Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Февраль 2020, 08:55

Һөйөү - ул ғиәбәҙәткә тиң

“Һуңғы осорҙа, гүзәл зат менән аралашҡанда, уларға кинәнеп туя алмаҫлыҡ һөйөү сығанағына әүерелегеҙ тигән һүҙҙәрҙе ҡабатлауҙан туҡтамайым”, ‒ ти тәжрибәле психолог Гөлнәзирә Йәнтүрина. Нимә ул мөхәббәт? Һин кисергән тойғо ысын мөхәббәтме, әллә, киреһенсә, күңелеңдең яратылырға, үҙеңдең кем өсөндөр кәрәклегеңде, мөһимлегеңде тойоу көҫәүе генәме? Әгәр ҙә шулай икән, нимә эшләргә? Нисек яратырға һәм яратылырға өйрәнергә, үҙеңдә мәңге һайыҡмаҫлыҡ илаһи һөйөү тойғоһон үҫтерергә, һөйгәнеңдең берҙән-бер һәм ҡабатланмаҫ йәре булырға? Тәжрибәле психолог, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн семинарҙар авторы, тренер Гөлнәзирә Сәфәрғәли ҡыҙының түбәндәге яҙмалары ошо һорауҙарға яуап табырға ярҙам итер…

Әҙәм һәм һауа
“Һөйөү − ул ғибәҙәткә тиң…”
“Һуңғы осорҙа, гүзәл зат менән аралашҡанда, уларға кинәнеп туя алмаҫлыҡ һөйөү сығанағына әүерелегеҙ тигән һүҙҙәрҙе ҡабатлауҙан туҡтамайым”, ‒ ти тәжрибәле психолог Гөлнәзирә Йәнтүрина. Нимә ул мөхәббәт? Һин кисергән тойғо ысын мөхәббәтме, әллә, киреһенсә, күңелеңдең яратылырға, үҙеңдең кем өсөндөр кәрәклегеңде, мөһимлегеңде тойоу көҫәүе генәме? Әгәр ҙә шулай икән, нимә эшләргә? Нисек яратырға һәм яратылырға өйрәнергә, үҙеңдә мәңге һайыҡмаҫлыҡ илаһи һөйөү тойғоһон үҫтерергә, һөйгәнеңдең берҙән-бер һәм ҡабатланмаҫ йәре булырға? Тәжрибәле психолог, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн семинарҙар авторы, тренер Гөлнәзирә Сәфәрғәли ҡыҙының түбәндәге яҙмалары ошо һорауҙарға яуап табырға ярҙам итер…
Ҡатын-ҡыҙ хыялдары (эш тәжрибәһенән)
“Бына хәлле генә кешегә тормошҡа сығырмын да йәки ирем күп итеп аҡса эшләй башлар ҙа, эшләүҙән туҡтармын. Өйҙә бәлештәр бешереп кенә ултырырмын, ожмах бит был!” – тип уйлай бәғзеләр. Һис тә ожмах түгел шул, ҡыҙҙар. Өйҙә ултырған ҡатын-ҡыҙ йыш ҡына аңлайышһыҙ, төҙһөҙ бер затҡа әйләнә. Һәм ул тора-бара тормош иптәшен ҡыҙыҡһындырмай башлай. Ахыр сиктә уны ташлап китеүҙәре лә ихтимал. Эш тәжрибәмдә ундай осраҡтар бик күп. Өйҙә ултырыу һәм шул ваҡытта үҫештән туҡтамау өсөн ихтыяр көсө талап ителә. Һәм барыһы ла быға һәләтле лә түгел. Шуға ла бай ир менән хан һарайындай йортта бәхеткә төрөнөп кенә йәшәү күп осраҡта иллюзия ғына булып ҡала. Ҡатын-ҡыҙға эшләп тә, нисек нәзәкәтле лә булып ҡалырға һуң? Иң тәүге сиратта көсөргәнешлектән арына белергә кәрәк. Шунда ҡатын-ҡыҙ эштән әллә ни арымаясаҡ. Йә булмаһа эште алмаштырырға мөмкин. Әйткәндәй, әсәйем, тәжрибәле уҡытыусы булһа ла, ҡырҡ йәштән һуң эшләмәне. Бының кәрге лә юҡ ине. Әммә уның ни тиклем әүҙем тормош алып барыуын күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ! Иртә һайын йүгерә, һалҡын һыу менән ҡойона, аҙнаһына өс мәрәтәбә воллейболға йөрөй. Көн дә инглиз телен камиллаштыра, сәйәхәт итә. Һәм быларҙың барыһы ла атайым менән бергә. Атайға уға яраҡлашыуҙан башҡа сара ҡалмай. Хәтәр ҙә инде!
“Эх, иремдең ҡиммәтле бүләктәр алып биреүен теләйем. Ә инде бүләктәргә аҡса йәлләй икән, тимәк, яратмай”. Был осраҡта ла һеҙҙең менән килешә алмайым, ҡыҙҙар! Бүләктәрҙе һөйөүгә мохтаж, яратылып бөтмәгән ҡатын-ҡыҙ ғына көтә. Сөнки уға һәр ваҡыт тойғоно иҫбат иттереү кәрәк. Тимәк, бүләккә үҙ булмышында һөйөү тойғоһон асмаған ҡатын-ҡыҙ ғына мохтаж. Әммә бүләктәр менән генә йән ауырыуы дауаланмай. Ҡатын-ҡыҙ шуны онотмаһын ине: әгәр ҙә күңелдә һөйөү тойғоһо етерлек булһа, һөйгән кешеңдең мөхәббәте лә етерлек буласаҡ. Был осраҡта юҡ-бар урында ғәйеп ташлау, үпкәләүҙәр ҙә тыумясаҡ. Әммә был беҙ бүләктәрҙән баш тартырға тейеш тигән һүҙ түгел. Күңелле көтөлмәгән хәл һәм мөнәсәбәттәрҙең тәбиғи ағышы булһын улар. Ҡыҫҡаһы, күңеле мөхәббәт менән тулы ҡатын-ҡыҙ бүләктәр көтмәй. Ул былай ҙа бәхетле!
Бөгөн “Иреңдән нисек бүләк алырға?” тигәнерәк тренингтарға ихтыяж ҙур. Быға нисек өлгәшергә кәрәк икәнлеген мин дә беләм! Хәйләләр күп! Әммә бер ваҡытта ла бының менән файҙаланмайым. Һәм уға өйрәтергә лә теләмәйем. Һөйгән йәрең булыу – үҙе иң ҙур бүләк һәм оло бәхет ул. Һәм яратҡан кеше һөйгәненән бер нәмә лә көтмәй. Әгәр ҙә нимәлер алырға тырышабыҙ икән, тимәк, мөхәббәт тигән ғибәҙәтханаға яҡынлай ҙа алмайбыҙ. Джебран Хәлилдең “Мөхәббәт хаҡында” тип исемләнгән парсаһын уҡырға кәңәш итәм.
Енси дәртте, шәһүәтте үҫтереү буйынса тренингтар ҙа популяр хәҙер. Эйе, ҡатын-ҡыҙ өсөн был да мөһим. Сөнки ғаилә тормошонда енси мөнәсәбәт ҙур роль уйнай. Әммә мин ҡайһы берҙә ҡатын-ҡыҙҙың шәһүәтллелеге уны биҙәмәүен, киреһенсә, түбән төшөрөүен күрәм. Йыш осраҡта ул һунарсыға әйләнә. Енси мөнәсәбәтте тәүге урынға ҡуйған, ир-атты үҙенең дәрте менән яулап алырға теләгән ҡатын-ҡыҙ күпкә өмөт итә алмай. Сөнки ул рухи яҡтан да үҫешергә тейеш. Кеше бер-береһенә рухи кимәлдә тап килһә, енси йәһәттән тап килеү-тап килмәү хаҡында һүҙ ҙә булмаясаҡ.
Әгәр ҙә иргә ҡатын-ҡыҙ менән енси мөнәсәбәт оҡшай икән, ул бер ҡайҙа ла китмәйәсәк, тип уйларға мөмкин. Түбән кимәлле хайуани инстинкттарға ғына таянған ирҙең, ысынлап та, ундай ҡатын-ҡыҙ янында ҡалыуы ихтимал. Әммә ундай ир өсөн тоғролоҡ, ихласлыҡ, асыҡлыҡ, мөхәббәт төшөнсәләре юҡ! Ул һәр ваҡыт үҙенә оҡшарға теләгән объект менән буласаҡ. Һәм ундай мөнәсәбәттәрҙә мөхәббәт эҙләмәгеҙ ҙә. Мөхәббәт юҡ унда! Ғәфү итегеҙ, ундайҙар мөхәббәт тойғоһон киесереү өсөн үҫешеп бөтмәгән әле. Эйе, кеше ғүмер дауамында үҫешеп, төрлө баҫҡыстарға күтәрелә килә. Һәм, илаһи мөхәббәт тойғоһон татыу ваҡыт ваҡыты ундайҙарға ла килер.
Һеҙгә ҡарата тәрән тойғо кисерергә теләгән ир-ат өсөн үҙ-ара аралашыуығыҙҙың матурлығы, шулай уҡ күңелегеҙ, йәнегеҙ, тойғоларығыҙ, ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ, уйҙарығыҙ ҙа мөһим. Ул инде хайуани кимәлдәге ир-заты түгел. Эволюция йәһәтенән тәүгеләренән бер баҫҡысҡа юғарыраҡ тора. Тик шуныһы йәл, ундайҙар күп түгел. Әммә бар!!!
Бер-береһе өсөн асыҡ ике кешенең илаһи мөхәббәте, һөйөү акты – ғибәҙәткә тиң. . Һәм әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙҙа ир-атҡа ҡарата мөхәббәт һәм һоҡланыу тойғоһо бар икән, уның енси йәһәттән ылыҡтырыу көсө артҡандан-арта бара. Һәммәһе лә тәбиғи килеп сыға. Шуға ла һәр ҡатын-ҡыҙға үҙендә ярата белеү һәләтен асыу, үҫтереү мөһим!
Мөхәббәт ул – ул иҫ киткес матурлыҡ! Мин уға ғүмерем буйы дан йырлармын. Ул даръялай икһеҙ-сикһеҙ. Ул һәр бер күҙәнәккә үтеп инә һәм һөйгәнең менән бер бөтөнгә әүерелдереп тирбәлдерә. Бер-береһен һөйгән кешеләр араһындағы көслө магнетизм ул. Мөхәббәттә кешеләр үҫә, асыла. Һәм был рухи үҫештең иң мөһим ҡоралдарының береһе. Мөхәббәттә кешеләр ирек ала. Ул йылдар дауамында төҙөлә. Һәм бындай мөнәсәбәтте бер нисәү менән параллеь рәүештә түгел, бары тик бер кеше менән генә төҙөп була.
Ҡатын-ҡыҙ уның тормошона кемдер йәки ниҙер килер ҙә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелер һәм барыһы яҡшырыр тип хыяллана. Кейәүгә сығыр йәки айырылыр, аҡсаһы артып китер ҙә машина, фатир алыр һ.б. Әммә, үкенескә ҡаршы, тышҡы үҙгәреүҙән һәм нимәлер һатып алыуҙан килгән шатлыҡ оҙаҡҡа бармай. Хәҡиҡәт шунда: реаль, даими шатлыҡ, бәхет, тыныслыҡ, мөхәббәт тойғоһо баштан уҡ һәр кешелә була. Әммә йыш ҡына ул уны үҙенән ситтә, ҡайҙалыр барып ҡайтыуҙа, нимәлер һатытып алыуҙа эҙләй, башҡаларҙан, яҡындарынан көтә… Тапмайынса үпкәләй, талап итә һәм ҡасан да булһа миңә лә бәхет, мөхббәт килер ул тип көтә. Шул рәүешле йылдар үтә һәм кеше бөгөнгөһөнән ситләшкәндән-ситләшә. Тора-бара ул тормошоноң әлеге мәлендәге ҡыуанысты күрергә һәләтле лә булмай. Ошо матур донъяларҙы күрә алыуына, үҙ аяҡтары менән хәрәкәт итеүенә лә ҡыуанмай. Уның тормошонда ҡыуанысҡа урын да ҡалмай. Ошондай иллюзия менән миллиондар йәшәй. Миңә ярҙам һорап мөрәжәт иткән бер хәлле генә ханымдың бала сағында бик-бик бәхетле булыуын иҫкә төшөрөүе хәтеремдә. Ә бит ул саҡта уның саҡта уның бер нәмәһе лә булмаған. “Ни өсөн бөгөн миңә бәхетле булыр өсөн күп аҡса кәрәк һымаҡ тойола икән?!” ‒ тип аптырап һорағайны ул. Барыһы ла кешенең тормошто нисек ҡабул итеүенә бәйле шул.
“Бына ябығырмын да, һылыуҡайға әйләнермен!” Ҡатын-ҡыҙға йыш ҡына ул бик үк матур түгел һымаҡ тойола. Эш шунда: төпкө аң кимәлендә үҙебеҙҙе кәмселекле итеп тоябыҙ һәм шуны төҙәтергә тырышабыҙ. Әммә проблема − күңелдә! Үҙеңде кәмселекле итеп тойоу халәтендә нимәлер үҙгәртеүе ауыр. Ҡыҙҙар, һеҙ үҙегеҙ торғаны менән гүзәллек. Бөтәһе лә яҡшы! Ғәжәйеп матурһығыҙ! Үҙегеҙгә шуны туҡтауһыҙ ҡабатлағыҙ. Һис юғында яҡындарығыҙҙың шул хаҡта хәтерегеҙгә төшөрөп тороуҙарын һорағыҙ. Тормоштан кинәнес алып йәшәгеҙ Һикһәнгә еткәс, йәш саҡта ниндәй матур булғанмын, тип әйтәсәкбеҙ бит. Быныһына иманым камил! Һәм ысынлап та шулай! һеҙ яҙғы сәскәләр кеүек матур!
Яҙма Гөлнәзирә Йәнтүринаның “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһенән алынды.
Ниндәй һығымталар яһайбыҙ һуң?! Нимә генә тимә, иң тәүҙә үҙеңде, нисек барһың, шул килеш ҡабул итергә, үҙеңдән ҡасмаҫҡа, үҙеңде хатта етшеһеҙ яҡтарың менән бергә яратырға өйрәнергә һәм, әлбиттә, үҫешеүҙән туҡтамаҫҡа кәрәк! Был осраҡта һөйөү үҙе эҙләп табыр, ғибәҙәтхана ишектәре лә асылмай ҡалмаҫ!
Гөлшат Ҡаһарманова әҙерләне.