Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль 2020, 05:48

Рәсәйҙә "Хеҙмәт ҡаһармандары ҡалалары" билдәләнәсәк

Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергән Рәсәй ҡалаларына “Хеҙмәт ҡаһармандары ҡалаһы” исеме биреләсәк. Был закон 26 февралдә Федерация Советының пленар ултырышында ҡараласаҡ. Документтың авторы булараҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны. Законға ярашлы Хеҙмәт ҡаһармандары ҡалаһы исеменә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби техника һәм көнкүреш өсөн кәрәкле ҡорамалдар етештереүҙә алдынғылар рәтендә булған ҡалалар лайыҡ буласаҡ. Уларҙа ҡаланың гербы һынландырырлған һәм ошо законға ярашлы президент указы теркәлгән стелла урынлаштырыласаҡ.
#ВладимирПутин
Читайте нас: