Һөйөнсө, йәмәғәт! Шәһит менән Айһылыуҙың ҡыҙҙары донъяға килгән! Үҙенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендәге видеояҙмала Шәһитулла үҙенең атай булыуы хаҡында былай ти: “Яҙам һәм илайым... Атай булдым. Рәхмәт, Айһылыу...” Йәш ғаиләгә бәхет, сабыйға һаулыҡ, атай-әсәһенең ҡыуанысы, терәге булыуын теләйек.