Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Март 2020, 19:30

“Бер аяғымды ғына йыуғайным”

Уң аяғыңды ҡарайым әле.

Байтаҡ йылдар элек була был хәл. Сәмиғә әбей баҡсала бәрәңге утап йөрөгәндә аяғына нимәлер ҡаҙалып, бер аҙҙан түҙеп торғоһоҙ булып ауырта башлай.
Аптырағас, әбей ауылдағы дауаханаға бара. Табип уның аяғын ентекле тикшереп, яралы урынын таҙартып бәйләп ҡуя. Шунан:
- Бер юлы икенсе ағыңды ла ҡарайыҡ әле. Һеҙҙең йәштә даими тикшерелеп торорға кәрәк, - ти.
Әбейҙең һаман аяғындағы ойоғон һалмауына аптыраған табип, был әллә ҡолаҡҡа ҡатыраҡмы икән тип, уға ҡысҡырыбыраҡ өндәшә:
- Уң аяғыңды ҡарайым әле.
Әбей уға уңайһыҙланып ҡына яуап бирә:
- Был аяғымды йыуып тормағайным шул...
Фото: vaplace.com