Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ғинуар 2020, 10:23

Башҡорт теле йылын үткәреү концепцияһы тураһында

“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлегенең Башҡорт теле йылын үткәреү буйынса башланғысы Башҡортостан Республикаһы башлығы Р.Ф. Хәбиров тарафынан хуплау тапты...

“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” хәбәр итә:
“Башҡорт теле йылын үткәреү концепцияһы тураһында
“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлегенең Башҡорт теле йылын үткәреү буйынса башланғысы Башҡортостан Республикаһы башлығы Р.Ф. Хәбиров тарафынан хуплау тапты һәм Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй Федерацияһының башҡорттар күпләп йәшәгән субъекттарында бойомға ашырыласаҡ.
Төп маҡсаты – йәмәғәтселектә башҡорт телен өйрәнеүгә, башҡорт мәҙәниәте һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт телен популярлаштырыу, республикала һәм унан ситтә, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә, башҡорт телен уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ҡулланыу даирәһен үҫтереү.
Башҡортт теле йылы – Башҡортостанда һәм Рәсәй Федерацияһының башҡорттар күпләп йәшәгән субъектарында 2020 йылда тормошҡа ашырылған саралар комплексы. Был район һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайҙары араһында үҙенсәлекле конурс.
Башҡорт теле йылы сиктәрендә муниципаль район һәм ҡала округтарында күп һанлы саралар үткәреү талап ителә.
Башҡорт теле йылының һәр айы айырым йүнәлешкә арнала, уның сиктәрендә тематик дәрестәр, ижади бәйгеләр, фестивалдәр ҡаралған.
Миҫал өсөн, ғинур айы “Башҡорт теле – дәүләт теле” темаһына арнала. Был айҙа ойоштороу мәсьәләләре хәл ителә, социаль селәтрҙәрҙә район-ҡала башҡорттары ҡоролтайҙары сәхифәләре ойошторола, алтаҡталарҙа грамматик хаталар табыу һәм уларҙы төҙәтеү, башҡорт телендә баннерҙар, социаль реклама әҙерләү кеүек эштәр башлана.
Июндә, мәҫәлән, төп иғтибар фольклорға йүнәлтелә. Уның темаһы – “Башҡорт теле – халыҡ теле”. Был айҙа башҡорт милли мәҙәниәтенә, башҡорт халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләүгә өндәгән саралар үткәреү тәҡдим ителә. Июндә урындағы халыҡтың ижади мираҫын өйрәнеү, милли уйындарҙы тергеҙеү, шәжәрәләр төҙөү, этник спорт терҙәре буйынса ярыш ойштороу, тиҙәйткестәр, йомаҡтар ҡойоу буйынса флешмобтар башлау, китапханасылар өсөн семинарҙар, әҙәбиәт һөйөүселәр меәнән осрашыуҙар үткәреү кеүек саралар ҡаралған. Ошо уҡ айҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына 25 йыл тулыуға арналған саралар үткәреү ҙә тәҡдим ителә. Был айҙа башҡарылған эштәр социаль селтәрҙәрҙә # фольклор тигән махсус хештег меән теркәлә.
Һәр тематика буйынса саралар фото һәм видеоматериалдар менән теркәләрегә тейеш. Башҡорт теле йылы сиктәрендәге сараларҙың һөҙөмтәле ойошторолоуы Бәйләнештә селтәрендә район-ҡала ҡоролтайҙары сәхифәләрендә ҡуйылған мәғлүмәткә ярашлы баһалана. Матбуғат баҫмаларында донъя күргән мәғлүмәт тә ҡоролтай сәхифәһендә ҡуйылған һәм айырым хештегтар менән билдәләнгән осраҡта ғына иәҫәпкә алына.
Сараларҙың координаторы һәм консультанты – “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге, ойоштороусылары – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайҙары, йәмәғәт ойошмалары, ижади берләшмәләр.
Муниципаль район һәм ҡала округтары Башҡорт теле йылы буйынса үҙ аллы йомғаҡ яһай, район конкурстарында, сараларында әүҙем ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе билдәләй. Баһалағанда айырым талаптар иҫәпкә алына, жюри социаль селтәрҙәрҙәге әүҙемлекте лә, халыҡтың күпләп ҡатнашыуын да, саралар һанын да, балалар баҡсаларында башҡорт тлен өйрәнеү төркөмдәре асылыуын да, мәктәптәрҙә башҡор телендә уҡыған балалар һаны артыуын да күҙ уңында тотасаҡ.
Райондарҙың үҙ башланғыстары айырым баһаланасаҡ. Ойоштороусылар Башҡорт теле йылы яңы үҙенсәлекле проекттарға бай булыр тип ышана.
Жюри муниципаль район-ҡала окгругтары хакимиәттәре, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайҙары, Рәсәй Федерацияы субъкттарында йәмәғәт ойошмалары һәм журналистар араһында Башҡор теле йылының тематик йәүнәлештәренә ярашлы еңеүселәр билдәләй.
Республика һәм төбәк-ара кимәлдәге саралар айырым положениеға ярашлы үткәрелә. Башҡорт теле йылына йомғаҡ 2020 йылджың 14 декабрендә яһала”.