Салауат районында “тиҙ ярҙам” машинаһы түңкәрелгән. Унда өс ауырлы ҡатын булған.
“Ашығыс ярҙам” автомобиле акушер-гинеколог оҙатыуында ҡатындарҙы Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына алып китеп барған. Һәләкәт урынына икенсе "ашығыс ярҙам" машинаһын саҡырғандар, әммә уның килеүенә табип һәм буласаҡ әсәләр юлда осраған машинаны туҡтатып, район үҙәгенә китеп өлгөргән.
Юл фажиғәһендә бер кем дә йәрәхәт алмаған. Ауырлы ҡатындар Мәсәғүт дауаханаһында тулыһынса тикшереү үтәсәк.
Юл һәләкәтенең сәбәбен әле ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре асыҡлай.