Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Февраль 2020, 16:15

Сәйәхәтсе Сания Сәғитова: "Ҡурҡыуҙы еңгән осраҡта ғына яңы ишектәр асыла"

Ер йөҙөндә сәйәхәт итергә хыялланмаған кеше бармы икән? Юҡтыр. Хатта ғүмер буйы “ултыраҡ” тормош менән йәшәгәндәр ҙә ил-ер күреүҙән баш тартмаҫ ине, моғайын. Тик һәммәбеҙ ҙә сәйәхәткә сығып китә генә алмай. Ниҙәндер ҡурҡа, аҡса йә ваҡыт етмәүенә, донъя мәшәҡәттәренән арына алмауына һылтана. Ә инде ғүмерендә бер генә тапҡыр булһа ла сәйәхәт ҡылыу мөмкинлеге тыуһа, шул мәлде һағынып йәшәй кеше. Донъялағы иң өлкән автостоп сәйәхәтсе – Бөрйән районында тыуып үҫкән башҡорт ҡатыны Сания Мофаззал ҡыҙы Сәғитова ла шулай ти бит ана. Бына ул һис тә аптырап тормай, автостоп сәйәхәт ҡағиҙәһенә ярашлы махсус кейемдәрен кейеп, рюкзагын аҫып ала ла, фатирын бикләп, ҡайһы яҡҡа теләй, шул тарафҡа илткән федераль трассаға сығып баҫа. Өлкән йәштәге ханым өсөн сәйәхәт – йәшәү рәүеше лә, донъяға үҙенсәлекле ҡараш та, яңы белемгә, яңы асыштарға ынтылыш та, баһалап бөткөһөҙ тормош тәжрибәһе лә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙ аллы маршрут төҙөп, яңғыҙы ғына донъя гиҙә башлаған ошо ғәжәйеп аҡыллы, көләс йөҙлө ҡатын менән танышырға насип булды миңә күптән түгел. Тик шуныһы бер аҙ үкенеслерәк: быуындары һыҙлау сәбәпле, Сания апайҙың хәҙер биш йылға яҡын сәйәхәткә сыҡҡаны юҡ икән. Шулай ҙа тиҙҙән, дауаланыу ниәте менән, Израилгә барып ҡайтыу теләге ҙур. Хәрәкәт итеүе ауыр булһа ла, бөгөн дә әүҙем тормош менән йәшәй ул. Такси яллап, төрлө мәҙәни, ижтимағи сараларға ла, дуҫ-иштәренә ҡунаҡҡа ла барып ҡайта икән. Әле лә ул ҡупшы күлдәген кейеп, килешле генә муйынсағын тағып алған, сәй әҙерләп ҡуйған. Тутыйғоштары, өй турғайҙары моңло итеп һайрашып ҡаршы алды мине. Хужабикәләре уларға башҡортсалап матур-матур исемдәр менән өндәшә.

“Ҡурҡыуҙы еңгән осраҡта ғына яңы ишектәр асыла...”
Ер йөҙөндә сәйәхәт итергә хыялланмаған кеше бармы икән? Юҡтыр. Хатта ғүмер буйы “ултыраҡ” тормош менән йәшәгәндәр ҙә ил-ер күреүҙән баш тартмаҫ ине, моғайын. Тик һәммәбеҙ ҙә сәйәхәткә сығып китә генә алмай. Ниҙәндер ҡурҡа, аҡса йә ваҡыт етмәүенә, донъя мәшәҡәттәренән арына алмауына һылтана. Ә инде ғүмерендә бер генә тапҡыр булһа ла сәйәхәт ҡылыу мөмкинлеге тыуһа, шул мәлде һағынып йәшәй кеше. Донъялағы иң өлкән автостоп сәйәхәтсе – Бөрйән районында тыуып үҫкән башҡорт ҡатыны Сания Мофаззал ҡыҙы Сәғитова ла шулай ти бит ана. Бына ул һис тә аптырап тормай, автостоп сәйәхәт ҡағиҙәһенә ярашлы махсус кейемдәрен кейеп, рюкзагын аҫып ала ла, фатирын бикләп, ҡайһы яҡҡа теләй, шул тарафҡа илткән федераль трассаға сығып баҫа. Өлкән йәштәге ханым өсөн сәйәхәт – йәшәү рәүеше лә, донъяға үҙенсәлекле ҡараш та, яңы белемгә, яңы асыштарға ынтылыш та, баһалап бөткөһөҙ тормош тәжрибәһе лә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙ аллы маршрут төҙөп, яңғыҙы ғына донъя гиҙә башлаған ошо ғәжәйеп аҡыллы, көләс йөҙлө ҡатын менән танышырға насип булды миңә күптән түгел. Тик шуныһы бер аҙ үкенеслерәк: быуындары һыҙлау сәбәпле, Сания апайҙың хәҙер биш йылға яҡын сәйәхәткә сыҡҡаны юҡ икән. Шулай ҙа тиҙҙән, дауаланыу ниәте менән, Израилгә барып ҡайтыу теләге ҙур. Хәрәкәт итеүе ауыр булһа ла, бөгөн дә әүҙем тормош менән йәшәй ул. Такси яллап, төрлө мәҙәни, ижтимағи сараларға ла, дуҫ-иштәренә ҡунаҡҡа ла барып ҡайта икән. Әле лә ул ҡупшы күлдәген кейеп, килешле генә муйынсағын тағып алған, сәй әҙерләп ҡуйған. Тутыйғоштары, өй турғайҙары моңло итеп һайрашып ҡаршы алды мине. Хужабикәләре уларға башҡортсалап матур-матур исемдәр менән өндәшә.
Һатып алынған “права” менән Бөрйәнгә ҡайтып етеүем
Тәүге күргән кешеңдән, ғәҙәттә, ҡайһы яҡтан булаһың, тип һорайҙар. Сания апай ҙа тыуып-үҫкән төбәгем менән ҡыҙыҡһынды. Уның Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан икәнлеген белгәс, мин дә һеҙҙең кеүек урманлы, таулы төбәктән – Бөрйән, Белорет райондары сигендә ятҡан Ишембай Ҡолғонаһынан, тип яуаплайым.
– Ҡолғона юлдарының туҙанын аҙ йотманым, туғаным. Юлда йөрөгәндә ҡыҙыҡ хәлдәргә тарыған саҡтар ҙа күп булды, – тип һөйләп алып китте ул. – Ирем менән айырылғандан һуң, Ишембайҙан үҙемә тейешле машинаны суд аша юллап алып ҡайтырға тура килде. “Права”ны һатып ҡына алғанмын. Руль артына ултырғаным да юҡ. Шулай ҙа, автомобилдең үҙемә тейеш икәнлегенә ышанғас, водитель танытмаһын һалып алдым. Күҙаллауҙарым раҫҡа саҡты. Бына “еңеү” менән ҡайтып барам. Руль артындамын. Тик нисек ҡайтып етергә? Бәхеткә күрә, ҡала ситендәге туҡталышта юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәре машина көтөп тора ине. Ишембайҙан “Петровскийға” (Петровск ауылы) ҡайтып барыуы икән. Машина йөрөтә белһәгеҙ ни, рәхим итегеҙ, тип уға хәлде төшөндөрөп бирҙем. Руль артына ултырып, миңә машина йөрөтөргә өйрәтә-өйрәтә килде ул. “Петровскийға” еткәйнек, бер ир кеше, Ҡолғонаға саҡлы ултыртмаҫһығыҙмы, тип туҡтата. Уныһы ла машинаһын бында ремонтҡа килтереп ҡалдырған шофер булып сыҡты. Әлеге юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәре, бына был апай тәүге тапҡыр руль артына ултырған, уны Ҡолғонаға еткәнсе өйрәтә-өйрәтә ҡайт, тип беҙҙе оҙатып ҡалды. Шулай итеп, сираттағы юлдашым Ҡолғонаға тиклем алып барып еткерҙе. Ә аръяғына инде үҙем ҡайтып киттем.
“Һөйәкһеҙ” Сания
Сания апай көлә-көлә әлеге хәлде бәйән итте. Ошо тарих ҡына ла уның ни тиклем тәүәккәл булыуын дәлилләй. Шулай ҙа бындай ҡәтғи аҙымдарға барғансы төрлө һынауҙар, аяҡ салыуҙар, хыянат, ирҙән ҡағылып-һуғылып йәшәү кисерергә тура килә уға.
Иҫке Собханғолда туғыҙ балалы ишле ғаиләлә тыуып үҫә Сания апай. Бала сағынан бик отҡор булған ҡыҙҙы малай урынына йөрөтәләр. Атайым менән икәүләп ҡыйыҡ башын ябыуыбыҙ хәтерҙә, тип иҫләй ул бөгөн. Утын ярыу буйынса ла уға етеүсе булмай. Бер ай эсендә биш йыллыҡ утын әҙерләй инем, ти. Төрлө акробатик күнекмәләр яһарға ла оҫта була кескәй Сания. Уны хатта “һөйәкһеҙ Сания” тип тә йөрөтәләр. Клубта ниндәйҙер сараға бағышланған концерт була ҡалһа, уның акробатик номерҙары ла мотлаҡ программаға индерелә икән. Ҡыҙыҡһыныусан, тиктормаҫ ҡыҙ райондың иң алдынғы саңғысыһына ла әүерелә хатта. 11-12 йәшлек сағында саңғы ярышында ҡатнашыусыларҙы күҙәтеп торғанда уның да үҙен һынап ҡарағыһы килә. Тик бына саңғыһы ғына юҡ икән. Шунда кемдеңдер ике мертлы саңғыһын һорап алып, әсәһенең 37 размерлы кирза итеген кейеп, ярышта ҡатнашырға теләген белдерә. Һәм барыһын да хайран ҡалдырып, өлкәндәр нормативы буйынса районда икенсе урынды яулай. Ошо хәлдән һуң ҡыҙға йәтешле саңғы табып биреп, уны бер ярыштан да ҡалдырмай башлайҙар. Йәшен арттырып күрһәтеп, хатта республика кимәлендәге бәйгеләрҙә лә ҡатнаштыралар. Йүгереү буйынса республика кимәлендә ике тапҡыр беренсе урынды яулай ул. Ун биш йәшлек ҡыҙҙы, ниндәйҙер ферманың 19 йәшлек ҡош ҡараусыһы тип алдаҡ справка алып, үҙ йәшенән өлкәнерәктәр менән дә ярыштырырға уйлағастар, бер мертлыҡ ҡына буйлы ҡыҙҙы күреп, был беренсе класс уҡыусыһын нимә тип алып килдегеҙ бында, тип көлгән булалар икән унан. Етәксеһе иһә: “Ул беренсе класс уҡыусыһы һеҙгә нисек йүгерергә кәрәклеген күрһәтер әле хеҙер”, – тип кенә ҡуйған. Ысынлап та, Сания һуңғы йөҙ метрҙа бер үҙе йүгереп килеп етә. Һәм башҡалар уны күтәреп алып һауаға сөйөргә керешә. Шунан уны Курск ҡалаһына Рәсәй буйынса ярышҡа алып китәләр. Юллыҡ, тамаҡ ялғарлыҡ аҡса ла бирәләр. Унда үҫмер ҡыҙға туңдырма бик ныҡ оҡшап ҡала. Бөрйәндә бындай тәмлекәс булмағас, күҙе ҡыҙып, туҡтай алмай әллә нисәүҙе ашап ташлай. Тик һуңынан эсе бора башлай. Һөҙөмтәлә ярышта ҡатнаша алмай ҡайта. Бына шундайыраҡ хәлдәргә лә тарый ул.
“Кеше, баҡһаң, ҡайғынан да бетләй икән”
“Ни өсөндөр әсәйем үгәйһетте. Туғандарым да һис сәбәпһеҙҙән ситләтте”, – тип хәтерләй ул бөгөн. Уның ҡарауы, әсәһе яҡлап олатаһының бер туған һеңлеһе, ҡарһүҙ оҫтаһы Өммөхаят инәһе бик яҡын күрә үҙен. Яңғыҙ булғанғамы икән, йыш ҡына Иҫке Собханғолдан һигеҙ саҡрымда ятҡан үҙе йәшәгән Берлек промартеленә алып ҡайтып китер була. Йәйәүләп теге ауылдан был ауылға йөрөргә әүәҫлеге өсөн ул инәйҙе ауылсы тип атағандар. Кескәй Сания ла уға эйәрә. Ололарҙың хәбәрен йотлоғоп тыңлай. Үҙенә өс йәш кенә булһа ла барыһын да иҫендә ҡалдыра. Һүҙ байлығым ана шул Өммөхаят инәйемдән, ти ул. Һеңлеһе оҙаҡ ҡайтмай торһа, Мөхтәр ағаһы (фольклорсы-ғалим Мөхтәр Сәғитов) эҙләп килеп, санаға ултыртып алып ҡайтып китә икән үҙен. Уҡыуға бик шәп була Сания. Барлыҡ фәндәрҙән дә “бишле”гә генә өлгәшә. Етенсе класта тотош район китапханаһын уҡып сыҡҡан була ул. Айырыуса сәйәхәтселәр хаҡында китаптарҙы үҙ итә. Әллә нисәмә томды бер көн эсендә уҡып алып барып бирә. Географияны биш бармағы кеүек белә. Был йәһәттән ҡыҙыҡһыныуы ифрат ҙур була уның. Шулай ҙа тырыш ҡыҙ мәктәпте тамамлағандан һуң медицина университетына барырға ҡарар итә. Әммә унда бишенсе курста уҡып йөрөгән апаһы, ике аяғыңдың береһен баҫаһы булма тип, ниңәлер уны был аҙымдан тыйып ҡуя. Шул осорҙа Өфөгә Башҡортостандан сыҡҡан һәләтле балаларҙы Рәсәй вуздарына ҡабул итеү өсөн махсус комиссия ойошторола. Сания шунда имтихандар тапшырып, юғары балл йыйып, МДУ-ның химия факультетына үтә. Уҡыуҙар башлана. Мәртәбәле вузда белем алыуы оҡшай ҡыҙға. Тик күңелен һағыш биләп тик тора. Мәктәпте тамамлар алдынан атаһы үлеп ҡалған була. Әле булһа шул ҡайғынан арына алмай. Бынан тыш өҫтөнә кейергә йүнле-рәтле кейеме лә булмағас, башҡаларҙан тартыныбыраҡ йөрөй. Бер саҡ дәрес мәлендә литий таҙартып торғанда, ни ғиллә менәндер сәсенә ут тоҡанып китеп, толомоноң күпмелер өлөшө өтөлә. Сәсен ипкә килтерәйем тип бөҙрәханаға юллана студент ҡыҙ. Аулаҡ саҡҡа тура килә. Сәс киҫеүселәрҙең икеһе лә буш. Береһе йәш кенә, икенсеһе өлкәнерәк. Йәшерәге уның сәсен тарай башлағас, һағайып, икенсеһе яғына барып әкрен генә ниҙер бышылдай. “Эй, балаҡай, тегендә әсәй тәрбиәһендә йәшәгән, хәҙер яңғыҙы, уҙа барһа 15 йәштер инде үҙенә”, – тип быны йәлләйҙәр икән. Был икәүҙең тел төбөнән ул үҙенең ғүмерендә тәүге тапҡыр бетләгән булыуын аңлай. Ҡауаҡлаған ғыналыр тип, һуңғы арала башы ҡысыуына әллә ни әһәмиәт бирмәй йөрөгән булған икән. Оялышынан үҙен ҡайҙа илтергә белмәгән ҡыҙ сәсен ул-был иттерә һала ла, аҡсаһын түләп, тиҙ генә бөҙрәхананан сығып йүгерә. Бәхетенә күрә, яҡындағы кибеттә бет тарағы булып сыға. Шуны һатып алып ҡайтып, беттәрен тарап төшөрә. Иптәш ҡыҙы менән һеркәһен дә һыталар. Тик ҡыҙҙың күңеле тамам төшә. Баҡһаң, ҡайғынан да кешенең башы бетләй икән ул, тип һөйләй Сания апай. Бындай меҫкен хәлгә ҡалып йөрәгәнсе ҡайтып китеүең яҡшы тип, Мәскәүҙә аспирантурала уҡып йөрөгән Мөхтәр ағаһына ла әйтеп тормай, барлы-юҡлы әйберен тейәп Өфөгә юллана ла, ауылға ҡайтырға оялып, химзаводҡа эшкә урынлаша ул. Һуңынан буласаҡ тормош иптәше, Бөрйән районынан Фәрит исемле егет менән дуҫлашып китә. Күп тә тормай, йәштәр өйләнергә ҡарар итә. Нефть институтын тамамлаған Фәритте Үзбәкстан тарафтарына эшкә ебәрәләр. Йәш ғаилә шунда күсеп китеп туғыҙ йыл йәшәп ҡайта. Әммә тормош иптәшенең эсеүе, ҡатынына ҡул күтәреүе сәбәпле, ғаиләләре тарҡала. Ике балаһын бер үҙе аяҡа баҫтыра Сания апай.
Автостоп менән йөрөргә тормош үҙе мәжбүр итә
Эҫе һауалы Үзбәкстандан ҡайтҡас, урманда умарталыҡта эшләгеһе килә ҡатындың. Ике балаһы менән ярты йылға Павловкаға килеп ҡортсолоҡ буйынса уҡып та ҡайта Сания Мофаззал ҡыҙы. Бында инде төркөмдөң әсәһенә әүерелә ул. Оҫта ойоштороусы булараҡ танылған апайыбыҙ йырлаған, бейегән егет-ҡыҙҙарҙан төркөм төҙөп, концерттар ҙа ҡуйып йөрөйҙәр әле. Уҡыу йортонда эшкә ҡалырға ла өгөтләйҙәр уны, әммә Сания апай ризалашмай. Бөрйәнгә ҡайтып китеп, ҡышҡа ҡарай бал ҡорттарын ҡабул итеп ала. Һәм шул уҡ йылды улы бик ҡаты ауырып китә. Дауаханала ятҡан сағында йылыға индерелгән, тейешле шарттарҙа ҡалдырылған булһа ла, ҡорттары ҡырылып бөтә. Шул сәбәпле ул эштән ҡыуыла һәм уға ҡарата енәйәт эше лә асыла. Артабан бер ҡайҙа ла эшкә алмай йонсоталар. Ә улы ысынлап та ныҡлы сирләгән була. Менингит тигән диагноз ҡуялар. Һауығып ҡына китһен инде тип, балаһының туҡланыуына етди баҫым яһай, тауыҡ, балыҡ һурпаһынан, йәшелсә-емештән өҙмәй. Табиптарҙың тырышлығы ла, үҙенең өҙгөләнеүе лә бушҡа китмәй. Улы аяҡҡа баҫыуын баҫа, тик барыбер һауығып бөтмәй. Анализдары ҡайһы ерендәлер елһенеү барлығын күрһәтә. Тик дөрөҫ кенә диагноз ҡуя алмайҙар. Сания апай уны Мәскәү табиптарына күрһәтмәксе булып, тәүге тапҡыр автостоп менән юлға сыға. Хәлен аңлаусылар табыла. Яҡшы кешеләрҙең ярҙамы менән улар баш ҡалаға барып етә. 1980 йылда була был хәл. Мәскәүҙә йәйге олимпия уйындары барған саҡ. Улар олимпия ҡаласығына килеп бер төн йоҡлап сыға. Аҡсалары иҫәпле булғас, артабан нисек тә булһа бушҡа ҡунып йөрөрлөк урын табырға кәрәклеген аңлаған Сания апайҙың күҙенә “Загорск ҡалаһында ауыл хужалығы техникумына ситтән тороп уҡыу бүлегенә абитуриенттар ҡабул ителә” тигән иғлан салынып ҡала. Ул ҡайҙа барһа ла барлыҡ документтарын үҙе менән йөрөтөргә күнеккән икән. Аптырап тормай, шунда документтарын алып барып тапшыра. Уларҙы биш ҡатын йәшәгән бүлмәгә индереп урынлаштыралар. Иртәгеһен иртә менән электричкала улын йәнә Мәскәүгә алып китә тәүәккәл ханым. Ул саҡта түләүле дауаханаларҙа бары профессорҙар, академиктар ғына эшләй ине, тип һөйләй Сания апай. Хәлен аңлатып биргәс, малайын бушлай тикшерергә булалар. Мәскәүҙә елһенеүҙең бауырында булыуын билдәләп, шунда уҡ Красноусол шифаханаһына юллама тотторалар. Уҡыу йортонда имтихандар мәле етмәгән була әле. Имтихан тотор өсөн сирле балаһын ҡалдырып ҡабат Мәскәүгә килеп йөрөүе ауырға төшөр тип, техникум хеҙмәткәрҙәре уларҙы алдан уҡ тапшырып ҡайтырға тәҡдим итә. Өс фәндән дә “өслө”гә тапшырһаң да үткән тип иҫәпләнәсәкһең, тиҙәр. Сания апай ризалаша һәм барлыҡ имтихандарҙы ла “бишле”гә тапшырып, уҡыу йортона ҡабул ителеп, методичкалар алып ҡайтып китә. Һуңынан ике тапҡыр сессияға килеп, техникумды уңышлы тамамлап зоотехник-умартасы танытмаһын ала. Ә был юлы ҡайтышлай уҡ улын өс айға Красноусол шифаханаһына урынлаштыра. Ара алыҫ булһа ла, аҙна һайын балаһы янына килеп йөрөй әсәй кеше. Юл әлеге лә баяғы шул Ҡолғона, Петровск аша. Ялан яғына сыҡҡас та водителдәрҙең иғтибарын йәлеп итеү өсөн хәйләле алым ҡуллана ул. Юл сатында сағыу күлдәк, ҡара күҙлек кейгән, иренен ҡып-ҡыҙыл итеп буяған, ҡулына ул саҡта бик һирәктәрҙә генә булған “Три слона“ маркалы япон ҡулсатырын тотҡан килеш баҫып тора икән хәҙер. Водителдәр, ысынлап та, был ымһындырғыс ханымды иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Шуны ғына көткән Сания апай, йәһәт кенә машинаға ултыра ла, хәлен аңлатып бирә. Юл сатында торған ҡатындың һис тә еңел холоҡло түгеллеген, улы янына ашыҡҡаны өсөн генә ошондай хәйләгә барыуын белгәс, ихтирам йөҙөнән шифахананың үҙенә үк алып барып ҡуялар икән уны.
Малайы яйлап һауығып китә. Сания апай һатыу өлкәһенә эшкә урынлаша. Әммә тормош иптәше менән бергә йәшәгән саҡта ҡайтып төпләнгән леспромхоз йорто иҫкерә. Әленән-әле һыу баҫҡас, тора-бара йәшәрлек хәлдә булмай башлай. Тик леспромхозда эшләмәгәс, уларға яңы фатир бирергә теләмәйҙәр. Законды яҡшы белгән Сания апай үҙ аллы комиссия төҙөп, уларҙы берәм-берәм йортона саҡырып, өйҙөң ысынлап та йәшәргә яраҡһыҙ икәнлегенә ҡул ҡуйҙыра. Айырым-айырым саҡырыуының сәсәбе шунда: күмәкләп килһәләр, береһе арҡыры һүҙ һөйләй башлаһа, ҡалғандары ла уны ҡеүәтләйәсәк тигән фекерҙә була ул. Шулай итеп, был юлы ла аҡылын эшкә егә. Тик, йорто йәшәүгә яраҡһыҙ тип табылһа ла, уларға фатир бирергә йыйынмайҙар. Сания апайҙың мәсьәләне хәл итеүҙе үҙ ҡулына алмай сараһы ҡалмай. Бер өйҙөң буш тороуын белгәс, аптырап шуны баҫып сығырға тура килде, тип һөйләй сая ҡатын. Уны был аҙымы өсөн ғәйепләп, йорттан сығарырға теләйҙәр, әммә Сания апай бирешмәй: “Ике балалы ҡатынға үҙегеҙ фатир табып бирергә тейеш инегеҙ. Һеҙ ҡыбырламағас, үҙ хәлемде үҙем хәл иттем инде”, – тип ҡаты тора. Ул йортто рәтләүгә күпме аҡса сарыф ителеүен иҫәпләп, яҙып барып, һуңынан бер нисә йыл буйы квартплата түләмәнем, ти ул. Тәүәккәллегем шунандыр: ғүмер буйы иҙелеп йәшәү ялҡытты. Үҙең өсөн көрәшмәйенсә ярамай. Шуға ла мин бирешмәҫкә булдым, ти ҡыйыу ҡатын.
Хаҡлы ялға сыҡҡас ауылда йәшәүе ауырға тура килер тип, Сания апай бар мөлкәтен һатып, Өфөгә килеп төпләнә. Тәүге йылдарҙа башлыса сауҙа өлкәһендә эшләй.
“Юлға сыҡҡанда барыһына ла әҙер булырға кәрәк...”
Сәйәхәткә сығып китеү ҡурҡытманымы һуң, тип ҡыҙыҡһынам. Ҡурҡыу була, әммә уны еңеп өйрәнергә кәрәк. Шул саҡта ғына яңы мөмкинлектәр, яңы ишектәр асыла, ти Сания апай.
– Фанера заводында эшләгәндә өйгә төнөн йәйәүләп ҡайтырға тура килгән саҡтар ҙа йыш була торғайны. Ҡала урамында кем генә йөрөмәй. Иҫеректәр, башҡа шикле әҙәмдәр ҙә осрап һүҙ ҡуша. Ә мин ҡурҡыуымды еңәм дә, уҫал итеп, нимә текәләһең, бына сумкамды тотош, көнө буйы эшләп йонсоғанмын, тим. Ҡурҡҡанды һис һиҙҙермәйем, – тип һөйләй ул.
Сит илгә йөрөй башлағас, кем һиңә ундай идея бирҙе, тип һорайҙар икән унан таныштары. Ысынында иһә уға бер кемдең дә идея биргәне юҡ. Барыһын да ул үҙе уйлап таба, үҙе тормошҡа ашыра. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡайҙа булһа ла урынлашып, бер аҙ эшләп ала ла, сәйәхәткә сығып ике-өс ай самаһы йөрөп ҡайтыуҙы ғәҙәтенә индерә. Юлға сыҡҡанда барыһына ла әҙер булырға кәрәк, ти Сания апай. Төрлө хәлгә тарыуың ихтимал. Теге мәлдә улы менән Мәскәүгә барып ҡайтҡандан һуң уҡ сәйәхәттең тап ошо алымын яйлап үҙләштерә башлай ҡатын. Ул саҡта был аҙымға тормош уны үҙе мәжбүр итә. Әммә тора-бара автостоптың экстремаль спорт төрө икәнлеген аңлағас, сәйәхәттең бындай алымының нескәлектәрен өйрәнеп алғас, үҙенең хоҡуҡтарын белгәс, ул тағы ла дәртләнеберәк китә. Сәйәхәтсенең кейеме махсус талаптарға яуап бирергә тейеш. Өҫтә һары куртка йәки футболка, аҫта ҡара салбар була. Башта – кепка йәки панама. Машинаны баш бармаҡты күтәреп туҡтатаһың. Автостоп сәйәхәтсегә романтизм, авантюраға әүәҫлек, әрһеҙ, ҡыҙыҡһыныусан булыу кәрәк. Сания апайҙа быларҙың бөтәһе лә бар. Машинаны, ғәҙәттә, йә бензоколонка, йә ашхана, йә боролоштарҙа туҡтатаһың. Әммә юлда йөрөгәндә яҙылмаған ҡанундар ҙа була. Шуларҙы үтәргә тырышырға кәрәк. Әйтәйек, ниндәйҙер ашхана янына килеп туҡтаған водителгә тамаҡ ялғап сыҡҡас ҡына мөрәжәғәт итеү хәйерле. Ул сығыуға бөтөн хәжәттәреңде үтәп ҡуйған булырға тейешһең, сөнки водитель ризалыҡ бирһә, уны көттөрөп тормайынса, йәһәт кенә машинаға инеп ултыра һалыу талап ителә. Юлдашыңдың йөҙ-ҡиәфәтенә ҡарап кәйефен аңларға өйрәнәһең. Кәрәк икән, шунда уҡ әңгәмәгә ҡушылып китергә әҙер булыуың яҡшы. Кәрәкмәгән урында өндәшмәйһең. Юлда авария хәле килеп тыуып, ғүмереңә хәүеф янаһа ла ҡысҡырмайһың, үҙеңде тыныс тотаһың. Водителгә бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмайһың. Күберәк йылмайырға кәрәк икән. “Туҡтамай үтеп китһәләр ҙә ауыҙымды йырып ҡалам. Сөнки кешеләр, ғәҙәттә, алыҫ юлға бер нисә машинала иптәшләшеп сыға. Телефон йәки рация аша бер-береһенә ана шунда ҡыҙыҡ ҡына бер пассажир тора, шуны ултыртып ал, тип хәбәр итеүҙәре ихтимал”, – ти юл йөрөү нескәлектәрен яҡшы белгән ҡатын. Водителдәр сәйәхәтсене юлда төшөрөп ҡалдырмай, ә уға кәрәкле йүнәлеш менән барыусы икенсе берәйһенә ултыртып ебәрергә тырыша, ашханаға индереп ашатып та сығара икән. Хатта ихтирам йөҙөнән, мәгеҙ, минән әҙ генә булһа ла ярҙам тип, аҡса биреү ҙә ғәҙәти хәл, ти. Сания апайҙы хәҙер барлыҡ юл янындағы кафеларҙа тиерлек танып бөткәндәр. Өлкән йәштәге автостоп сәйәхәтсе булғанғамы, уға барыһы ла ихтирам менән ҡарай. Ашхана иҫәбенә ашатып та сығаралар. Байтаҡ йылдар элек Ҡытайға юл тотҡанда, Иркутск янында бер кафеға инеп тамаҡ ялғағандан һуң, тәҡдимдәр һәм теләктәр дәфтәренә: “Ашханағыҙ бик оҡшаны, персоналдар итәғәтле, ризығығыҙ тәмле. Әммә минең кеүек өлкән йәштәге автостоп сәйәхәтсе өсөн хаҡтар ҡиммәтерәк. Иҙелгән картуф менән сәй алырлыҡ ҡына мөмкинлегем булды. Шулай ҙа рәхмәт! Иҫән-һау эшләгеҙ!” – тигән яҙыу ҡалдыра. Ҡайтҡан саҡта ошонда уҡ туҡталырға тура килә уға. Был юлы инде уны танып, шунда уҡ, ашхана иҫәбенә тип, алдына эҫе аш килтереп ултырталар. Кафе хужаһы ла эш урынында булып сыға. Ул Сания апай янына килеп бик итәғәтле итеп таныша һәм, сәйәхәтсе ҡатын уңайһыҙланып баш тартһа ла, уның алдына үҙҙәре иҫәбенә йәнә бер нисә төрлө аҙыҡ килтереп ултырта. Бының менән генә сикләнмәй йомарт хужа: яңы танышына мул ғына итеп күстәнәс һалып, уға кәрәкле йүнәлештәге машина табып ултыртып, аҡса ла биреп оҙатып ҡала. Бына шундай яҡшы кешеләр йыш осрай икән Сания апайға. Эйе, аламалары ла тап булып тора, тик сәйәхәтсе ундай хәтирәләрҙе күңелендә һаҡламай. Юлға сыҡҡанда үҙе менән ҡасандыр һатыусы булып эшләгәндә кәрәкһеҙ тип табылған пионер значогын, башҡорт сувенирҙарын, ҡурай, Башҡортостан флагын алып йөрөй.
Башҡортостан мажаралары
Әйткәндәй, Сания ханым Башҡортостан буйлап та сәйәхәт итергә ярата. Был осраҡта ла шул уҡ автостоп алымына өҫтөнлөк бирә. Элегерәк беҙҙәге водителдәр, үҙҙәрен әллә кемгә ҡуйып, юлда торған кешене һанламаҫҡа тырыша ине. Әммә мин барыбер туҡтатыу сараһын таба торғайным, ти Сания апай. Йәнәһе, уны туҡтатырға йыйынмаған кеше һымаҡ торам да, яҡынлағас ҡына тәгәрмәсенә төртөп күрһәтәм. Шулай итһәң, улар бер-бер хәл булдымы икән тип туҡтай ҙа, төшөп тәгәрмәстәренә тибеп ҡарай. Барыһы ла һәйбәт тә һуң, ниңә туҡтаттығыҙ әле һеҙ, тиһәләр, көлә-көлә, тәгәрмәстәрегеҙ бөтәһе лә бер яҡҡа ғына әйләнә тип әйтергә теләгәйнем, тип һүҙҙе шаяртыуға борам. Юморҙы аңлаған кеше булһа, һүҙ ялғанып китә һәм улар мине нисек ултыртып алғанын һиҙмәй ҙә ҡала, ти Сания апай. Таныш булмаған ауылға барып төшһә, берәй арыу ғына, төтөнө аҡ ҡына булып сыҡҡан өйҙө һайлап ала икән ул. Ҡара төтөн сыҡҡанына бармай. Һүрән генә төтөн сыҡҡан өйҙә әллә ҡасан аш бешкән, сәй ҡайнаған була, ти ул. Сәйәхәтсе ҡатын аптырап тормай, шунда берәй бала-сағаны туҡтата ла, бынауы өйҙә шул ҡоҙам йәшәй бит әле, тип һораған була икән. Ә тегеһе, юҡ, инәй, унда шул ағайҙар йәшәй, ти. Бәй-бәй, ҡатыны шул түгелме ни әле, тип һаман төпсөнә икән ул. Юҡ, ҡатынының исеме шулай тип әйтә икән тегеһе. Сания апайға ошо ғына кәрәк тә. Хәҙер ул хужаның да, хужабикәнең дә исемен белә. Йорттарына хужаларға исемләп, һаумыһығыҙ, фәлән ҡоҙа һәм фәлән ҡоҙаса тип өндәшеп барып инә ала. Тегеләре, әлбиттә, аптырап ҡала. Ә ул тиҙ генә бәләкәй сумкаһын хужабикәгә тоттора ла, ҡомғаныңды бир әле, ҡоҙаса, батшалар йәйәү йөрөй торған урынға барып киләйем, ти. Хужабикә ҡомғанға һыу ҡойоп бирә. Ә Сания апай яйлап уларҙың кәртә-ҡураһы менән танышып йөрөп сыға. Өйгә инеүенә сәй табыны әҙер була инде. Ул һаман да үҙенә һорау бирергә ирек ҡуймай, хужа менән хужабикәнән донъя хәлдәре хаҡында белешеү менән була. Тегеләр иһә, һеҙ ҡайһы яҡлап ҡоҙаса әле беҙгә, тип һорарға ҡыймайҙар. Һуңынан ул: “Мин Сания булам. Бөрйәндә тыуып үҫкәнмен. Шулай донъя гиҙергә яратам. Ҡоҙа менән ҡоҙаса тип өндәшеүем шунан ғибәрәт: беҙҙең яҡтың егеттәре һеҙҙән кәләш ала, ҡыҙҙарыбыҙ һеҙгә килен булып төшә, шулай булғас, бөтәбеҙ ҙә ҡоҙа менән ҡоҙасалар инде”, – тип үҙе менән таныштырып ҡуя икән.
Бына шундай һис ниндәй осраҡта юғалып ҡалмаҫ аҡыллы ла, зирәк тә, сос та ҡатын ул донъяның иң өлкән автостоп сәйәхәтсеһе Сания Мофаззал ҡыҙы Сәғитова. Шулай булмаһа, 35-тән ашыу илде япа-яңғыҙы йөрөп сыға алыр инеме һуң ул?! Ә бит сит илдә үҙебеҙҙәге ише ҡоҙа менән ҡоҙасанан һалдырып ҡына һөйләшеп булмай. Ниндәй ҙә булһа илгә барғас, ҡунаҡханаға түгел, урында йәшәгән берәй ғаиләгә инеп ҡунырға тырыша. Сөнки уға шунда йәшәүсе халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, мәҙәниәтен, милли ризыҡтарын, ғаиләлә үҙ-ара мөнәсәбәтен күреү мөһим. Бер ерҙә лә юғалып ҡалмай, кәрәк икән немец, кәрәк икән инглиз телендә икмәк-тоҙлоҡ булһа ла аралаша белә. Ғәрәп илдәрендә фарсы, ғәрәп телдәрендә һөйләшә. Испан телен өйрәнеү өсөн ике йыл Испанияла ла йәшәп ҡайта ул. Әйткәндәй, уны йыш ҡына япон ҡатыны тип уйлайҙар икән.
Иғтибар итһәгеҙ, Сания апайҙың күргән-кисергәндәре, теге йәки был осраҡта файҙаланған алымдары һәр кемгә ярҙам итә ала. Уның ғүмер юлы үҙе бер тормош мәктәбенә тиң. Ошо арала ул үҙенең тормошо һәм сәйәхәт мәлендә күргән кисергәндәре хаҡында күләмле китап яҙыуға тотонмаҡсы. Хоҙай насип итһә, уның был мауыҡтырғыс китабын уҡып кинәнергә лә насип булыр әле беҙгә.
Гөлшат Ҡаһарманова.
Читайте нас: