Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль 2020, 18:30

Һеҙ үҙ тәғәйенләнешегеҙ буйынса йәшәйһегеҙме?

Нисегерәк була һуң ул үҙ тәғәйенләнешең буйынса йәшәү? Һин ыңғай ағымға көйләнәһең дә, арымай-талмай алға табан хәрәкәт итәһең. Юлды һис ниндәй кәртәләр ҙә быуа алмай. Улар һине илһамландыра ғына. Йәшәүе шул тиклем еңел. Уйлап ҡараһаң, был үҙе бер мөғжизә инде! Һеҙ үҙ эшегеҙ менән шөғөлләнәһегеҙме-юҡмы? Бына америка тренеры Макс Саймон һүрәтләгән билдәләр:

Һеҙ үҙ тәғәйенләнешегеҙ буйынса йәшәйһегеҙме?
Нисегерәк була һуң ул үҙ тәғәйенләнешең буйынса йәшәү? Һин ыңғай ағымға көйләнәһең дә, арымай-талмай алға табан хәрәкәт итәһең. Юлды һис ниндәй кәртәләр ҙә быуа алмай. Улар һине илһамландыра ғына. Йәшәүе шул тиклем еңел. Уйлап ҡараһаң, был үҙе бер мөғжизә инде! Һеҙ үҙ эшегеҙ менән шөғөлләнәһегеҙме-юҡмы? Бына америка тренеры Макс Саймон һүрәтләгән билдәләр:
  1. Был осраҡта һеҙ мәсьәләләр генә хәл итәһегеҙ. Һәм үтә лә етеҙ рәүештә. Әгәр ҙә тәғәйенләнешегеҙҙе тапһағыҙ, тулы ҡанлы тормош менән йәшәйһегеҙ. Һеҙҙең ижадҡа, фекер туплауға, эшкә тотоноуға һәләтегеҙ, эш һөҙөмтәгеҙ юғары. Иҫ киткес шәп һөҙөмтәләр өҫтөгөҙгә яуып ҡына тора. Был мәсьәләне хәл итеүҙе башҡа ваҡытҡа күсереп тороу хаҡында уйлап та бирмәйһегеҙ.
  2. Тормошоғоҙҙоң маҡсатын тапһағыҙ, башҡалар һеҙгә айырым бер кешегә ҡараған кеүек ҡарай, үҙҙәрен дә шуға өйрәтеүегеҙҙе үтенә. Һәм бының өсөн аҡса түләргә лә әҙерҙәр. Берәүҙе лә өгөтләргә кәрәкмәй. Барыһы ла һеҙгә үҙҙәре мөрәжәғәт итә. Улар һеҙҙең йөҙөгөҙҙә быны тормошҡа ашыра алыуҙың иҫ киткес шәп моделен күрә, һәм үҙ тормоштарында шундай уҡ һөҙөмтәгә өлгәшергә теләй.
  3. Ә аҡса һеҙ ул хаҡта уйламаған саҡта ла килә. Һуңғы арала шуны аңланым: һәр эшмәкәрлектә лә төп иғтибарҙы аҡса һәм байлыҡҡа йүнәлтмәү яҡшы. Шул осраҡта аҡса менән һеҙҙең арала һау-сәләмәт мөнәсәбәт барлыҡҡа киләсәк. Ғөмүмән, кеше үҙ тәғәйенләнешенә ярашлы йәшәгән һайын, аҡса хаҡында уйлап та бирмәй. Уға төрлө тәҡдимдәр яуып ҡына тора. Шуға ла ни тиклем тәғәйенләнешең буйынса йәшәһәң, һиңә шул тиклем күп аҡса килә, тигән фекерҙәмен.
  4. Һеҙ көн дә тиерлек яңы идеялар менән уянаһығыҙ. Был бәхет тә, байлыҡ та. Әммә ҡайһы берҙә ниндәйҙер бер ҡарғыш та һымаҡ тойола. Сөнки унан һис ҡасан да баш тартырға мөмкин түгел. Командамды аҡылдан яҙҙыра яҙған саҡтар йыш була минең. Тәғәйенләнешегеҙҙе тапҡас, һеҙ ураған һайын үҙ күҙаллауҙарығыҙҙы тормошҡа ашырыу һәм улар ярҙамында донъяға йоғонто яһау өсөн күберәк мөмкинлектәр күрәсәкһегеҙ. Хатта үҙегеҙҙе үҫеш өсөн яңы алымдар эҙләп тапҡан идеялар етештереүсе фабрикаға әүерелә барған һымаҡ тояһығыҙ. Һәм һеҙ уны туҡтата ла алмайһығыҙ.
  5. Юлда осраған кәртәләргә, мәсьәләләргә лә тулыһынса әҙерһегеҙ. Үҙ тәғәйенләнешегеҙ юлында булһағыҙ, мәсьәләр һәм проблемаларҙы күпкә тиҙерәк хәл итә башлайһығыҙ. Уларға туҡталып, үкенеп йәки зарланып та тормайһығыҙ. Бары хәл итәһегеҙ.
  6. Һеҙ үҙ һөнәрегеҙҙә яҡшырғандан-яҡшыра барыуығыҙҙы тояһығыҙ. Эйе, бер кем дә бер ҡасан да бер төн эсендә оҫта булып китмәй. Бының өсөн ваҡыт талап ителә. Башта һеҙ үҙ тәғәйенләнешегеҙҙе аңлайһығыҙ, һуңынан тәжрибәлә ҡуллана башлайһығыҙ, юлығыҙҙы ары дауам итәһегеҙ. Һуңынан, ваҡыт үтеү менән, был өлкәлә иң яҡшыһы булып китеүегеҙгә төшөнәһегеҙ. Һәм быны бөтәһе лә күрә башлай. Юғары кимәлдәге кешеләр һеҙгә нисек ярҙам итә алыуҙары хаҡында ҡыҙыҡһынырға тотона. Үҙ тәғәйенләнешегеҙҙе тапһағыҙ, төрлө лидерҙар, билдәле кешеләр үҙҙәре үк һеҙгә ярҙам тәҡдим итә. Быға башта аптырауығыҙ ҙа ихтимал. Әммә бик тиҙ өйрәнәсәкһегеҙ. Һәм был һеҙ дөрөҫ йүнәлештә тигәнде аңлатҡан көслө билдәгә әүереләсәк.
  7. Энергияғыҙ һеҙгә яҡшы лидер итәсәген беләһегеҙ, шуға ла һау-сәләмәт һәм теремегерәк булырға ынтылаһығыҙ. Тәғәйенләнешегеҙ буйынса йәшәгәндә һеҙ үҙегеҙгә ваҡытты һәм энергияны бушҡа сарыф итергә юл ҡуймаясаҡһығыҙ.
  8. Ысынында иһә, һеҙҙең аҡылығыҙҙың, тәнегеҙҙең һәм энергияғыҙҙың юғары кимәлдә булыуы төп өҫтөнлөккә әйләнәсәк. Сөнки тормошта башҡарырға тейешле миссияғыҙ үтә мөһим. Һеҙ үҙегеҙгә теге йәки был әйберҙе юғары кимәлдә эшләмәҫкә рөхсәт итмәйәсәкһегеҙ. Үҙегеҙҙе ошолай йәшәгән өсөн генә лә бәхетле, уңышлы, даланлы итеп тояһығыҙ.
  9. Донъяла үҙ эштәрен яратмаған миллионлаған кеше бар. Әммә һеҙ үҙ тәғәйенләнешегеҙ буйынса барғанда, кешеләрҙең эшегеҙ өсөн үҙҙәре түләргә теләүе һеҙҙе шаҡ ҡатырасаҡ. Хатта “бының өсөн аҡса түләүҙәренә аптырайым” тип баш сайҡауығыҙ ҙа ихтимал. Кешеләр хеҙмәтегеҙҙе йәки тауарығыҙҙы һеҙ уларҙан был хаҡта һорамаһағыҙ ҙа алға һөрә. Сөнки үҙ тәғәйенләнешегеҙ буйынса йәшәгәндә, һеҙ етештергән тауарҙың йәки хеҙмәттең сифаты һәм эстәлеге иҫ киткес юғары. Шуға ла үҙегеҙ етештергән әйбер өсөн ғорурлыҡ кисерәһегеҙ. Тормошоғоҙҙоң маҡсатын тапһағыҙ, яңы әйберҙәргә тотонорға ҡурҡмайһығыҙ. Һеҙ уйлап тапҡан бөтә нәмә лә иҫ киткес шәп булмауы ла ихтимал. Әммә барыбер үҙегеҙ тыуҙырған әйбер менән ғорурланасаҡһығыҙ.
  10. Эшегеҙ һөҙөмтәһендә кешеләрҙең тормошо үҙгәрә. Һеҙ рәхмәт хаттары алаһығыҙ. Үҙегеҙ һеҙҙең менән һоҡланыусыларҙың ҡайҙан барлыҡҡа килеүен дә белмәйһегеҙ. Кешеләр социаль селтәрҙәр аша сәхифәгеҙгә инеп, уларҙың тормошон үҙгәртеүегеҙ хаҡында еткерә. Һеҙ үҙ эшегеҙҙең донъя өсөн бик-бик ҡиммәт булыуын аңлайһығыҙ. Тимәк, үҙегеҙҙең тәғәйенләнешегеҙҙе тормошҡа ашырһағыҙ, был башҡа кешеләрҙең тормошонда ла сағылыш табасаҡ. Нимә менән генә шөғөлләнһәгеҙ ҙә… Һәм эргә-тирәләге кешеләр һеҙгә юлдан китергә бирмәҫ. Командағыҙ булһынмы ул, клиенттарығыҙмы, янығыҙҙа һеҙҙе илһамландырыусы һәм юлығыҙҙы дауам иттереүселәр, тағы ла сағыуыраҡ балҡырға саҡырыусылар табыласаҡ. Һәм, ауыр булһа ла, һеҙ үҙ тәғәйенләнешегеҙгә тоғро ҡаласаҡһығыҙ. Башҡалар ошо юлды дауам итеүегеҙҙе һорай икән, һеҙ тағы ла бер тапҡыр дөрөҫ юлда булыуығыҙға инанаһығыҙ. Тәғәйенләнешегеҙҙе тапҡас, барлыҡ икеләнеүҙәрегеҙ юҡҡа сығасаҡ. Сөнки был мәлдә ниндәйҙер һиҙелер-һиҙелмәҫ, нескә, тәрән бер көс һеҙгә юлыңды дауам ит тип шыбырлаясаҡ…
  11. Ә һеҙ үҙ тәғәйенләнешегеҙҙе, үҙ юлығыҙҙы таптығыҙмы? Теләгегеҙ булһа, тәжрибәгеҙ менән уртаҡлаша алаһығыҙ!
    Читайте нас: