Шоңҡар
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Февраль 2020, 07:52

Ҡаҙ мөхәббәте

Йәй буйына бер төркөм булып Һаҡмарға барып, кис еткәс, теҙелешеп бергә генә ҡайтып йөрөгән аҡыллы ғына ҡаҙҙарымдың береһенә әллә нимә булды ла ҡуйҙы бит! Башҡалары ҡайта, был юҡ. Эҙләп сыҡһаң, һаҡ ҡына, етди генә баҫып, күрше Фәрхәнә апайҙың ҡаҙҙары араһында йөрөй. Ҡайтырға уйында ла юҡ. Был хәл көн дә ҡабатлана башлағас, барып етте минең башҡа: ҡаҙым ғашиҡ булған бит! Күршенең ҡараҡай ғына ҡаҙына! Эй, шунан күҙәтә башланым тегеләрҙе. Йөрөгә-ә-ән була инде минең ҡаҙ муйынын дуғаландырып, күкрәген киреп, ҡәҙимге егетлеген күрһәтә белә! Теге ҡараҡай ҡаҙына башҡалар яҡынлай башлаһа, суҡышы менән этеп кенә ебәргән була. Әрһеҙләшкән егет ҡаҙҙарҙы муйынын оҙон итеп һуҙып, яман итеп ҡаңҡылдап әрләп, алыҫҡараҡ баҫтырып ебәрә. Ә теге һөймәлекле ҡараҡайы ҡәнәғәт. Яҡлаулы икәнен белеп, тыныс ҡына йәшел үлән йолҡа. Һөйгәненең ҡыйыулыҡтарын хуплап, ҡанаттарын ҡағып, наҙлы ғына итеп ҡаңҡылдап ала.

Ҡаҙ мөхәббәте
Йәй буйына бер төркөм булып Һаҡмарға барып, кис еткәс, теҙелешеп бергә генә ҡайтып йөрөгән аҡыллы ғына ҡаҙҙарымдың береһенә әллә нимә булды ла ҡуйҙы бит! Башҡалары ҡайта, был юҡ. Эҙләп сыҡһаң, һаҡ ҡына, етди генә баҫып, күрше Фәрхәнә апайҙың ҡаҙҙары араһында йөрөй. Ҡайтырға уйында ла юҡ. Был хәл көн дә ҡабатлана башлағас, барып етте минең башҡа: ҡаҙым ғашиҡ булған бит! Күршенең ҡараҡай ғына ҡаҙына! Эй, шунан күҙәтә башланым тегеләрҙе. Йөрөгә-ә-ән була инде минең ҡаҙ муйынын дуғаландырып, күкрәген киреп, ҡәҙимге егетлеген күрһәтә белә! Теге ҡараҡай ҡаҙына башҡалар яҡынлай башлаһа, суҡышы менән этеп кенә ебәргән була. Әрһеҙләшкән егет ҡаҙҙарҙы муйынын оҙон итеп һуҙып, яман итеп ҡаңҡылдап әрләп, алыҫҡараҡ баҫтырып ебәрә. Ә теге һөймәлекле ҡараҡайы ҡәнәғәт. Яҡлаулы икәнен белеп, тыныс ҡына йәшел үлән йолҡа. Һөйгәненең ҡыйыулыҡтарын хуплап, ҡанаттарын ҡағып, наҙлы ғына итеп ҡаңҡылдап ала.
Фәрхәнә апай сығып, ҡаҙҙарын саҡыра башлаһа, теләр-теләмәҫ кенә айырылышырға мәжбүр инде ғашиҡтарыбыҙ. "Үҙебеҙҙең ҡаҙҙар араһынан берәйһен тапһаң булмаймы, улай бик дәртле булғас? Кеше йонсотоп..." – тип мин дә тегене һуҡрана-һуҡрана ҡыуып алып ҡайтам.
Бына шулай йөрөй торғас, ҡаҙҙарҙы бикләп ҡуйып, һимертер ваҡыт етте. Өй хужабыҙ етте һеҙгә, башҡаса йөрөмәйһегеҙ, тип башҡа сығармаҫ булды. Ҡаҙҙарым был хәлгә күндәм генә риза булдыэ Үҙе вахта менән эшкә сығып киткәс, ем, һыу биреп ашатыу минең елкәгә төштө. Бөтәһе лә ашай, ә теге ҡаҙым миңә ультиматум ҡуйып, бер тәғәм дә ҡапмай. Башын ғорур күтәреп, муйынын һуҙып, ҡапҡа аша күршеләр яғына ҡарап тик тора. Теге яҡта ҡаҙҙар шаулашҡанын ишетһә, әсе итеп, йөрәк өҙгөс тауыш менән ҡаңҡылдап ебәрә. Теге ҡараҡайы ла йәлләүес итеп яуап бирә. "Ни булды һиңә, ҡайҙа юғалдың?!" – тип ишетелә ул минең хисле ҡолағыма.
Шулай бер нисә көн көрәш алып барҙыҡ: ҡаҙым минең ныҡлығымды, ә мин үҙемдең хис-тойғоларымды еңеп маташам. Ем бирергә барған һайын ата ҡаҙым күҙҙәремә мөлдөрәп ҡарай. "Нимә, мөхәббәт уттарында янманыңмы ла, һағыныу хистәрен кисермәнеңме әллә?" – тип уҡыйым был шелтәле ҡарашты. Ем һалып, алыҫлаша башлаһам, "Ҡыйғаҡ!" тип өндәшә, ә миңә "Зинһар!" тип ишетелә. Ахырҙа өй хужаһының “ҡаҙҙарҙы сығарма” тигән һүҙен ҡолаҡ артынараҡ шылдырып ҡуйып, йүгереп ҡапҡаны асып ебәрҙем. Эй, рәхмәттәрен ҡаңғылдатып, осоп сығып киттеләр ҡаҙҙарым, ҡаурыйҙары ғына туҙырашып ятып ҡалды. Арттарынан мин дә Һаҡмарға табан йүгерҙем – теге икәүҙең нисек итеп осрашҡанын күреү теләге көслө ине.
Төркөм-төркөм булып, йылғаның өҫтөн тотош ҡаплап йөрөгән йөҙләгән, юҡ, меңләгән ҡаҙҙарға минекеләр ҙә барып ҡушылды. Һалҡын һыу эсеп, янған йөрәктәренә ял алдылар ҙа, ҡаурыйҙарын ҡабартып, аҡҡош кеүек йөҙөп киттеләр. Меңәрләгән тауыш араһынан яҡынын танып, теге ике ғашиҡ йән, ағымды йырып, бер-береһенә атылды. Юҡ, ҡосаҡлашманылар ҙа, үбешмәнеләр ҙә, оҙон муйындары менән бер-береһенә һырылманылар ҙа... Баштарын һелкә-һелкә үҙ телдәрендә нисек бер-береһен һағынышҡандарын тыйнаҡ ҡына аңлаттылар ҙа, бергәлектәренә ҡәнәғәт булып, йөҙөп киттеләр.
Эй, гонаһһыҙ йәндәр! Ҡыҫҡа ғына ғүмерегеҙ эсендә лә кешеләргә күпме фәһем биреп йәшәйһегеҙ һеҙ, ғашиҡтар! Шул ҡаҙҙарҙан үрнәк алығыҙ – бергә булыр өсөн көрәшегеҙ, күңел ҡапҡаларын асығыҙ, бергә булған мәлдәрҙең ҡәҙерен белегеҙ! Кейек ҡаҙҙарҙың ғына түгел, йорт ҡаҙҙарының да яҙмышы йырҙарҙа йырланырлыҡ шул...
Ҡоҙалашыу
– Фәрхәнә апай, һиңә ҡоҙа булып килә ятабыҙ!
Бирер ҡыҙҙарын инде кейәүгә биреп бөткән күршем аптырап китте:
– Аһ-аһ! Ниндәй ҡоҙа ул тағы?
— Анауы һөймәлекле ҡараҡай ҡаҙыңды һоратып килдек. Ғашиҡтарҙы ҡауыштырып, мең сауаплы булайыҡ әле.
Эштең айышына төшөнгән күршем шыңғырҙатып көлөп ебәрҙе:
– Изге ниәт менән йөрөйһөгөҙ икән, әйҙә һуң! Шул ике ғашиҡты уйлап, үҙемдең дә күңелем кителеп йөрөй ине. Ҡалайтып һуйып ашамаҡ кәрәк уларҙы?
Күршенең ризалығын алып, ҡаҙҙарыбыҙҙың йәй буйына күрһәткән әкәмәттәрен иҫләп, көлөшә-көлөшә бер самауыр сәйҙе түңкәргәс, киленебеҙҙе – ҡараҡай ғына ҡаҙыбыҙҙы – ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, ҡайтып киттек. Үҙем эстән генә: “Фәрхәнә апай шикелле әрһеҙ, алсаҡ, шәп бул”, – тип теләктәремде яуҙырам.
Мул ҡуллы күршемдән дә, уның эшһөйәр, ярҙамсыл балаларынан да изгелекте әҙ күрмәнем. Биш балаһы, биш балаһынан бер ишек алды булып йөрөгән ейән-ейәнсәрҙәре араһына ҡыҫтырып, мине лә әсәйҙәрсә ҡурсыны, йылы һүҙен, аҡыллы кәңәшен, ярҙамын йәлләмәне. Беҙҙең яҡта ундай ҡатындарҙы, әрһеҙлектәрен, ҡара тырышлыҡтарын ололап, һапһыҙ ҡара балта, тиҙәр. Ә тормош иптәше Факил ағай инде атайһыҙ ғына үҫкән Әнәсемдең донъя ҡорған, тормош көткән саҡта оло бер терәү-таянысы булды. Рәхмәтле уйҙарыма төрөнөп, һары һалам түшәп, йәш кәләште көтөп ятҡан ата ҡаҙым эргәһенә ҡайтып индем. Быныһын арттырып ебәрәм инде, ҡайҙан ғына ятһын ти?! J
Һөйгәнем янымда булмағас, был донъяның йәме лә юҡ тигәндәй, бер аяғына баҫып, бойоғоп ҡына моронон ҡанат аҫтына тығып, ойоп торған ҡаҙым, беҙҙең сөкөрләшкән тауышҡа һиҫкәнеп китте. Үҙ яҙмышына күнеп, күңеленән генә ғүмерен бысаҡҡа тапшырып, үҙенә-үҙе йәсин уҡып килгән ҡуйынымдағы ҡараҡай ҡаҙ ҙа, һөйгәнен күргәс, тыпырсынып тауыш бирҙе. “Иҫән! Иҫән! Эй, бәғеркәйем минең! Минең йәнемде алһағыҙ алығыҙ, тик уныҡына теймәгеҙ берүк!” – тип аңланым ҡулдарымды тырнап тыпырсына, үҙәк өҙгөс тауыштар сығарып ҡаңҡылдай башлауынан. Үҙ күҙҙәренә, үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанмаған ата ҡаҙым, бикле кәртәһе эсендә бәргеләнә. “Йәнкиҫәккәйем тере лә баһа! Хәҙер ҡотҡарам мин һине! Кәртәләрен емереп сығам!” тигәндәй, сығыр юл эҙләй.
Э-э-й, был икәүҙең нисек ҡауышҡанын, нисек ҡыуанғанын йөрәк имләр тамаша итеп кинәнеп, оҙаҡ ҡарап торҙоҡ. Ата ҡаҙым оҙон муйынын кеселекле һуҙып, баш эйеп, беҙҙең эргәгә килеп рәхмәтен әйтә лә һөйгәне эргәһенә йүгереп барып, тынысландырып ҡыпылдай. Унан беҙҙең яҡҡа уҫал ҡарашын ташлап, муйынын һуҙып ала, килеп кенә ҡарағыҙ, йомшаҡ ерегеҙҙе өҙә тешләп алырмын, йәнәһе. Шулай ғашиҡтарҙы ҡауыштырып, ҡәнәғәт йөҙ менән беҙ ҙә өйгә юлландыҡ.
Һөйгәнең эргәһендә ҡыуыш та ожмах тигәндәй, ырыҫ һалҡындарға бирешмәйсә, ҡаңғыр-ҡоңғор һөйләшә-һөйләшә ҡыш үткәрҙе ҡаҙҙарым. Яҙғы ҡояштың йылы нурҙары тойолоу менән, инә ҡаҙым һары һаламдарҙы иңе аша ташлап, оя кәрәклеген аңғарта башланы. Рәхим генә итә күр, тип өй хужабыҙ йоҡа таҡталарҙан ыҡсым ояны эшләүе булды, илгәҙәк ҡаҙым менеп тә ултырҙы. Ә ата ҡаҙыбыҙ һеҙҙең кәрәк бөттө, бар-бар, мәшәҡәтләп, аяҡ аҫтында йөрөмәгеҙ тигәндәй, уҫал ыҫылдап, ишек төбөнә һаҡҡа баҫты.
Бына шулай, ай тигәндә ун биш йылыҡай ғына йомортҡа менән ҡыуандырған ҡаҙҙарым, бөтә шартына килтереп, бәпкә баҫырға әҙерләнә башланы. Инә ҡаҙым, хас та көнө еткән ауырлы ҡатын кеүек, татлы өмөттән өндәшмәҫ, үтә тыныс, наҙлыҡай булып ҡалды. Ата ҡаҙым иңдәрендә яуаплылыҡ тойоп, үтә хәстәрлек күрһәтте. Ул хатта һөйгәненең юлында арҡыры ятҡан сыбыҡтарҙы суҡышы менән ситкә алып ырғытыр, инә ҡаҙ ашаған саҡта тәғәм ризыҡ ҡапмай, уның тыныслығын һаҡлар булды. Ояһына йылы ҡауырыйҙарын аҡ мендәр итеп ҡойоп, инә ҡаҙым баҫырға ятты. Кәртә-ҡура тирәһендәге тыныслыҡты һаҡлау ата ҡаҙ иңенә төштө. Нығыраҡ һөрән һалған әтәскә лә, кәртә эргәһенән бер зыянһыҙ үтеп барған бесәйгә лә, яңылыш шатырлап йөрөһәң, үҙеңә лә атағаҙҙың ҡаты шелтәһе эләгер ине.
Йомшаҡ бәрхәттәй йәшел үләндәр ҡалҡып, май айының ҡояшлы көнө тыуғас, бер-бер артлы бәпкәләр сипылдашҡаны ҡолаҡты наҙланы. Әсәй ҡанаты аҫтында кибенеп, нығынып һары ғына, йомшаҡ ҡына бәпкәләр берәм-берәм оянан ырғып төшөп, ауа-түнә иркенлеккә, йәшел үләнле ишек алдына йүгерҙеләр. Нисек ҡыуанмайһың! Бер ай яңғыҙлыҡты башҡа тыу йөрөгән инә ҡаҙҙарға ҡырын күҙ ҙә һалмай, бәпкәләрен көтөп алған ата ҡаҙҙың шатлығының сиге юҡ! Тауышына быға тиклем булмаған моң, наҙ, шатлыҡ, рәхмәт ауаздары ҡушып, донъя яңғыратып ҡаңғылдап ул бәпкәләренә ҡаршы йүгерҙе. Ҡанаттарын да ҡаҡмай, аяғы ла ергә теймәй – ҡанатһыҙ оса ғына!
Бына инде, ҡабул ит, мин йонсоном, асыҡтым тигәндәй, инә ҡаҙым сат йәбешеп, йәшел үлән йолҡа башланы. Ата ҡаҙҙың шатлығы эсенә генә һыймай шул! Әле генә үҙенә-үҙе мөхәббәт таҡмағы әйтеп, тыпылдатып бейеп китә, әле генә алыҫта ҡыбырлаған йәнле нәмәнән бәпкәләрен ҡурсып, баҫтырып килә, шул уҡ ваҡытта башын ҡырын һалып, нөктәләй генә күренеп табыш ҡарауыллаған төйлөгәнде лә күҙ уңынан ысҡындырмай. Төнгөлөккә өшөп ҡуймаһындар, тип өйгә алған бәпкәләрен таптырып, иртә менән ишек туҡылдата башлай. Ҡумтаға тултырып алып сығып килгән бәпкәләре тауышын ишетеү менән, эй, тотона бейергә! Таҡмаҡ әйткәнде ярата инде, үҙең дә ҡушылып бейей башлаһаң, кит әле, килбәтһеҙ, минең себештәргә ҡыуанып, килештереп тормаһаң тигәндәй, ғәжәпләнеп ҡарай.
Минең ошо илаһи матурлыҡты үҙ күҙҙәре менән көн дә күреп торған ниндәй бәхетле ауыл кешеһе икәнемде аңламайҙыр инде ҡошҡай...
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА.
"Шоңҡар", 12-се һан, 2019 йыл.