Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Март 2020, 22:20

Нәҫел үгеҙе талағын йыртҡан...

Ә дауаханаға ҡатыны алып бара.

Был фажиғә Илеш районының М. Горький исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында була. Былтыр май айында көтөүлектә малсыға алты центнер самаһы ауырлыҡтағы нәҫел үгеҙе ташлана. Хайуан 61 йәшлек ирҙең күкрәк ситлеген, ҡорһағын йәрәхәтләй. Элемтә булмау сәбәпле, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен саҡыра алмайҙар. Ахырҙа фажиғәғә тарыусы үҙе атта йортона ҡайтып китә. Ә дауаханаға ҡатыны алып бара. Табиптар ирҙең талағы йыртылыуын асыҡлай һәм ашығыс рәүештә уға операция эшләйҙәр.

Ошо көндәрҙә республиканың Хеҙмәт дәүләт инспекцияһы эш биреүсенең бәхетһеҙлек осрағын йомоп ҡалдырырға тырышыуын тикшерҙе. Һөҙөмтәлә ойошмала эштең дөрөҫ ойошторолмауы, шулай уҡ хеҙмәтте һаҡлау буйынса кәмселектәр асыҡланған. Бынан тыш, көтөүсе мотлаҡ медицина күҙәтеүе үтмәгән, тулыһынса шәхсән һаҡланыу саралары менән тәьмин ителмәгән. Ғәйеплеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, штраф һалынған.

Фото: theecology.ru

Читайте нас: