Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Март 2020, 13:15

“Аяғыма баҫһам Гүзәлемде ҡулымдан төшөрмәй күтәреп кенә йөрөтәсәкмен...” йәки батырлыҡ ниндәй дәүмәлдәрҙә үлсәнә?

2013 йылдың ноябрендә Ноғай ҡасабаһындағы бер төҙөлөштә эшләгәндә Динар бәләгә тарый. Икенсе ҡаттан башы менән ҡолап төшә, уның артынан кирбес өйөмө ишелә. Бәләһенән баш аяҡ тип уйлаптыр, төҙөлөш директоры хеҙмәткәрҙәренә тиҙ арала бер ниндәй страховкаһыҙ-ниһеҙ эшләгән эшсеһенең өҫтөндәге махсус кейемен систереп, үҙҙәренән бер нисә саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан аулаҡ урынға сығарып һалырға, ә ишелгән кирбесте яңынан өйөп ҡуйырға ҡуша. Әммә Динарҙың иптәштәре етәкселәрен тыңламай, “Тиҙ ярҙам” саҡыртып, дауаханаға оҙата.

“Барыһы ла үтәнән-үтә күренә... Хатта кәүҙәң менән бергә булып бер нисә ҡатлы бинала ятҡанда ла тышта йондоҙҙар емелдәшеүен, ҡояш яҡтыртыуын күрәһең. Әйтерһең дә, күк йөҙө менән икәүҙән икәү генә ҡалғанһың... Ә йәнең бер ысҡынһа... Ҡайҙа барғың, нимә күргең килә, рәхим ит. Әллә ниндәй ҡатмарлыҡтар менән эшләнгән замана ишектәре аша үтеү суртым да түгел, инкассаторҙың машинаһына ла бер тотҡарлыҡһыҙ инеп була. Хатта алдыңда торған аҡса менән лыҡа тулы сумкалар ҙа һиндә бер ниндәй ҙә тойғо уятмай, һин битарафһың, тормоштағы үтә ҙур күренгән проблемалар үҙ мәғәнәһен юғалта, бөтәһе лә юҡҡа сыға. Бары тик һине иҫләгән таныштарыңдың йылы һүҙҙәре, туғандарыңдың, яҡындарыңдың тиҙерәк аңыңа килеүеңде теләп уҡыған доғалары, Хоҙайҙан ялбарып һорауҙары ғына йәнеңә бөтмәҫ-төкәнмәҫ еңеллек бирә һәм кире ысынбарлыҡҡа алып ҡайта...”.
Был фантастик әҫәр яҙыуға тотонған икән тиһәгеҙ, төптө яңылышаһығыҙ. Төҙөлөштә осоп төшөп имгәнгән Динар АБДУЛЛИНДЫҢ иҫһеҙ ятҡан ваҡытында күргәндәрен күңелем аша үткәреп, был донъяла барыбер ҙә аҡсаға һатылмаған, алтынға алыштырылмаған мәңгелек ҡиммәттәр йәшәй икән тигән тойғо-кисерештәр солғанышында уның хаҡында мәҡәлә яҙырға уйланып ултырыуым.
Төҙөүсе тигән һөнәр бар...
Беҙҙең йәмғиәттә үҙҙәрен төҙөүсе тип ике ҡатлам кешеләре һанай. Беренселәре - ҡулдарына бер тапҡыр ҙа тиерлек кирбес, мастерок тотоп ҡарамаған төҙөүсе компанияларҙың етәкселәре. Икенселәре - ҡышын өшөп-туңып, йәйге селләлә янып-бешеп, көҙгө-яҙғы әсе елдә елләнеп, быҫҡаҡ ямғыр аҫтында күшегеп тир түккән, махсус бирсәткәләр менән эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, кирбес саңы һеңеп, баҡыр төҫкә инеп, һөйәлләнеп бөткән ҡуллы, йыш ҡына тәүгеләре тарафынан алданып, кәкре ҡайынға һөйәлеп ҡалған, эшселәр.
Халыҡ араһында ла төҙөүселәргә ҡарата фекер-ҡараштар төрлөсә. Туғандары, таныштары араһында был һөнәр эйәләре булһа, физик яҡтан ныҡлы, сабыр кеше итеп беләләр. “Фәлән ерҙәге фәлән төҙөлөш майҙанында иҫерек төҙөүсе осоп төшкән” ише яңылыҡтарҙан башҡа улар хаҡында бер ни ишетмәгәндәрҙең күҙ алдына, әлбиттә, икенсе ҡиәфәттә һынлана.
Миҫал өсөн бынан ун йылдар самаһы элек төҙөүсе булып эшләгән бер танышымдың һөйләгәндәрен иҫкә төшөрөп китәйем. Бер төркөм йәш төҙөүселәр эштән һуң кейем магазинына керәләр. Йүгереп йөрөп кейем һайлашҡан йәш һатыусы ҡыҙҙар тегеләрҙең ҡайҙа эшләүҙәрен белгәс, аптырашта ҡалалар. “Төҙөүселәрҙе беҙ бер нисә аҙна айнымай эскәнлеге өс метр йыраҡлыҡтан һиҙелгән, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, ҡарауһыҙ йөрөгән әҙәмдәр итеп күҙ алдына килтерә инек”, – тиҙәр улар. Көн оҙонона физик көс менән бергә, бейектә эшләгәс уяулыҡ талап иткән ерҙә эсеп эшләп йөрөп булмауын, күптәре дин юлында йөрөүҙәрен, әгәр ҙә араларында һирәкләп булһа ла төшөргөләп алған иптәштәре эшкә килһә лә уны йә кире бороп ҡайтарыуҙары, йә вагон фәләндә йоҡлатып айныҡтырып алғас ҡына эшкә ҡушыуҙары тураһында әйткәс, тегеләре һаман ышанмай. “Улайһа эсеп осоп төшкән төҙөүселәр ҡайҙан барлыҡҡа килә һуң?” – тип һорайҙар. Күп ваҡыт халыҡ аңын томалаусы бындай хәбәрҙәрҙең ялған булыуын, кемдер ғәйепте үҙ иңенә алмаҫ өсөн болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоп маташыуы тураһында аңлатып, үҙҙәренең иптәштәре менән булған, йә бер бригадала эшләүселәрҙең күҙ алдында шундай күңелһеҙ, аяныслы ваҡиғаларҙы бәйән итеп китәләр. Тегеләре был яңылыҡҡа Америка асҡандай булып асылған ауыҙҙарын ябырға ла онотоп тороп ҡалалар.
Ысынлап та, эсеп осоп төшөп имгәнгән, йә үлгән тигән хәбәрҙәр ҡайҙан тарала һуң? Әгәр ҙә йәшел йылан менән дуҫлашыусылар бар икән төҙөлөш мастерҙары ҡайҙа ҡарай? Ҡул аҫтындағы эшселәренең һаулығы, ғүмере өсөн улар ҙа яуаплы түгелме ни? Төптән генә уйлап ҡараһаң был һорауҙарҙың осона сығырлыҡ та түгел һымаҡ.
Асҡын районының йәмле Төй йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡашҡа ауылы егете Динар Абдуллинда физик көс менән рухи ныҡлыҡ та бәләкәйҙән бергә үҫешә. Бәләкәс сағынан атаһы уларҙы кескәй сағында уҡ ҡалдырып киткәс, әсәһе Занфирә Ғабдрахман ҡыҙына ике улын яңғыҙы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Мәктәпте тамамлап, Туймазыла юридик колледж дипломына эйә булған йәш белгес ике йыл пенсия фондында эшләй, унан бөтөнләй икенсе йүнәлеш буйынса – төҙөлөшкә китергә ҡарар итә. Сөнки, берҙән, эш хаҡы унда икеләтә юғары, икенсенән, көсө менән дәрте лә бергә ташып торған егет үҙенең урыны тап шунда икәнлегенә яҡшы төшөнә.
Ун йылға яҡын эшләү дәүерендә Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияның бер корпусын, Өфөнөң тағы ла бер нисә белем усағын, һигеҙгә яҡын күп ҡатлы йорттарҙы, Архангел, Стәрлебаш райондарындағы район дауаханаларын, Урман ҡасабаһында янғында зыян күреүселәргә өйҙәр, Нуғай, Аҡманай, Зинин ауылдарында, Дим биҫтәһендә коттедждар төҙөүҙә ҡатнаша. Эштә тилбер, тормошта ысын дуҫ була белгән, шаян, отҡор егет иптәштәре араһында ла тиҙ абруй яулай.Үҙе дуҫлыҡтың ҡәҙерен белеүе арҡаһында уның ғүмере һаҡланып ҡала ла инде...
2013 йылдың ноябрендә Ноғай ҡасабаһындағы бер төҙөлөштә эшләгәндә Динар бәләгә тарый. Икенсе ҡаттан башы менән ҡолап төшә, уның артынан кирбес өйөмө ишелә. Бәләһенән баш аяҡ тип уйлаптыр, төҙөлөш директоры хеҙмәткәрҙәренә тиҙ арала бер ниндәй страховкаһыҙ-ниһеҙ эшләгән эшсеһенең өҫтөндәге махсус кейемен систереп, үҙҙәренән бер нисә саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан аулаҡ урынға сығарып һалырға, ә ишелгән кирбесте яңынан өйөп ҡуйырға ҡуша. Әммә Динарҙың иптәштәре етәкселәрен тыңламай, “Тиҙ ярҙам” саҡыртып, дауаханаға оҙата.
Дауамын февраль һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: