Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2020, 09:37

Ҡөрьән һабаҡтары: "Йәнен паклап ҡына йөрөгәндәр ота.."

Ҡөрьән һабаҡтары
Ҡөрьән өйрәтә: “Дингә көсләү юҡ, ти.
Йән һәм уны тулы кмиллыҡҡа тап килерлек итеп яралтҡан, гонаһтар эшләү мөмкинлеген дә, тәҡүәлекте лә һалып ҡуйған. Зат менән ант итеп алам
Йәнен паклап ҡына йөрөткәндәр ота, күңелендәге насарлыҡты йәшереп ҡалырға тырышҡандар отола”.
“Әш-Шәмс” (“Ҡояш” сүрәһе), 7-10 аяттар
“Иманға күркәмлек биреп, уға һөйөү хисен һеҙҙең күңелгә Аллаһ Үҙе һалып ҡуйған, иманһыҙлыҡҡа, намыҫһыҙлыҡҡа, баш бирмәү ғәҙәтенә нәфрәт уятҡан”.
“Худжүрәт” (“Бүлмәләр” сүрәһе), 7-се аят.
Тимәк, кешенең үҙен дә, ул эшләп йөрөгән ғәмәлдәрҙе лә Аллаһ Үҙе яралтҡан. Был – һынау.
Имтиханды тота белеү бәндәнең үҙ ихтыярында.
Шуға күрә лә мосолман игелектән дә айырылмай. “Эй, раббым! Йәнемә тәҡүәлектән өлөш бир, уны паклап ҡына тора. Паклай белгәндәрҙең бит Һин – иң яҡшыһы, Яҡлаусыһы ла. хужа ла”, - тип доға ҡылып ҡына тора.
Бөтә нәмәне Аллаһ үҙе яралтып бар иткән булһа ла, бәндәгә “игелектәр генә Аллаһтан килә, боҙоҡлоҡтар Унан түгел”.
“Бәләләр улар бәндәнең үҙе эшләп йөрөгән гонаһтар сәбәпле килә, шулай ҙа уларҙың күбеһен Аллаһ ғәфү итә”.
“Беҙ уларға золом итмәнек” – ти Аллаһ. - Үҙҙәренә ҡарата улар үҙҙәре ғәҙел була белмәне.
“Әш-Шура” (“Кәңәш” сүрәһе, 30-сы, “Зағуруф” (“Зиннәтләнеү”) сүрәһе, 76-сы аят.
Читайте нас: