Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Февраль 2020, 09:03

Дамир Шәрәфетдинов

Был яҡтарға, серҙәр эҙләп,Беҙ килә инек.Көтөп талған иләҫ йөрәкЕлкенә ине... Әле тағы шул донъяғаҺуғылам, бына, –Йәшлегемә инеп сығамҠабалан ғына. Маныштынан Инйә

Дамир Шәрәфетдинов
ҺЫУҺЫЛЫУ
йәки әкиәттәр нисек тыуа
Шиғри хикәйә
Был яҡтарға, серҙәр эҙләп,
Беҙ килә инек.
Көтөп талған иләҫ йөрәк
Елкенә ине...
Әле тағы шул донъяға
Һуғылам, бына, –
Йәшлегемә инеп сығам
Ҡабалан ғына.
Маныштынан Инйәргә юл –
Ҡарурман эсләп.
Юл тимәҫлек – тар ғына ул,
Бормалы, өҫтәп.
Ҡабаҡтағы яңғыҙ ул өй
Һаман бар икән.
Төрлө имеш-мимеш йөрөй
Тирәләп күптән.
...Серҙәр эҙләп был яҡтарға
Йөрөгән саҡта
Тарыныҡ бер мажараға
Ошо ҡабаҡта.
Яңғыҙ әбей йәшәй ине
Иркен ул өйҙә.
Юлаусыға еңел генә
Барып инеүгә:
Юл өҫтөндә ҡойто ғына
Соланһыҙ бура
Арты менән шыршыларға
Терәлеп тора.
Тик ул өйгә мин белгәне
Инмәне һис кем.
Үҙем дә гел ул тирәне
Һағайып үттем.
Йөҙ йәшәгән ул әбекәй
Бик хәтәр, тиҙәр.
Бик боронда, тиеп иҫләй
Бөгөн әбейҙәр,
Илдә балҡыш булған, ти, ул,
Ерҙә – хур ҡыҙы,
Бәндәбикә, Маянһылыу,
Зөһрә йондоҙо –
Барыһының күсермәһе
Унан алынған!
Бөгөн әйткәнсә, йәнәһе,
Прообраз булған.
Саф мөхәббәт тарихтары
Һәр саҡ – боронда.
Иҫкә алып китеү фарыз
Уҙып барғанда:
Имеш, тиҙәр, был Зөһрәнең
Таһиры булған...
Шулайҙыр шул, кеме, тиһең,
Уға өй һалған?
Һунарға китеп юғалған
Йәнкәй-йәнәше,
Ә ҡатындың шунан ҡалған
Ғәмгә ҙур үсе:
Тулған айҙа әйләнә лә,
Имеш, бүрегә,
Һеләүһенгә, Мәскәйгә йә
Шайтан-бирегә,
Юл баҫырға сыға икән,
Эҙләп ҡорбанын…
Вәхшилеген ҡаплап киткән
Тик төн юрғаны.
Урман-тауҙа бик йыш әҙәм
Юғала былай.
Табылмағас, серлелек һәм
Хөрәфәт сорнай…
Бында яңғыҙ йөрөүҙәрҙе
Тыйҙы ағайҙар.
Хәтерләйем, ҡайттыҡ берҙе
Күмәк малайҙар.
Әүрәп-фәлән кителгәнме,
Елме күңелдә,
Елдерешеп үтелгәйне
Ярты юл төндә,
Ысҡынды бит әллә кемдән:
“Ҡабаҡ, малайҙар!..”
Сәйер сеңләү ишетелде –
Бапаҡ йөрөйҙөр…
Шып-шым булдыҡ. Ниҙер унда
Илаған һымаҡ,
Әйләнәне шомло йәндәр
Ҡамаған һымаҡ…
Ҡасырғамы күҙҙе йомоп? –
Уйҙар туҙыша.
Биш малай бер ҡурҡаҡ булып
Тупҡа ойоша.
Берәү шунда һорап ҡуйҙы:
“Тулғанмы һуң ай?”
Болотта кем күргән айҙы?
“Тулғайны, буғай...”
“Йөрөй, ти, аяҙҙа ғына...”
Ышандырҙың, бар!..
Урмандағы йыртҡысыңа
Нимә болоттар?..
Ана, тағы ниҙер шаша,
Илай, кеткелдәй, –
Әллә күрше күкрәк аша
Йөрәк дөпөлдәй?
Өңөндә тейеү юҡ, тиҙәр,
Торабыҙ шуға.
Ә шулай ҙа, ана, ниҙер
Килә ҡаршыға!
Шалтыр-шолтор, тып-тып, мыш-мыш –
Енме, өрәкме?..
Был, күрәһең, беҙгә яҙмыш
Биргән бүләктер –
Моронон беҙгә терәне
Шундай таныш ат.
Йә, Хоҙай, күршене мәңге
Ожмахта йәшәт!
–Нишләп тораһығыҙ бында? –
Ти күрше ағай.
–Ҡайтып бара инек, унда
Нимәлер илай...
–Һеҙҙең кеүек аҫыл ирҙе
Ул яһил ҡарсыҡ
Әүрәтергә тейеш ине
Ҡыҙ булып баҫып!
Сыҡманымы ҡаршығыҙға –
Шәп-шәрә, матур?
(Бүре ине беҙҙең уйҙа –
Әүермән заты).
Йыртҡыс үҙе һеҙҙән ҡасыр!
Белең, күршеләр:
Аҫыл ирҙәр башын ашар
Бары бисәләр!
Ә уның матур саҡтары
Минең иҫемдә... –
Шалтыраны арба ары,
Беҙгә көс инде...
...Үтте көндәр, аҙна-айҙар.
Нисәмә төштән,
Шом-уйҙан һәм фараздарҙан
Сығып ерлеккә,
Шәрә ҡатын эҙәрлекләй
Тап шул урында...
Ә бит һөйгән йәрем йәшәй
Күрше ауылда!
Бармай ҡалам, үпкә көтәм,
Сәбәп – әбейҙә!
Тейҙе шулай ен зәхмәте
Беҙҙең һөйөүгә...
* * *
Был юлдарҙан, серҙәр йыйып,
Күпме беҙ үткән!
Ҡабаҡтағы яңғыҙ ул йорт
Һаман бар икән.
Йән өшөткөс хөрәфәттәр
Юҡ инде күптән,
Әүермән әбей ғәйбәттән
Тарихҡа күскән...
Ҡайтып барам – йәшлектәге
Эҙҙәрем буйлап,
Ошо тирәләге тәүге
Һөйөүҙе уйлап.
Уны юғалттырған ҡарсыҡ
Һаман иҫемдә.
Күрҙемме үҙен берәй саҡ? –
Бары төшөмдә.
Ҡайтып киләм. Айы тулған
Йылы йәйге төн.
Алабарман саҡта бынан
Нисәмә үттем!
Өй йоҡола. Теге саҡта
Нишләп ҡурҡылған?
Уйлаһаң бит, ул ҡарсыҡ та
Бәхетһеҙ булған:
Юғалтҡанда хәләлеңде
Йәш, һылыу килеш,
Ниндәй хәбәр киткән илдә –
Әүермән, имеш!..
Ниндәй хәтәр заманалар!
Уйлап, өшәнәм:
Тота ла бире яһайҙар
Тере кешенән…
Үттем өйҙө. Бәй-бәй, ана,
Алдаймы күҙем:
Шишмә аша тар баҫмала
Һыуһылыу үҙе!
Ап-аҡ һынлы. Көмөш һыуҙа
Сәстәрен йыуа,
Тулҡын моңо ҡушылыуҙан
Сихри йыр тыуа...
Әкиәткә ышанған да
Бында таң ҡалыр!
Һоҡланыуҙан ҡатып ҡалдым –
Башҡортса ла йыр!
Аңлайышһыҙ хистәр ҡайнай...
Һәм етә аңым:
Башҡорт Һыуһылыуы булмай
Кем булһын тағын?
Аптырау юҡ, ен булһа ла,
Ҡыҙҙан кем шөрләй?
Шундай матур зат та, ана,
Беҙҙеңсә йырлай!
Лермонтовса* яҡын киләм.
Сәсенән урап,
Ҡосоп нескә билдәренән,
Йөҙөнә ҡарап...
Хәйерһеҙең! – аяҡ, сыртлап,
Сыбыҡ һындырҙы,
Һылыуым, тауыштан өркөп,
Һикереп торҙо!
– Һаумыһығыҙ!
– Һыуһылыуым...
– Ниндәй серле төн!
– Ғәфү итсе, тәү күреүем
Әүермән затын...
Тотлоға шулай ҙа телем
(Тотлоғоро бар:
Төн, урман… Осраһын әле
Шундай һылыуҙар!) –
Үҙем... Әҙәм тоҡомонан,
Ниәтем изге:
Маныштынан ҡайтып барам –
Йәшлегем эҙе...
Һыуһылыу яҡын уҡ килде:
– Таныйым, ағай.
Һеҙ – шағир Дамир ҙа инде!..
Көнбәнән, буғай.
Иҫәрҙер мин – ендәр, танып,
Сыға ҡаршыға!
Әллә уҙған быуаттағы
Ғәйбәт ҡарсығы?...
– Мин дә, ағай, ҡайтып барам, –
Ти был, – Инйәргә,
Уңай булды, ары табан
Атларбыҙ бергә...
– Бәй, һин, һылыу – беҙҙең заттың...
– Фәләндең ҡыҙы.
Уңай ҙа ул йоҡлап ҡайтыу,
Әсәй ныҡ тыйҙы.
Был юлдан гел йөрөйбөҙ беҙ,
Ҡурҡмайым шуға, –
Тип юл биреп әйҙәне ҡыҙ
Мине баҫмаға...
– Ә теге өй?
– Ул буш тора
Борон-борондан.
– Төрлө хәбәр йөрөй бары
Ул йорт турында...
– Иҫкә ала ҡай саҡ атай
Ҡыҙыҡ береһен,
Бигерәк тә мин ошолай
Яңғыҙ йөрөһәм...
...Юл киңәйеп, һүҙ ялғаныҡ.
Һәм, бына ҡыҙыҡ,
Беҙҙең теге мажараны
Һөйләне ҡыҙсыҡ!
Инәле-сығалы ғына
Дөрөҫө ҡалған.
Уйсанланып, киләм тыңлап:
Ысынмы булған?
Беҙ булдыҡмы ул әбейҙән
Шөрләп йөрөгән,
Ҡабаҡтағы ен-пәрейҙе,
Йәнәһе, күргән?..
...Шәп икән ул, дуҫтар, ҡайтыу
Ҡарурман буйлап
Үҙең тураһында матур
Әкиәт тыңлап!
Илһамланып уны һөйләй
Һыуһылыу үҙе!
Әкиәткә күсә шулай
Йәшлегем эҙе...
Булыр, булыр, булмаҫ тимә:
Килер быуатта
Кемдер минең ейәнемә
Ошо ҡабаҡта
Тәмләп һөйләр беҙҙең хаҡта,
Әкиәт, тиер.
...Йәш быуынға шулай ҡайта
Боронғо ғүмер.
*Лермонтовтың “Русалка” шиғырында баһадир Һыуһылыуҙы диңгеҙҙән сәсенән һөйрәп сығара.
Читайте нас: