Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2020, 12:24

Сәғит Ҡадыровтың "Урал бөркөтө" әҫәренән өҙөк бөгөн алты телдә яңғыраны!

Сәғит Ҡадыровтың "Урал бөркөтө" әҫәренән өҙөк бөгөн алты телдә яңғыраны!

Диктант данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы халыҡ-ара кимәлдә уҙғарылды. Уны Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы, Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо. Диктантты М.Аҡмулла исемендәге БДПУ- ла башҡорт, татар һәм мари телдәрендә яҙһалар, БДУ-ла сыуаш, урыҫ, удмурт һәм башҡорт телдәрендә яҙҙылар. М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла башҡорт теленән диктантты Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ һәм атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Ғиззәт улы Үтәшев уҡыһа, БДУ-ла Башҡортостан юлдаш телеканалының алып барыусыһы Таһир Вәхитов уҡыны. Ике ерҙә лә зал тулы булды! Тимәк, беҙҙең башҡорт теленең киләсәге бар! Урыҫ, татар, сыуаш, удмурт һәм мари телдәренән диктанттарҙы ла яҙырға бик күп кешеләр килгән! Башҡортостан күп милләтле республика! Туған телебеҙҙе беләйек, яратайыҡ һәм башҡа телдәргә ихтирам менән ҡарайыҡ! Байрам менән, милләттәштәр!