Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2020, 16:19

Йөрәк менән йөрәк араһы хаҡында

Бер мәлде остаздары уҡыусыларынан былай тип һораған:- Әйтегеҙ әле, ни өсөн кешеләр бер-береһе менән әрләшкәндә тауыш күтәрә?- Күңелдәрендә тыныслыҡ тойғоһон юғалтҡан өсөн, - тип яуаплай берәү.- Кеше яныңда торғанда ниңә уға ҡысҡырырға һуң? – тип ҡабатлап һорай остаз. – тауыш күтәрмәй генә аңлашып булмаймы ни?Уҡыусылар төрлө яуаптар тәҡдим иткән. Әммә уларҙың береһе лә остазды ҡәнәғәтләндермәгән.Ахыр сиктә былай тип аңлатҡан ул:

Бер мәлде остаздары уҡыусыларынан былай тип һораған:
- Әйтегеҙ әле, ни өсөн кешеләр бер-береһе менән әрләшкәндә тауыш күтәрә?
- Күңелдәрендә тыныслыҡ тойғоһон юғалтҡан өсөн, - тип яуаплай берәү.
- Кеше яныңда торғанда ниңә уға ҡысҡырырға һуң? – тип ҡабатлап һорай остаз. – тауыш күтәрмәй генә аңлашып булмаймы ни?
Уҡыусылар төрлө яуаптар тәҡдим иткән. Әммә уларҙың береһе лә остазды ҡәнәғәтләндермәгән.
Ахыр сиктә былай тип аңлатҡан ул:
- Үҙ-ара низағлашҡан саҡта кешеләрҙең йөрәктәре алыҫлаша. Шуға ла бер-береһен ишетер өсөн уларға тауыш күтәрергә тура килә. Бәхәс ҡыҙған һайын көслөрәк ҡысҡыралар. Ә хәҙер әйтегеҙ инде, бер-береңә ғашиҡ булғанда нимә күҙәтелә?
- Һөйләшмәйҙәр бары бышылдашалар. Тора-бара бышылдау ҙа кәрәкмәй башлай. Уларҙың йөрәктәре бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңларға өйрәнә.
- Дөп-дөрөҫ. Шуны онотмағыҙ, бәхәсләшкәндә йөрәктәрегеҙҙең алыҫлашыуына юл ҡуймағыҙ, ундай һөҙөмтәгә килтереүсе һүҙҙәр ҡулланмағыҙ. Сөнки шундай көн килеүе мөмкин: йөрәктәр шул тиклем алыҫайыр һәм уларҙы яҡынайтыу сараһын таба алмаҫһығыҙ.
Читайте нас: