Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2020, 08:19

"Йөрәк һүҙе" үҙ сәфәрен дауам итә

“Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһе республика буйлап сәфәрен дауам итә. Тәүҙә ул Өфө сәхнәләрендә генә ойошторолһа, хәҙер иһә Башҡортостандың һәр төбәгендә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән үткәрелә. Бөгөн Стәрлетамаҡ районының Талаҫ мәктәбендә шиғриәт һөйөүселәр майҙан тотто. Башҡортостанда иғлан ителгән Башҡорт теле йылы, шулай уҡ Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған сарала райондың төрлө мәктәптәренән уҡыусылар шиғри әҫәрҙе тасури уҡыуҙа көсөн һынашты.

“Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһе республика буйлап сәфәрен дауам итә. Тәүҙә ул Өфө сәхнәләрендә генә ойошторолһа, хәҙер иһә Башҡортостандың һәр төбәгендә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән үткәрелә. Бөгөн Стәрлетамаҡ районының Талаҫ мәктәбендә шиғриәт һөйөүселәр майҙан тотто. Башҡортостанда иғлан ителгән Башҡорт теле йылы, шулай уҡ Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған сарала райондың төрлө мәктәптәренән уҡыусылар шиғри әҫәрҙе тасури уҡыуҙа көс һынашты.
– Бөгөнгө глобалләштереү заманында балаларға туған телдең ҡәҙерен, әһәмиәтн төшөндөрөү – бик мөһим бурысыбыҙ. Кешенең йөрәгенә үтеп инеүҙә шиғри һүҙҙең көсө ҙур, – ти Талаҫ мәктәбе директоры Зәилә Рәхмәтуллина.
Бөгөнгө көндә шиғриәт конкурсында ҡатнашыусылар Халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһына ҡушылып, башҡорт, татар, рус телдәрендә диктант яҙған.
Читайте нас: