Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ғинуар 2020, 09:20

Айыҡ ауыл конкурсы тураһында

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә Башҡортостанда Ҡыҙыу бәйләнеш ойошторола. Республика халҡына психологик, наркологик ярҙам күрһәтеү маҡсатындағы был сара 22-23 ғинуар үтәсәк. Республика халҡы 8-800-7000-183 телефоны аша 11.00-20.00 сәғәттә нарколог, психолог һәм психотерапевтарға бушлай мөрәжәғәт итә аласаҡ. Айыҡ йәшәү рәүеше, эскеселек, наркомания, эскеселектән дауаланыуға бәйле һорау бирергә мөмкин. Белгестәр аныҡ ҡала йә районда ҡайҙа профессиональ ярҙам алырға мөмкинлеген, дәүләт медицина үҙәктәре бушлай йә шәхси дауаханалар түләүле нигеҙҙә ниндәй хеҙмәттәр күрһәткәнен аңлатып бирәсәк. Табиптарға башҡорт һәм рус телдәрендә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә:
“«Айыҡ ауыл” проекты тураһында
“Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 30 майынан 533-сө күрһәтмәһенә ярашлы, республикала “Айыҡ ауыл” конкурсы үтә. Ул ике этапта үткәрелә. Әлеге мәлдә конкурстың республика этабы бара.
“Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында заявкалар 2019 йылдың 15 июлендә ҡабул ителә башланы. Муниципаль этапта 54 райондың 52-һенән 464 ауыл ҡатнашты.
Муниципаль райондарҙың ойоштороу комитеттары биргән планға ярашлы саралар үткәрелде. Уларҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты ағзалары ла ҡатнашты. 20 ноябрҙән 30-ына тиклем тәүге этапҡа йомғаҡ яһалды, проект презентацияһы баһаларына ярашлы еңеүселәр билдәләнде.
Конкурстың республика этабына заявкалар 7 декабргә тиклем ҡабул ителде. Киләһе этапҡа 47 ауыл үтте. Был ҡатнашыусылар 13 февралдән 23-нә тиклем саралар ойошторорға, 25 февралдән 28-нә тиклем презентация яҡларға тейеш. 1 марттан 10 мартҡа тиклем интернет аша тауыш биреү менән еңеүселәр билдәләнәсәк. Конкурсҡа йомғаҡ 2020 йылдың 20 мартына тиклем яһаласаҡ.
Конкурс комиссияһы ҡатнашыусыларҙы саралар ойоштороу һәм үткәреү буйынса ғына баһаламаясаҡ, социаль селтәрҙәрҙә әүҙемлек, киң мәғлүмәт сараларында мәғлүмәт таратыу кеүек эш тә иҫәпкә алынасаҡ. Айыҡ тормошто пропагандалауға арналған мәғлүмәтте социаль селтәрҙәрҙә ауыл биләмәһе исемен ҡуйып, #Айыҡауыл2019, #Трезвоесело2019 хештегтары менән билдәдәү зарур.
Конкурс еңеүселәре Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең дипломдарына лайыҡ була һәм аҡсалата билдәләнәсәк: 1 урын – 500 мең һум; 2 урын – 250 мең һум; 3 урын – 150 мең һум. Ойоштороу комитеты ҡарарына ярашлы, аҡсалата бүләк ауыл биләмәһе үҫешенә тотонола.
Конкурс финалына сыҡҡан ун ике ауыл Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломын һәм 25 мең һум күләмендә аҡсалата сертификат аласаҡ. Интернет-ҡулланыусыларҙың социаль селтәрҙәрҙә #Айыҡ ауыл2019, #Треввоесело2019 хештегтары буйынса әүҙемлеген иҫәпкә алып, Ойоштороу комитеты 20 әүҙем ҡатнашыусыны билдәләсәйәк: уҡытыусылар, журналистар, хаҡлы ялдағылар, мәҙәниәт һәм спорт өлкәләрҙәге белгестәргә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломы һәм 10 мең һумлыҡ бүләктәр тапшырыласаҡ.
“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә Башҡортостанда Ҡыҙыу бәйләнеш ойошторола. Республика халҡына психологик, наркологик ярҙам күрһәтеү маҡсатындағы был сара 22-23 ғинуар үтәсәк. Республика халҡы 8-800-7000-183 телефоны аша 11.00-20.00 сәғәттә нарколог, психолог һәм психотерапевтарға бушлай мөрәжәғәт итә аласаҡ. Айыҡ йәшәү рәүеше, эскеселек, наркомания, эскеселектән дауаланыуға бәйле һорау бирергә мөмкин. Белгестәр аныҡ ҡала йә районда ҡайҙа профессиональ ярҙам алырға мөмкинлеген, дәүләт медицина үҙәктәре бушлай йә шәхси дауаханалар түләүле нигеҙҙә ниндәй хеҙмәттәр күрһәткәнен аңлатып бирәсәк. Табиптарға башҡорт һәм рус телдәрендә мөрәжәғәт итергә мөмкин”.
#Айыҡауыл2019, #Трезвоесело2019
Читайте нас: