Ат йығырлыҡ, донъяны дер һелкетерлек бынауындай ажар сағыңда бер яңғыҙың бынау буш йортта ҡыл да ҡыбырҙата алмай түшәмгә ҡарап ят инде, ә!!! Тик аҡса, сепрәк-сапраҡ тип ҡотороп шашҡан ҡатыны ташламаған, янында балалары ла булһа, былай уҡ донъяһы ҡараңғы төҫ алмаҫ, йәшәү мәғәнәһе юғалмаҫ та ине, бәлки аяҡҡа баҫырлыҡ көсө лә барлыҡҡа килер һәм тағы ла бик күптәрҙең башына , ҡулынан килмәгән шәп эштәрҙе ҡыйратыр ине лә бит. Йәш саҡта йәндәй күргән ике һеңлеһе лә шул тар күңелле бисә арҡаһында ситләшкән түгелме һуң!? Улары инде үҙ донъяларына бикләнеп, ағаларын бар тип тә белмәйҙәр хәҙер. Булмай, сығып китеп булмай. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә генә гөрләп торған хәсрәтһеҙ тормошо селпәрәмә килде лә ҡуйҙы Рәсимдең. Бер нәмәһеҙ һәм яңғыҙ ҡалды. Күҙ асып йомған арала бит әле...
Рәсим хәрби хеҙмәттә булып ҡайтҡас, ауылда оҙаҡ ҡала алманы. Торған ерендә ут сәсрәтеп, ике күҙе уттай янған был сикһеҙ дәртле, йылғыр егеткә ҙур ҡаланан ауылға ялға ҡайтҡан бер ауылдаш ағайы шунда уҡ иғтибар итте. Бына миңә кәрәк работник ҡайҙа ул!? Эштең айышы нимәлә икәнен шунда уҡ аңлап алған егет ризалашманы. Ауылдан бер ҡайҙа ла китмәйем, эш күп бында ла тиһә лә ағай кеше ныҡышыуын ғына белде: Йә был тормошта шунан нимәгә өлгәшәсәкһең, ни күрәсәкһең, бына ауылдыҡылар иртә таңдан ҡара кискә тиклем совхоз эшендә баш ҡалҡытмай бил бөгәләр, мандыйҙармы һуң, ярай шул ҡуралағы малдары менән бирешмәйҙәр. Ана түрәләргә ҡара, улар тоғро йәшәйҙәр тип уйлаһыңмы, бына күрерһең, хужалыҡты талап бөткәс, байып, ситкә сығып та китерҙәр әле, улар ситтә йорт һалмаған, фатир һатып алмаған, аҡса тупламаған тиһеңме!? Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙ... Ағай кеше маҡсатына иреште, егетте майлап, үҙе менән ҡалаға алып китте...
Тотошлай илдә барған 90-сы йылдарҙағы аңлайышһыҙ хәлдәр, иҡтисади көрсөк ваҡытында эштәре шәп бара ине был ағайҙың. Рәсим барлыҡ ҡушылған эштәрҙе теүәл һәм ҙур яуаплылыҡ менән үтәне. Аҡсаһы ла оҙаҡ көттөрмәне. Ҡулына ҙур сумма эләккән һайын йыйып барҙы. Йәш булһа ла, башы шәп эшләне егеттең. Гел генә был ағайҙар көйөнә бейеп йөрөп булмаҫ, оҫтарып алһам, үҙем дә әллә ниҙәр ҡыйратырмын...
Тора-бара Рәсим төркөмдә ышаныс , ихтирам яулап өлгөрҙө. Оло, яуаплы ғына "эш"тәр ҙә тапшырыла башлағайны. Әсәһенең үлем хәбәре килгәс, ауыл яғына юл алды.. Һәм башҡаса был ҡалаға юлы төшмәне.
Ғаиләлә ул иң өлкәне. Хужалыҡты ҡарар кеше юҡ, атай кеше ышанысһыҙ, эсеү яғы көслө, мәктәптә уҡып йөрөүсе бәләкәй һеңлеләрен хәстәрләү уның иңенә ятты.
Туғандары егеткә кәләш алырға кәңәш итте. Исмаһам ошо йәшкә етеп тә оҡшатып йөрөгән ҡыҙы ла юҡ икән. Рәсим үҙе түгел, буласаҡ ҡатынын туғандары табып бирҙе. Берәүҙәрҙең иркәләп-бәпләп кенә үҫтергән ҡупшы ғына ҡыҙҙарына өйләнергә мәжбүр булды.
Рәсимдең әсәһе йүнсел, һәр эшкә маһир кеше ине. Килен кеше йорт эсендәге, аҙбарҙағы бөтөнлөккә, һәр нәмәнең үҙ урынында булыуына ҡыуанды. Үҙенең ата-әсәһе лә бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәй йәшәгәс, бындағы теүәл донъяны күреп ҡәнәғәт булып, ысын хужабикә булып донъя көтә башланы.
ТИк бына Рәсим генә тыуған ауылында үҙенә урын тапманы. Һаман да эре аҡсалар эшләүҙе көҫәне. Тик бына һеңлекәштәрҙе генә берәй уҡыу йортона урынлаштырыуҙы ҡайғыртырға кәрәклеге тураһында ваш ватты. Шулай бер көн кәләшенә әйҙә ҡалаға күсәйек, тип әйтеп һалды. Уны инде юҡ тимәне, хатта ҡыуанды...
Ҡалала Рәсимгә үҙ эшен алып барыуы хатта ҡулай тойолдо. Бригада йыйып, төҙөлөш эшенә тотондо. Тик бына табылған малды ғына ғәҙел бүлешергә ҡыҙғанды. Фатир һатып алыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны.
Шулай бер көндө егеттәр менән бер оло эш тураһында һөйләшеп оҙаҡ ҡына кафела ултырҙылар. Төшөрөп тә алдылар.
- Егеттәр, тема бар, тағы ла барығыҙға ла "куш" эләгәсәк
-Ә һин был юлы фәстермәйһеңме брат, теге ваҡыт бит ҙур өлөш тейәсәк тинең дә, ә үҙең...
-һуң тейешенсә бүлеп бирҙем бит барығыҙға ла
-ҡара һин уны минең менән не шути,
Эйе, былар менән һаҡ булырға кәрәк. Аңра түгелдәр бит. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡандар уяу , сос була шул.
Күп тә үтмәне. Эш башҡарылды. Заказчиктар ҙа ҡәнәғәт ине. Рәсимгә тейешле сумма ваҡытында тапшырылды. Аҡсаны таратырға тағы ла егеттәрен йыйҙы. Ә теге егет ҡулындағы аҡсаны иҫәпләгәс, ризаһыҙлыҡ белдерҙе:
-Ҡайҙа һинең вәғәҙә иткән кушың!?
-Һуң ошолай етмәйме ни? Әгәр ҙә дәүләткә эшләһәң был аҡсаларҙы ҡулыңа төшөрөргә бер-нисә ай бил бөгәсәкһең бит. Шуға ла риза булмағас...
-Ярай, ағай, беҙ һинең менән тағы ла күрешәсәкбеҙ әле...
Кешеләр ҡала ситендә бер-береһе менән ярышып тигәндәй йорттар һалған осорҙа Рәсимдең бригадаһына заказдар күп булып торҙо. Көҙ еткәс , фатир һатып алдылар. Ҙур аҡсаға өйрәнеү үҙенекен итте. Ир ҡомарланғандан-ҡомарлана барҙы. Шулай ҙа ҡурҡып йәшәне Рәсим. Сөнки үҙенә эшләгән күп кешегә аҡсаһын тейешенсә түләмәй алданы. Теге ваҡыттағы ауылдаш ағайының " Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙ" тигәнен ғүмерлеккә мейеһенә һеңдереп ҡуйған ине. Башҡаса юл менән йәшәй алманы. Шулай бер ваҡыт социаль йорттар төҙөү буйынса программа сафҡа ингәс, етәксе урында ултырған бер танышы аша ҡулына ҙур объект эләкте. Эш башланғас, әллә бер ай үтте , Рәсимдең йылҡылдап торған өр яңы иномаркала ҡайтып төшкәнен күреп күршеләре аһ итте..
Заманалар үҙгәреп тора. Етәксе урында ултырған таныштары ла эштән бушатыла, йә икенсе эшкә күсә. Рәсимдең дә эше туҡтап ҡала. Һирәк-һаяҡ килеп сыҡҡан эштәр булды. Әммә тамған аҡса менән ҡатынына ярауы ҡыйынлашты. Уныһы фатирҙа йышлаған ирен күреп, һаһый башланы:
-Кеше ирҙәре ана нисек себерҙә аҡса эшләйҙәр, һин дә бар, әзмәүерҙәй ирһең бит, ниңә заказдар көтөп улытраһың. Беҙ насар йәшәмәйбеҙ. Тик бына кеше һымаҡ рәхәтләнеп берәй сит илгә барып ҡайтҡаныбыҙ бармы?
Бығаса йышылған йылғыр ир тиҙ арала бригада йыйып һыуыҡ яҡҡа юлланды. Егеттәрен урынлаштырып, авансты ҡулға төшөргәс, уларының ашарҙарына ниндәйҙер сумма ҡалдырҙы ла ҡалған аҡсаларын кеҫәһенә һалып ҡайтыу яғын ҡараны. Хәҙер ул тағы ла бер бригада йыйыу ҡомары менән яна ине...
Икенсе көн ҡатыны эшкә сығып киткәс, ҡала буйлап йөрөп килергә булды. Сығыуы булды кварталда эшһеҙ аптырап йөрөгән мужиктар менән һөйләшеп торҙо, иртә менән төшөрөп алырға өлгөргәндәр үҙҙәре. Кемеһенәлер аҡса ла тотторҙо, хәйер булыр. Үҙәк яғына ыңғайланы. Сауҙа комплексына инеп сығырға булды. Көтмәгәндә ситтән кемдеңдер уны күҙәтеп торғанын һиҙепме, күтәрелеп ҡараһа, бик
таныш йөҙҙө шәйләне. Эйе таныны уны. Бер ваҡыт уға тәғәйен булған аҡсаһының күп өлөшөн үҙ кеҫәһендә алып ҡалғайны...
- Ағай, бына осраштыҡ бит!
- Сәләм, ҡусты! Ҡайҙарҙа йөрөп ятыш?
- Уныһы һиңә нимәгә? Әйтәйек, бик алыҫта, ти... Күрешеп һөйләшеп алырға ине һинең менән, эш бар...
Егет хәйләле генә ҡарап ҡуйғас, Рәсимде ҡурҡыу хисе биләп алды. Шулай ҙа осрашырға ризалашты.
Рәсим, машинаһын сығарып, һөйләшелгән ергә килде. Шәп тиҙлектә
елдәй елеп килгән сит ил маркалағы машина килеп туҡтағас, эсенән бер нисә һуйылдай ир-егет килеп сыҡты. Рәсим ауыҙын асып та өлгөрмәне. Дәү кәүҙәлеһе уны осора һуҡты. Йығылған ирҙе тирә- яҡтан типкеләнеләр генә. Ҡар күплектән торорға көс тапманы, хәлдән тайҙы. Өнһөҙ ҡалған ирҙе машинаға индереп ултырттылар. Уның эске кеҫәһенә ҡағыҙ ҡыҫтырҙылар. Ҡараңғы төшкәс, уны үҙе йәшәгән квартал эсенә ырғытып киттеләр... Рәсимде полиция тапты. Тик уларға бер нәмә лә һөйләй алманы. Эш асмауҙарын үтенде. Ҡарҙа оҙаҡ ятҡан ир аяғын ныҡ ҡына өшөттөргән ине. Ә ҡатыны “кеше өлөшөн күп ашағаны һәм минең ҡатын менән сыуалғаны өсөн” тигән яҙыу киҫәген кейемдәре араһынан табып алды. Һәр ваҡыт үҙен алиһәгә генә тиңләп, иренең бындай ҡылығы бар тип бер ҡасан да башына килтермәгәс, уйнаштан ғына һалдырҙы.
Дауахананан һуң фатирға индермәне. Яҡшылап һөйләшергә, аңлашырға теләмәне лә. Әле яңыраҡ һалған яҡшылап йәшәүгә яраҡһыҙ булған йортона барырға мәжбүр булды уныһы. Аяҡҡа тиҙ баҫырмын да себергә юлланырмын тип уйлағайны, әммә тороп китерҙәй көс таба алманы. Етмәһә, артабан да дауаланырға кәрәк, тинеләр.
Күңелендә бушлыҡ оялағанына, йәшәүгә өмөтө һүнә барыуына йәне
көйҙө. Туҡта, ебеп төшмәйем әле. Мин бит юғалып, төшөп ҡалғандарҙан түгел! Балаларым хаҡына йәшәргә тейешмен! Ҡулына “Ҡөрьән” китабын алды.
Эйе, тоғро йәшәлмәгән.
Үҙ милләттәштәремде, халҡымды алдағанмын. Әле михнәттәренә күнде.
ҡылған бысраҡлыҡтары өсөн яза икәнен бик яҡшы аңланы ул. Уны Хоҙай ебәргән оло һынау тип ҡабул итте.
Донъялағы иң яҡын, ҡәҙерле булған кешеһе - әсәһен иҫенә төшөрҙө. Уның рухына хатта йыл һайын аят та уҡытылмаған. Ярай әле, һөйөклө улын бындай меҫкен хәлдә күрмәй. Эстән үҙе кемдәрҙе рәнйеткән, кемгә ауырлыҡ һалған, барыһынан да күҙ йәштәре аша ғәфү үтенде...
Земфира Ғабдуллина