп ҡарай, әммә мандый алмай. Әллә эшкә барымһыҙ кеше булып сыға, әллә эске менән шаярыуы ҡамасаулай. Ҡәйнәм дә бер ерҙә лә ырата алмай. Шулай бер бөртөк балаларының йылы йортҡа, яҡшы ризыҡҡа, уйынсыҡтарға, унан да бигерәк атай-әсәй иғтибарына мохтаж икәнен белһәләр ҙә, артыҡ иҫтәре китмәй. Береһе эшләмәй, икенсеһе эсеп тигәндәй, бер айырылышып, бер кире ҡауышып, нисәлер ай һайын фатир алмаштырып, ғүмер үткәрәләр.
Ата-әсәһенең бындай хәлгә ҡалы уына ҡарамаҫтан, Айҙар бик теремек, аҡыллы, сос малай булып үҫә. Сибай ҡалаһының 8-се ҡала мәктәбендә тик яҡшы билдәләргә өлгәшә. Әйткәндәй, беренсе эш хаҡын да ул бәләкәй сағында уҡ ала. Кешеләрҙән йыйылған яңы гәзиттәрҙе бала саҡ дуҫы менән һатып, аҡса эшләй. Үҙҙәренсә “бизнес” тип атаған беренсе “Клининг компания”һы ла тап уның кеүектәр тарафынан барлыҡҡа килгәндер әле: ул дуҫы менән бергә подъездар йыуып-таҙарта, урам һеперә. Шул осорҙа аҡсаны мул эшләгәндәрен хәҙер көлөп кенә иҫкә ала.
Айҙар мәктәптә лә яҡшы өлгәшә, күп кенә бәйге-олимпиадаларҙа ҡатнашып, алдынғы урындар яуларға ла өлгөрә. Бер мәл ҡала байрамдарының береһендә ҡурай тауышын ишеткәс, күңеле тынғылыҡ тапмай. Унан ҡайтып, ата-әсәһенә музыка мәктәбенә биреүҙәрен үтенә. Уҡыу өсөн аҡса түләргә кәрәк булһа ла, улар ҡаршы килмәй. Әммә ҡайһы саҡта мәктәпкә аҡса түләнмәүен бурысҡа батыуын күреп, эсе боша, уҡытыусыларының күҙенә күренергә ояла. Әммә алдына алған маҡсатынан баш тартмай егет. Сибай музыка мәктәбенең ҡурай класында шөғөлләнеп, башланғыс белем алғандан һуң Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатына биреүҙәрен һорай. Был юлы ла аҡсаһыҙ ҡаңғырған ҡәйнәм, осон-осҡа ялғап тигәндәй, улын Өфөгә алып килә. Бында ла тик яҡшы билдәләренә генә уҡып йөрөгән малайҙың түләнмәгән аҡсалар өсөн йөрәге әрней. Намыҫлы, һәләтле уҡыусы икәнен күреп йөрөгән уҡытыусылар уны һәр яҡлап үҫтерергә тырыша. Гимназияла теләгән класында урын ҡалмау сәбәпле туба уйын ҡоралына уҡыһа ла, ҡурайҙы онотмаҫ өсөн дәрестәрҙән тыш өҫтәлмә шөғөлләнә. Ә инде гимназиялары бер йылға йүнәтеү эштәренә ябылғас, уға кире Сибайға ҡайтырға тура килә. Унда 8-се мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына китергә теләк белдерә. Был юлы икеһе лә ауырыуға һабышҡан атай-әсәйгә аҡса табыу, ысынлап та, ауырға төшә. Шулай ҙа нисектер форсатын табып, уны баш ҡалаға алып киләләр.
Ҡәйнәм эсеп, эшһеҙ ятҡан иренән айырылып, Шишмә районына әхирәте эргәһенә күсеп китә. Иртә уңмаған кис уңмаҫ, кис уңмаған һис уңмаҫ тигәндәй, бында ла мандый алмай ул. Унан ирем ауырый тигән һылтау менән кире ҡайтып китә. Ә инде уҡыйым, кеше булам тип хыялланған, әммә аҡса юҡлығын аңлаған үҫмер егеткә стипендия өсөн яҡшы уҡырға ла, дәрестәрҙән һуң эшләргә лә тура килә. Ләкин ун һигеҙ йәше тулмау сәбәпле уға ялланыуҙан башҡа сара ҡалмай. Ул иң беренсе “Йәйләү” лагерында – әйҙәүсе, унан һуң урам һепереүсе булып эшкә урынлаша, буранлы ҡыштарҙа ла һис иренмәй таңғы дүрттән тороп, ҡар көрәй, уның араһында ҡала урамдарында реклама ҡағыҙҙары тарата. Үҫмергә бынан тыш “Башавтотранс”та кондуктор ҙа, йөк ташыусы ла, шлакоблок эшләүсе лә, Өфөлә уҙған сараларҙа ярҙамсы ябай эшсе лә, сауҙа үҙәктәрендә төнгө ҡарауылсы ла булырға тура килә. Миҙгеле еткәс, Өфө ситендәге баҡсаларҙа өлкән кешеләрҙең ер эшен башҡарып, аҡса йыя. Шул уҡ ваҡытта машина йөрөтөү хоҡуғына ла эйә була, уҡыуын да, республика ғына түгел, халыҡ-ара бәйгеләрҙә лә ҡатнашыуын да ташламай. Әүҙем тормош алып барған егет өйһөҙ интеккән ата-әсәһенең өҙөлгән электр утын ялғарлыҡ, яланғас өйҙәренә әҙ-мәҙ йыһаз алырлыҡ аҡса туплай. Әммә йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан, дөрөҫөрәге, үгеҙ үлһә – ит, арба ватылһа – утын тип көн күргән атай менән әсәйҙең генә йәшәргә дәрттәре булмағас, донъялары алға бармай. Етмәһә бер көн атай кеше әсәһен бөтөнләй ташлап сығып китә. Айҙар уны эҙләп маз була. Кешеләрҙән һорашып, уны бер йорттоң күтәрмәһе аҫтынан асарбаҡ хәлендә табып ала. Был хәлдән ғәрләнгән егет оҙаҡ ҡына өйөнә ҡайтмай ҡайғырып йөрөй...
Атаһы менән әсәһенең үҙ балаһы булмағанға тормоштарының йәме юҡмы икән, тип аптырай Айҙар. Ҡайһы берәүҙәр бит балаһы кәм-хур булмаһын өсөн тырышып-тырмашып йәшәй... Айҙар уларҙың йөҙөнә бер тапҡыр ҙа ҡыҙыллыҡ килтергәне булманы, бер ниндәй насарлыҡ ҡылманы. Киреһенсә, тәрбиәгә алғандары өсөн рәхмәтле булайым, уларҙың өмөттәрен аҡлайым, тип тырышты... Әллә өй алырлыҡ аҡсаларын юғалтҡанға күңелдәре һүрелдеме? Улай тиһәң, был тормошта ниндәй генә хәлдәр булмай, тип өҙгөләнә егет...
Ни булһа ла, улар йәшәй алмайҙар. Тора-бара икеһе лә сиргә һабыша: атай кеше – бауыр ауырыуына, әсәй кеше астма, шәкәр диабетына көндән көн бирешә.
Ул арала Айҙар Өфө сәнғәт училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлап, бер йыл әрме сафында хеҙмәтен үтәп ҡайта ла Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға инә. I курста уҡ Өфөнөң 13-сө һанлы коррекцион мәктәпEинтернатына төнгө тәрбиәсе булып урынлаша. Был юғары уҡыу йортонда ла һынатмай ул, юғары стипен дияға өлгәшеп, үҙенең тәүге машинаһын һатып ала. Өҫтәүенә һаулыҡтары насар булыу арҡаһында был тормошта күп нәмәнән мәхрүм ҡалған, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ошо уҡ интернатта түңәрәк асып ебәрә. Унда ул балаларҙы ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, һуҡма уйын ҡоралдарында уйнарға, йырларға өйрәтә. Үҙе ойошторған ансамбль менән республика кимәлендәге бәйгеләрҙә урындар яулай башлай. Шулай итеп, үҙҙәренә махсус ҡараш талап иткән был интернат балаларының яратҡан тәрбиәсеһенә әйләнә, хеҙмәттәштәре, етәкселәре лә эшкә егәрле, яуаплы, намыҫлы егетте үҙ итә.
III курста уҡығанында Айҙарҙың атаһы мәрхүм булып ҡала. Үҫкән сағында матур, етеш тормош күрһәтмәһә лә, балалыҡ бурысын теүәл үтәй улы – атаһын үҙ ауылында ҡәҙерләп ерләй.
Донъяның ҡайғыһы булған кеүек шатлығы ла булмай тормай. Үлем менән тыуым һорап килмәгән кеүек, мөхәббәт тә һорап килмәй. Айҙар кәләш ала. Әммә йәш ғаилә ауырыу әсә эргәһенә ҡайтып йәшәй алмай. Ни тиһәң дә ғаилә башлығы булған егеткә юғары уҡыу йортон тамамларға, аҡса эшләргә кәрәк. Шуға ла үҙҙәренә өй хәстәрләгәнсе әсәһенә саҡ ҡына түҙеп торорға кәңәш итәләр. Ләкин, үкенескә күрә, хәләл ефетенән айырылған ҡатындың көндәре һанаулы ғына ҡалған була...
Айҙар Азамат улы Өфө дәүләт сәнғәт институтында ойошторған концертына сәғәт ярым ваҡыт ҡалғанда уға алыҫ Сибайҙан “әсәйең үлгән” тигән хәбәр килеп төшә. Был хәлдән шаңҡыған Айҙар ҙың йыйыла башлаған кешеләрҙе таратырға хәленән килмәй. Иңен ишелеп төшкән ҡайғыны күтәреп, ике сәғәт буйы тамашасыларына йылмайып ҡарарға үҙендә көс таба. Бынан йөҙәр саҡ рым алыҫлыҡта уны ҡайҙандыр үҙ өйөнә алып ҡайтып, үҙ ғаиләһенә һыйындырған изге әсә улын көтөп ята... Ә улы үҙен уҡытып, кеше итергә тырышҡан әсәһенә рәхмәт йөҙөнән бар тойғоларын башҡорт халыҡ көйҙәренә һалып, ҡурайында уйнай ҙа уйнай.
Ә иң үкенеслеһе, иң ояты аҙаҡ билдәле була. Баҡһаң, сирле ҡатынды
туғандары үҙҙәренә алырға теләмәй, улына ла хәбәр итеүҙе кәрәк тапмай, ҡарттар йортона урынлашты рырға булғандар. Сибай ҡалаһының ҡарттар йорто бинаһының икенсе ҡатына менеп барғанда ҡатындың йөрәге ярыла...
Ҡайғыһы ҡайғы менән. Ерләргә ҡайтҡан улы менән килендәренә туғандары көн күрһәтмәй, бар ғәйепте уларға япһара. Ҡәҙерле кешеһен һуңғы юлға оҙатҡас, үҙенең ҡасан, ҡайҙан, ни өсөн алынғанын асыҡлай алмай, йәнә баш ҡалаға ҡайтып китергә тура килә. Әммә иҫтәлеккә тип, атаһы менән әсәһенең, бала саҡ фотоларын үҙе менән ала...
Ҡайғынан бушанып, бер аҙ ял итеп алғандан һуң фотоальбом ҡарап ултырғанда бер фото артына ҡыҫтырылған хатҡа тап булдыҡ. Ул хатта ниндәйҙер тәрбиәсе ғаиләнең, Айҙарҙың хәлен һорап, үҙҙәренең балалар йорто хаҡында яҙған. Ҡайным менән ҡәйнәмә Айҙарҙы уллыҡа алғандары өсөн рәхмәттәрен еткергән. Ул хат Өфө ҡалаһының балалар йортонан ине...
Сөм ҡара күҙле, ҡап-ҡара шырт сәсле бер ҡарасман малай тәүге тапҡыр рәхәтлекте үҙенә ҡайғы килгәс аңлай. Уға бит йылы, рәхәт ине, тамағы ла туҡ булғандыр, эсе ауыртып та ыҙалатмағандыр. Ә бер көндө ул һалҡын, ҡараңғы ерҙә уянып китә лә ҡурҡыуҙан да, өшөүҙән дә, асығыуҙан да шым ғына илай башлай. Баҡһаң, ул бер үҙе генә түгел икән, унан-бынан илаған тауыштар сыға. Ҡапыл ут ҡабына һәм бер асыулы ҡатын илашҡан балаларҙы әрләргә, елтерәтергә тотона. Бына ҡара малайға ла сират етә, уға шап-шоп һуҡҡылағандан һуң руссалап: “Йә, нимәгә мыш ҡыл дай һың? Нимә кәрәк һиңә?” – тип екеренә. Ауыҙ асып нәмәлер әйтергә, аңлатырға тырышҡанда: “Русса һөйлә, русса әйт”, – тип башын төйгөсләйҙәр. “Русса” нимә була икәнен белмәгән малай бөтөнләй бер нәмә лә аңлата алмай. Шулай илашҡан балаларҙы ҡурҡытып, кире йоҡларға һалғас, утты һүндереп сығып китә. Был хәл оҙаҡ ҡына ҡабатлана...
Күпмелер ваҡыттан һуң һыуыҡҡа, әленән-әле ыштанға эш боҙоу сәбәпле яланғас арт һанына, аяҡтарына эләгеп торған йоҙроҡтарға, эс ауыртыуына ла өйрәнелә башлай. Унда күпме булғандыр, билдәһеҙ: бәләкәй малай айҙар ҙы ла, көндәрҙе лә, сәғәт тәрҙе лә һанай белмәй ине...
Ә берҙән-бер көндө уға рәхәтлек килә. Ул был бәхетте бөҙрә сәсле инәй эргәһендә тимер юл вокзалының таш иҙәнендә матур ғына, тик үҙенеке генә лә булған уйынсыҡ вертолетты уйнатып йөрөгәндә тоя... Шунан башлап ул тик бәхетле була. Уның башын башҡа “русса һөйләш” тип төйөүсе булмай. Үҙенә генә ашарға бирәләр. Ә иң мөһиме уға йылы, рәхәт. Малайҙың үҙе кеүек ҡап-ҡара сәсле бер ҡарасман бабай уны аяҡ тарында һикертеп шаярта, алдына ултыртып уйната, атта, хатта тимер атта ла алып йөрөй... Ә ҡурҡышынан теле русса асыла башлаған малай ишек алдында йөрөгән тауыҡтарҙы: “Бер тауыҡ, ике тауыҡ, өс тауыҡи”, – тип һанай ине...
Был малайҙың бәхетле көндәре шулай башлана. Артабан инде тормоштары нисек кенә ҡатмарлашмаһын, ҡайҙа ғына боролмаһын, ул теге һыуыҡ, ҡараңғы бүлмәнән ҡотола алыуы өсөн сикһеҙ бәхетле була... Эйе, башҡа балаларға, иптәштәренә, дуҫта рына тейгән бәхетле өлөш уға тәтемәй... Башҡа тиңдәштәре матур уйынсыҡтар менән уйнап, атай, әсәйгә иркәләнеп, йылы өйҙә телевизор артында ғына ултырғанда, уға барлы-юҡлы өй йыһаздарын йыйнап, өйһөҙ ҡаң ғырған атай-әсәй ыңғайына билдәһеҙ леккә атларға тура килә... Эйе, кейем, мәктәп кәрәк-яраҡтары алырға аҡса булмағас, кешенекен, үткән йылдан ҡалған ҡәләм, дәфтәрҙәрен һаҡлап тотонорға мәжбүр була... Эйе, эш боҙған өсөн уға атаһының ҙур ҡулдары яланғас тәнен яндыра һуҡҡанда, өҫтәүенә, крандан аҡҡан һыуыҡ һыу аҫтында торорға тура килә... Эйе, ҡала мәктәбендә уҡыған башҡа тиңдәштәре уның ярлылығынан көлгәндә ул “ауыҙы тулы ҡара ҡан” булһа ла, төкөрмәй... Ә ул бит, бары тик балалар йортонан ҡотолғаны өсөн үҙен бәхетле тоя! Ниндәй генә булмаһын аҫрауға алған әсәһенә рәхмәтле, илтифатлы була...
Шулай ҡағылып-һуғылып, яҡшы тормошҡа мохтажлығы арҡаһында үҙенең тырышлығы, егәрле леге арҡаһында хеҙмәт баҫҡысының иң түбәненән уңышлы үрләгән Айҙар Азамат улы бөгөнгө көндә үҙ эшенең оҫтаһы, милләтебеҙ, йәмғиәтебеҙ өсөн кәрәкле белгес – профессионал ҡурайсы. Ул Заһир Исмәғилев исемендәгеӨфө дәүләт сәнғәт институтының (академияһының) Ҡурай бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлап, артабан шунда уҡ ассистент-стажерға уҡырға инә. Һәм уҡыу йылдарында үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән, республика ғына түгел, халыҡ-ара бәйгеләр лауреаты ла булған, белемле егетте инде уҡытыусылары институттың Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының етәксе-дирижеры итеп эшкә ҡалдыра. Унан тыш ул Өфөнөң 13-сө һанлы мәктәп-интернатының төнгө тәрбиәсеһе һәм Өфөнөң 7-се һанлы Музыка мәктәбенең ҡурай класы уҡытыусыһы, мәктәп ансамбленең етәксеһе лә. Эштән бәхет тапҡан яуаплы, намыҫлы, егәрле был хеҙмәттәштәрен етәкселәре лә, барыһы ла яҡын күреп, хөрмәт итә. Ҡасандыр ҡар-ямғыр тип тормай, иртә-кис тип тормай урам һепереп, кешегә ялланып, ҡара эш башҡарған үҫмер малайҙың яҡшы тормошта йәшәү хыялы ысын, эскерһеҙ булған, күрәһең. Бөгөн уны яратҡан эше, өйөндә үҙенең ошо урындан башланған нәҫеленең дауамы, үҙенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған малайы һәм йылы аш, яҡты йөҙ менән көтөп торған яратҡан ғаиләһе бар.
Бөгөнгө көндә үҙ атай-әсәйҙәре янында үҫеп, һәр саҡ уларҙың яҡлауҙары, ярҙамдары, кәңәштәре менән дә үҙ донъяларын ҡороп йәшәп китә алмаған кешеләр бихисап. Йәмғиәтебеҙҙәге социаль тигеҙ һеҙлектәр арҡаһында ла, һәр ваҡыт үҙгәреп торған замандың ҡаты бәрелеүенә лә түҙмәй һынып ҡалғандар күп. Уларҙың күптәре йәш кенә көйө лә, өлкәнәйә башлағас та, баштарын эскегә һалып, әрәм була. Әзмәүерҙәй кәүҙәләре менән дә эш юҡлыҡҡа һылтанып, хөкүмәтте һүгеп, эшһеҙлектән йонсоған ир-егеттәр күбәйгәндән-күбәйә... Ә тап бөгөнгө был тормоштан йәм, мәғәнә табып йәшәгәндәр һирәк. Шундайҙар иҫәбендә булған, үҙенең был донъяға кем тарафынан яралтылғанын да белмәгән көйө бары тик Аллаһы Тәғәлә бүләк иткән ғүмергә риза булып, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, башын эймәй, киреһенсә, Кеше тигән бөйөк исемгә тап төшөрмәй, тормош юлынан матур, ғорур һәм лайыҡлы атлаған иремде мин бөгөнгө замандың ысын батыры итеп күрәм. Ул – улым менән минең өсөн ысын ҡаһарман! Яҙмыштың уҫал шаярыуы уны һындыра алмаған, ә, киреһенсә, көслө иткән... Ысын Кеше иткән...