Был көндәрҙә Рәсәй халҡы Байкал аръяғы крайында Рәмил Шәмсетдинов менән бәйле фажиғәнең һөҙөмтәләрен көттө. Һалдат һигеҙ хәрбиҙең ғүмерен ҡыйһа ла, тәүге көндәрҙән үк уны яҡлаусыларҙың шаҡтай булыуы аңлашыла. Нимә генә тимә, бөгөн хәрби частарҙа тулы тәртип урынлаштырылған тип әйтеп булмай. Армияға үҙе теләп киткән, киләсәк яҙмышын хәрби тормош менән бәйләргә ҡарар иткән егет бында бабайсылыҡ ҡорбанына әүерелә...