Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Март 2020, 13:15

“Ҡәләмеңдән, шағир, аһ, бал түгел, Тантаналар өсөн... ҡан тама…”

Килешәм. Мөхәббәт – кеше кисерештәре, тойғоларының иң серлеһелер, моғайын. Ғашиҡ булыу утта яныуға тиң, ғөмүмән, яратыу – яныу ул. Шул уҡ ваҡытта мөхәббәтлеләр бәхетле лә. Мөхәббәттәрен табып, юғалтҡандар ҙа бәхетле хатта. Сөнки мөхәббәттең ғазаптары ла татлы. Бер-береңә йәки кемгәлер тартылыуҙың серен әйтеп-аңлатып буламы икән? Ул Күктәргә алып осор көс тә, Күк күкрәтер тетрәнеү ҙә. Мәңгелек сер. Ошо серҙе тойоп-татып ҡарамаған шағир – шағир түгел, сөнки бары мөхәббәттең татлы ғазаптарына дусар булыу ғына кешенең бар булмышын әйләндереп-тулғандырып сығара ла, талантлыларҙан ысын шағир яһап ҡуя кеүек миңә. Шағир бер-береңә тартылыуҙың серен сисергә теләп, шул серҙе илаһилаштыра, сәнғәти юғарылыҡҡа күтәрә. Шуға күрә мөхәббәт – һүҙ сәнғәтенең мәңгелек темаһы һәм мәңгелек сере. Физиологик күренеш булараҡ, мөхәббәт – ике енестең икәү-ара ғына кисерә торған хистәр солғанышы. Шағирҙарҙың мөхәббәт тыуҙырған хис-тойғолар – бер күрешеүгә зар-интизар булыу, һағыныу һағыштары, икеләнеү-һыҙланыуҙар, һөйөп-һөйөлөү, хатта наҙ көҫәү (улар бит, асылда, интим тойғолар) кеүек хистәр туҡымаһынан сәнғәт әҫәре тыуҙырыуы һәр ваҡыт һоҡландыра. Иң мөһиме – ул бысраҡ булмаһын. Уҡыусыны ла тетрәндерһен, һыҙландырһын, илатһын, әммә яҡтылыҡҡа, сафлыҡҡа ышаныс-өмөт ҡалдырһын.

Ҡәләмеңдән, шағир, аһ, бал түгел,
Тантаналар өсөн... ҡан тама…”
Башҡорт шиғриәтенә ул үҙенә генә хас күңел йыры, йөрәк ауазы менән ҡабаттан әйләнеп ҡайтты. Уның тәрән хисле ижад емештәре һуңғы йылдарҙа Интернет селтәрендә киң таралды. Матбуғатта ла әленән-әле шиғри шәлкемдәре донъя күреп тора. Үтә күндәм дә, үтә баҙнатһыҙ ҙа, үтә сабыр ҙа түгел уның йыры. Киреһенсә, үтә сая, үтә ихлас, үтә Ғәлиәсә... Йөрәкте өтөп алырлыҡ тойғолар ҙа, әрнеү вә ғазап та, көтөлмәгән боролоштар ҙа етәһе унда. Һәм был йыр бары мөхәббәттән яралған, мөхәббәттән туҡылған төҫлө…
Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – Ишембай ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе шағирә, мөғәллимә Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы ФӘЙЗУЛЛИНА (КӘЛИМУЛЛИНА).
“Шиғыр яҙғанда “иртәгә” тигән төшөнсә юҡ: йә бөгөн, йә башҡа бер ҡасан да…”
– Әңгәмәне ғәҙәти һорауҙан башлайыҡ: нимә ул һеҙҙең өсөн ижад? Хәйер, "Тантана" тип исемләнгән шиғырығыҙҙы уҡығандан һуң, был һорауҙы биреү, бәлки, урынһыҙҙыр ҙа...
– Эйе, шиғырҙа әйтелгәнсә, ижад – ул тынғыһыҙ һәм ауыр көндәлек хеҙмәт. Көн дә яҙышыр өсөн мөмкинлеге лә, әйтер фекерең дә, илһам да кәрәк. Фекереңдең осона сыға алмай таңға тиклем ултырған саҡтар ҙа, ниндәйҙер бер арауыҡта яҙышыр өсөн ваҡыт бүлә алмай йөрөгән мәлдәр ҙә була. Әммә бөтә ижад кешеләренә лә бер нәмә хас: һине биләп алған уй аҡ ҡағыҙға түгелмәйенсә, күңел тынғы тапмай. Яҙылып бөтөп, еренә еткерелгәнсе мейене сүкеп тик торасаҡ ул уй. Ижад итеү процесының тәме лә, ғазабы ла шунда.
– Нисә йәштә ижад итә башланығыҙ? Ижадсы ҡомары үҙен нисегерәк һиҙҙертте?
– Тәүге шиғырҙарымды дүртенсе класта уҡығанда яҙа башлағайным. Ул замандағы “Башҡортостан пионеры” (хәҙерге “Йәншишмә”) гәзитендә баҫылып, мәктәптә “шағирә” булып танылғас, әҙәбиәт уҡытыусыһы Баныу апайҙың иғтибарын тойҙом. Мәктәптең тематик стена газеталары өсөн шиғырҙар, “Ҡармаҡ” гәзите өсөн шарждар яҙыуға, әҙәби түңәрәккә йәлеп итте. Ижади фекерләүгә һәләтле бер тиҫтер уҡыусылар йыйылышып, бер-беребеҙгә шиғырҙар уҡып, түңәрәктең әҙәби журналдарын эшләп ултырыуҙар хәтерҙә ҡалған. Нимәләр яҙғанмындыр, иҫләмәйем, әммә төндә уянып китеп, йыш ҡына ай яҡтыһына тәҙрә тупһаһында яҙыша торғайным. Ҡәләм менән ҡағыҙҙы ла кистән үк хәстәрләп һалып ҡуям. Ул ғәҙәтем әле лә һаҡлана: ҡәләм-ҡағыҙ һәр ваҡыт баш осомда. Әммә үҙемде бөтә булмышым менән ҡомарланып ижад итеүгә бағышланым тип әйтә алмайым.
– Ижадта һәр кемдең үҙ рецебы. Һеҙҙең шиғырҙар нисегерәк тыуа? Ғөмүмән, шағир үҙе кисермәгәнде яҙа аламы?
– Шиғыр яҙыуҙы йыш ҡына тулғаҡ ғазаптарына тиңләйҙәр. Эйе, шиғыр яҙыу – тап ошондай көсөргәнешле мәл. Ҡыҫҡа ғына мәл булыуы менән дә һәм әйтергә теләгән фекереңде ниндәйҙер бер образ аша рифма, ритм кеүек талаптарға ярашлы “тыуҙырырға” тейешле икәнлегеңде аңлау йәһәтенән дә көсөргәнешле. Шиғыр яҙғанда “иртәгә” тигән төшөнсә юҡ: йә бөгөн, йә башҡа бер ҡасан да. Ә бына ул уй шиғыр булып яралғанға тиклем әллә күпме һиндә “йәшәй”, йәшәргә тейеш, сөнки һин – уны, ул һинең күңелеңде йылытып йөрөмәһә, шиғыр тыумай ул. Кисерештәргә килгәндә, эйе, нимәлер кисермәйенсә, тетрәнмәйенсә шиғыр яҙылмай, әммә шиғыр кисерештәрҙе һөйләп сығыу түгел, кисерештәр тыуҙырған хистәрҙе һүрәтләү саралары аша үҙеңсә генә тасуирлау ул.
– Шиғырҙарығыҙ шул тиклем күңелгә үтеп инә, шулай ҙа һирәгерәк яҙаһығыҙ, шикелле?
– Эйе. Тап шулай. Аҡланайым тиһәң, сәбәптәре лә бар. Әммә төп сәбәп, моғайын, асылымды оҙағыраҡ эҙләүҙәлер, бая һин әйткән ижад ҡомарының һуңлап уяныуындалыр, бәлки. Сәхнәһеҙ йәшәй алмайым тип, байтаҡ йылдар сәхнә менән мәктәпте берләштереп йәшәнем: үҙем бейенем, бейеү түңәрәктәре алып барҙым, алып барыусы булдым. Оҙаҡ көтөп алынған бәхет булып балаларым тыуғас, үҙемде тотошлай ғаиләгә, балаларыма бағышланым, тип тә әйтә алам. Шиғриәттәге үҙем һәр ваҡыт үгәйһетелеп йәшәлде.
Шағирә булараҡ, донъя менән бәхәскә йыш инәһегеҙме?
‒ Шиғырҙар, моғайын, донъя менән, үҙ-үҙең менән бәхәсләшкәндән тыуалыр ул. Донъя менән килешеп йәшәгән кеше ҡәләмгә тотонмайҙыр…
“Шиғырҙың йәне лә, йәме лә, тәме лә образдарҙа…”
Ҡатын-ҡыҙҙың күңел донъяһын, төрлө кисерештәрҙе, уның күңел халәтен шундай оҫта итеп асып һалаһығыҙ. Был йәһәттән һеҙҙең "Таш йылғалар булып ағып киттем" тигән шиғырығыҙ айырыуса һоҡланыу һәм тетрәнеү уята. Ҡайҙан һеҙҙә шундай үҙенсәлекле образдар табыу оҫталығы?
– Кеше әйтмәгәнде әйтергә теләү, быға тиклем әйтелгәндәрҙе үҙеңсә генә итеп һүрәтләп биреү, яңы һүҙ булмағанда ла яңы образ табыу зарурлығы һәр ижадсыла бар. Асылда, шул зарурлыҡ ҡәләм алырға мәжбүр итәлер. Төн йоҡоларыңдан яҙҙыралыр ҙа әле, бәлки. Үҙеңсә генә әйтеп биреү өсөн башҡаларҙың нимә әйткәнен дә белергә, тимәк, күп һәм бик күп уҡырға, анализларға, сағыштырырға кәрәк. Шунһыҙ булмай. Шиғырҙың йәне лә, йәме лә, тәме лә ана шул образдарҙа икәнлеген, бары тик шул образдарҙың ғына шиғырҙы сәнғәт әҫәре кимәленә еткереүен белгәс, эҙләнмәй, уйланмай сараң юҡ.
Ҡағыҙ менән ҡәләмде кистән үк хәстәрләп һалып ҡуям, тинегеҙ. Илһам, ғәҙҙәтә, төндә килә, тимәк?
– Ҡәләм менән, уйҙарым менән япа-яңғыҙ ҡалыуҙы төнгө һил мәлгә көйләп өйрәнгәнмен, көндөҙгө мәшәҡәттәр, тауыш, шау-шыу миңә ҡамасаулай. Көндөҙ ҙә киләлер ул, бәлки, илһам, әммә мәктәп тормошон, мәктәп эшен көн яҡтыһына ғына һыйҙырыу ауыр, хатта мөмкин булмаған хәл, әллә күпме эшең һинең менән төнгөлөккә ҡайта, ижадҡа бүлергә өйрәнгән төнөңдө лә бүлешә әле ул эш. Мәктәптә эшләп ижад менән шөғөлләнгән кешегә йоҡоң иҫәбенә яҙышыу – ул берҙән-бер юл.
– Шиғриәттәге үҙем үгәйһетелеп йәшәне, тип тә әйтеп ҡуйҙығыҙ. Был үгәйһетелеү эҙемтәһеҙ үтмәгәндер, моғайын. Күңелегеҙҙә, йәнегеҙҙә тыныслыҡ булмағандыр, бәлки? Башҡараһы бик мөһим эшем бар бит әле, шуға ваҡыт таба алмайым, тигән үкенестәр ҙә, үҙҙегеҙ менән ризаһыҙлыҡтар ҙа тыуып ҡуйғандыр?
– Үҙемде ижадҡа бағышлай алмаһам да, күңелгә йыуаныс, ижад ҡыуаныстары кисерерлек шөғөлөм булды һәр ваҡыт. Булмаһа, юҡ ерҙән эш табып, ижад атмосфераһын үҙем тыуҙырҙым.Мәктәптә эшләй башлағаны бирле, ижадҡа бәләкәй генә ынтылышы булған баланы һиҙемләп, күреп ҡалдыммы, улар менән шөғөлләнеүҙән ҙур йыуаныс табам. Һәр хәлдә, улар менән бергәләп ултырып шиғыр яҙып, уларға нимәлер аңлата алыуым менән йәки баланың әйтергә теләгән фекерен матур образға һалып шиғыр тыуҙырыуҙан бәхетле мәлдәр кисерәм. Байтаҡ йылдар мәғариф бүлегендә эшләнем. Мәғариф бүлегенең төрлө йөкләмәләр, пландар, отчеттар менән тултырылған ялҡытҡыс ҡағыҙҙары араһында ла күңелемә йыуаныс табып эшләү сараһын эҙләнем. Таптым. Яҙыусы-шағирҙар менән осрашыуҙар, уларҙың ижадына арналған ижади эштәр конкурстары, шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе, фәнни-ғәмәли конференциялар, йә булмаһа, яҙышҡан уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың ижадтарын бергә туплап, уларҙы китап итеп баҫтырып сығарыу кеүек әллә күпме эштәр менән мәшғүл булдым. Ул эштәрҙе уҡыусылар өсөн дә, уҡытыусылар өсөн дә кәрәк эш тип ниндәйҙер бер энтузиазм, рухи күтәренкелек менән башҡарҙым. Шуға үҙем, ижадым тураһында уйларға ваҡыт та булманы. Яҙылғанда – яҙҙым, яҙылмағанда – юҡ. Үҙем өсөн түгел, яҙышырға һәләте булып та, башҡа һөнәр һайлаған уҡыусының яҙмышы өсөн нығыраҡ көйәләнгәнмендер әле, бәлки. Бер килке хатта эстән генә үҙ-үҙем менән ризаһыҙлыҡ тойғоһо кисерһәм дә, яҙышыуҙан бөтөнләй төңөлөп, аҡылым менән шул йәшәү рәүешемә риза булып та ҡуйғайным. Тынғыһыҙ эшем, ғаилә, ижад араһында бүлгеләнеүҙе ғаилә һәм эш файҙаһына хәл итеү иң тәүҙә әсә, ир ҡатыны булыу кеүек мөһим бурысымды үтәргә тейеш икәнлегемде аңлауҙан тыуған кисектергеһеҙ ҡарар ҙа булғандыр. Шул йылдарҙа шиғырҙарым теркәлгән блокнотта ла әрнеү һәм ғазап менән яҙылған юлдар бар:
Тубыҡланған килеш ҡалам,
Миктәгән йән ергә яҡын.
Ҡанатһыҙ килеш баһалап,
Ҡарайымсы ғүмер хаҡын…
Күңелдәге юшҡынды йыуып сығарыу, һағышты, йөрәк һыҙланыуҙарын баҫыу һәләтенә эйәме ижад? Ниндәйҙер шиғыр яралғас, еңеллек, кинәнес тойғоһо киләме, әллә, киреһенсә, күңел буп-буш булып, нимәлер етмәгән һымаҡ тойолоп китәме?
– Ҡәләмгә тотоноуға ниндәйҙер тетрәнеү сәбәп булһа ла, ижад процесы ваҡытында күңел халәтең онотола, ул ваҡытта йөрәк яҙа башлаған әйберең өсөн һыҙлана. Шиғыр яралғас та, күңелеңдәге юшҡынды йыуып сығарҙым, бушанып, еңеләйеп ҡалдым тигән уй булмай (ул турала, күрәһең, бөтөнләй онотаһыңдыр инде), ә ижад емешеңде татып ҡарап рәхәтләнәһең, ижад ләззәте кисерәһең. Яҙылып бөткәс тә, шиғри талаптар күҙлегенән сығып, ҡабат-ҡабат, ҡабат-ҡабат уҡыйһың әле уларҙы. Бына ошо ижад ғазаптары татытҡан ләззәттән бер аҙ һыуынғас ҡына һине шиғыр яҙырға этәргән кисерештәр иҫкә төшә.
Ҡатын-ҡыҙ булараҡ нығыраҡ асылыу, әсәлек ләззәте ижадығыҙға нисек тәьҫир итте?
– Кейәүгә һуң сыҡтым. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙ бәхетен дә, әсәлек бәхетен дә һуңлап татыным. Ирем менән икебеҙ ҙә бер мөхиттә эшләгәнлектән, уның уң ҡулы, фекерҙәше, уға терәк-таяныс булырға, ҡулымдан килгән тиклем ярҙам итергә тырыштым. Ҡатын-ҡыҙҙың асылын икебеҙҙе бер бөтөн итеп тойоуҙа, уның һүҙенә лә, үҙенә лә тоғролоҡта күрҙем. Әсәлек хисен дә шундай юғарылыҡта ҡабул иттем, хатта балаларымдың йоҡоһон һаҡлап, ҡыбырларға ла ҡурҡып ултыра торғайным тәүге мәлдәрҙә. Балаларымды ҡарау-тәрбиәләүҙән башҡа әйбергә бүленгән ваҡытты уларға хыянат итеү һымаҡ аңлай инем. Шуға ла ул йылдарҙа яҙған шиғырҙарым, әллә ни тос булмаһа ла, ошо ике асылымды илаһилыҡ кимәлендә ҡабул итеүҙән, наҙҙан, яҡтылыҡтан, сафлыҡтан туҡылған.
“Ижадсы донъяны башҡалар һымаҡ ҡабул итһә, ҡәләмгә тотонмаҫ та ине...”
– Элекке шиғырҙарығыҙҙы уҡып, был саҡта яңылышыраҡ фекер йөрөткәнмен, әле булһа башҡасараҡ яҙыр инем тип ризаһыҙлыҡ белдергән саҡтарығыҙ булмаймы?
– Шиғриәттең тағы бер мөһим үҙенсәлеге бар, ул – ихласлыҡ. Шиғырҙарҙа алдашып булмай. Шуға ла ғүмереңдең ниндәйҙер бер арауығында яҙылған шиғырҙарыңа фекер йөрөтөү йәһәтенән сығып баһа биреп булмайҙыр. Һине тетрәндергән хәл-ваҡиғаларҙы нисек кисергән, аңлаған һәм ҡабул иткән булһаң, шулай яҙғанһың. Уларҙың кимәлен әҙәби әҫәр булараҡ баһалап ризаһыҙлыҡ тойғоһо кисергәнем бар.
– Һеҙҙең элегерәк яҙылған "Бәхет бар ул", "Алдатманы бәхет" тигән шиғырҙарығыҙҙы яратып уҡығаным хәтерҙә. Бармы ул бәхет? Нимә ул бәхет?
– Бәхет бар ул. Уны аңлау, тойоу кимәле һинең донъяны ҡабул итеү кимәлеңә туранан-тура бәйлелер. Балаларым иҫән-һау булып, тормошта үҙ-үҙҙәрен тапһалар, уларҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарын бергә-бергә кисерергә яҙһа, көйөнөс-хәсрәттәр уларҙы урап уҙһа, мәшәҡәттәрен уртаҡлашырлыҡ көс-ҡеүәтем булһа, әсә булараҡ бәхет татыуым шул булыр ине, моғайын. Бәхет кешелә йәшәй торған даими тойғо ла түгел ул. Ижад кешеһе өсөн бигерәк тә. Ижадсы бәләкәй генә шатлыҡты ла – бәхет, күңелде киткән кескәй генә көйөнөстө лә оло ғазап итеп ҡабул итеү һәләтенә әйә. Донъяны башҡалар һымаҡ ҡабул итһә, ул ҡәләмгә тотонмаҫ та ине. Шиғырҙарым баҫылып, гәзит-журналдарҙа исем-шәрифемде күреүҙән үҙемде бәхетле итеп тойоу йәшенән уҙғанмын. Үҙ-үҙемә һәм кемгәлер нимәлер раҫлау өсөн дә яҙмайым. Әлеге мәлемдә ижад – йәшәү рәүешем. Көстө лә ижад ләззәтен татыуҙан алам. Ижад бәхете кисереү – шулай уҡ һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет.
– Бейегәнегеҙҙе күрергә насип булғаны юҡ. Әммә һеҙҙең турала: “Эх, матур бейей”, – тип әйткәндәрен ишеткәнем бар. Тимәк, һеҙҙең өсөн бейеү ҙә, шиғриәт тә бер кимәлдәге күңел талабы?
– Бейеү сәнғәтенә булған ынтылышымды мин үҙем дә тап шулай ҡабул иттем. Бейеү мине шиғриәткә ҡарағанда ла нығыраҡ тартты, ылыҡтырҙы. Бейегәндә күңелемдең әллә ниндәй төпкөлдәрендә ятҡан хис-тойғоларымдың ҡанатланғанын һиҙә торғайным, һәр күҙәнәгемде тоя һәм аңлай инем. Бейеү, күрәһең, һын-хәрәҡәттәр аша эске донъямдың, булмышымдың көй менән бер бөтөнгә әүерелеп сағылыуы булғандыр. Шуға яҙмышымдың бейеү менән бәйле арауығына, бейеү сәнғәте донъяһында үҙ-үҙемде эҙләргә, үҙем булып йәшәргә өйрәткән Башҡорт дәүләт университетының “Ирәндек” бейеү ансамбле етәксеһе Варламова Екатерина Николаевнаға оло рәхмәтлемен.
– Һеҙҙең һүҙҙәрегеҙгә ижад ителгән бик матур йырҙар ҙа бар. Нисек тыуа йырҙар? Заказ буйынса яҙаһығыҙмы, әллә композиторҙар айырым әҫәрҙәрегеҙҙе уҡып, илһамланып көй ижад итәме?
– Йыр өсөн яҙылған шиғырҙар һуңғы арала ғына ҡыҙыҡһындыра башланы. Быға тиклем йыр өсөн махсус текстар яҙғаным булманы. Көй яҙылғандарын да улар йыр булып эфирға сыҡҡас ҡына ишеттем. Шиғырҙарыма фәләнсә көй яҙылған тип маҡтанырлығым юҡ, әлбиттә. Әммә яҙылғандары бәхетле булды. Хәниә Фәрхи башҡарыуында Урал Рәшитов яҙған “Саҡыр әле мине бейергә”, Гөлсәсәк Шәрипова башҡарыуында һәүәҫкәр композитор Мәрйәм Солтанова яҙған “Бәхет бар ул” йырҙарын халыҡ йылы ҡабул итте. Мәрйәм Солтанова байтаҡ шиғырҙарыма икенсе ғүмер бирҙе, уларҙы маҡарҙар яратып йырлай. Юлай Үҙәнбаев көй яҙған “Аҡтайлаҡ” йыры заказ буйынса яҙылды, әммә ул күптән күңелемдә йөрөгән тема ине.
– Әйткәндәй, үҙегеҙ ҙә көй ижад итә башлаған, тиҙәр? Ул һәләтегеҙ ҡайҙан?
– (Көлә). Көй ижад итә башлаған тип әйтергә дәғүә итерлекме икән улар? Бер нисә шиғырым көйө менән бергә тыуҙы. Шул ғына. Нәҫелебеҙҙә көй ижад итеүселәр юҡ, йырсылар һәм гармунда уйнаусылар бар. Үҙем көйҙө бәләкәйҙән “ишетә” инем, әммә бер ҡасан да уға етди иғтибар бирмәнем. Һәр кем үҙ эшен эшләргә тейеш: көйҙө – композиторҙар, шиғырҙы шағирҙар яҙырға тейеш тип иҫәпләнем.
“Мөхәббәт – һүҙ сәнғәтенең мәңгелек темаһы һәм мәңгелек сере…”
– Ижадығыҙҙа фәлсәфә лә, илһөйәрәлек тә бар, әммә мөхәббәт темаһы өҫтөнлөк итә. Ҡайһы бер шиғырҙарығыҙ интим поэзияға тартым хатта. Килешәһегеҙме? Һәм һеҙҙең өсөн мөхәббәт төшөнсәһе нимәнән ғибәрәт?
– Килешәм. Мөхәббәт – кеше кисерештәре, тойғоларының иң серлеһелер, моғайын. Ғашиҡ булыу утта яныуға тиң, ғөмүмән, яратыу – яныу ул. Шул уҡ ваҡытта мөхәббәтлеләр бәхетле лә. Мөхәббәттәрен табып, юғалтҡандар ҙа бәхетле хатта. Сөнки мөхәббәттең ғазаптары ла татлы. Бер-береңә йәки кемгәлер тартылыуҙың серен әйтеп-аңлатып буламы икән? Ул Күктәргә алып осор көс тә, Күк күкрәтер тетрәнеү ҙә. Мәңгелек сер. Ошо серҙе тойоп-татып ҡарамаған шағир – шағир түгел, сөнки бары мөхәббәттең татлы ғазаптарына дусар булыу ғына кешенең бар булмышын әйләндереп-тулғандырып сығара ла, талантлыларҙан ысын шағир яһап ҡуя кеүек миңә. Шағир бер-береңә тартылыуҙың серен сисергә теләп, шул серҙе илаһилаштыра, сәнғәти юғарылыҡҡа күтәрә. Шуға күрә мөхәббәт – һүҙ сәнғәтенең мәңгелек темаһы һәм мәңгелек сере. Физиологик күренеш булараҡ, мөхәббәт – ике енестең икәү-ара ғына кисерә торған хистәр солғанышы. Шағирҙарҙың мөхәббәт тыуҙырған хис-тойғолар – бер күрешеүгә зар-интизар булыу, һағыныу һағыштары, икеләнеү-һыҙланыуҙар, һөйөп-һөйөлөү, хатта наҙ көҫәү (улар бит, асылда, интим тойғолар) кеүек хистәр туҡымаһынан сәнғәт әҫәре тыуҙырыуы һәр ваҡыт һоҡландыра. Иң мөһиме – ул бысраҡ булмаһын. Уҡыусыны ла тетрәндерһен, һыҙландырһын, илатһын, әммә яҡтылыҡҡа, сафлыҡҡа ышаныс-өмөт ҡалдырһын.
– Был яуабығыҙ үҙе бер йыр кеүек яңғыраны. Рәхмәт! Ә бына кем өсөн яҙаһығыҙ? Уҡыусы менән бәйләнеш булыуы шағирәгә мөһимме?
– Асылда, һәр ижадсы өсөн уны ваҡытында күрә белеүҙәре, аңлауҙары мөһим. Уҡыусы менән бәйләнеш булмаһа, үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнайһың. Уҡымайҙар, аңламайҙар икән, кем өсөн яҙырға? Шиғриәтеңде оҡшатыусылар бар икән, был, әлбиттә, ҡанатландыра. Ә оҡшатмаһалар ни эшләр инем икән?
Үҙем өсөн генә яҙам, тип үҙ-үҙемде йыуатыуҙан уҙғанмын. Мине уҡыйҙармы, юҡмы – уныһы мөһим түгел, тип тә әйтә алмайым. Ижадымды аңлағандар, баһалағандар, минән яңы шиғырҙар көткәндәр, күренмәйерәк торһам, минең өсөн борсолғандар барын беләм. Улар менән хатта тығыҙ бәйләнештәмен. Шиғырҙарымды уҡып, минән артабан да нимәлер өмөт иткәндәрҙең өмөтөн аҡлай алһам ине, тигән уйҙымы, яуаплылыҡтымы һәр ваҡыт тоям үҙемдә. Улар өсөн яҙам, тип әйтә алмаһам да, уларҙың фекеренә мохтажмын. Уҡыусы менән бәйләнеш ижад өсөн стимул да, этәргес көс тә түгел, ләкин яҙғандарын уҡыусылары нисек баһалауын белергә тейештер ижадсы. Уҡыусыларының зауығын, үҙенең кимәлен самалау һәм ниндәйҙер һығымталар эшләү өсөн.
“Ижадсы "ярамай"ҙарҙың эсендә һыйышып йәшәй алмай...”
– Шундай тәрән хисле шағирә булыу уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегегеҙгә ниндәй йоғонто яһай?
– "Тәрән хисле шағирә" өсөн рәхмәт. Бөгөнгө замандың уҡытыусыларға ҡуйған талаптары менән шағирлыҡты бер тәртәгә һыйҙырып йәшәү мөмкин дә түгел һымаҡ. Шағирлығың менән уҡытыу системаһында һыйышып йәшәү ауыр булһа ла, хислелегең теүәл һәм аныҡ булырға ҡамасаулаһа ла, әҙәбиәт уҡытыусыһының шағир ҙа булыуынан әҙәбиәт дәрестәре һәм ижади фекерле балалар ота ғына. Ә бына уҡытыусы булыуымдан ижад зыян күрә. Бөгөнгө уҡытыусының ижадҡа түгел, хатта шәхси тормошона ла ваҡыты юҡ. Эш бында тәүлек эсенә һыйып йәшәй алмауҙа ғына ла түгел. Ижадсы икәнлегеңде иҫәпкә алып, ижад итеү өсөн махсус шарттар тыуҙырылған эш урындары – бик һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет. Күптәрҙең ул хыялы ғына. Уҡытыусылыҡ, теләйһеңме, теләмәйһеңме, һине билдәле бер ҡанундар, талаптар, сиктәр эсенә ҡыҫырыҡлай. Ә ижадҡа булған төп талаптарҙың береһе – азатлыҡ, фекер азатлығы. Уҡытыусы өсөн "ярай-ярамай"ҙар күп. Ижадсы "ярамай"ҙарҙың эсендә һыйышып йәшәй алмай. Уҡытыусы ла, шағир ҙа булғандар үҙендә ошо ике поляр күренеште һыйҙырып йәшәргә мәжбүр. Шағирҙар араһында – уҡытыусы, уҡытыусылар араһында шағир булып йөрөү уҡытыусылығыңа мәртәбә өҫтәйҙер, бәлки, әммә ул ижадың файҙаһына түгел.
– Үҙегеҙ кемдәрҙең ижадын яҡын күрәһегеҙ?
– Көн һайын ни ҙә булһа уҡыу – бәләкәйҙән аңыма һеңдерелгән күңел талабым. Автор менән тәү осрашҡанда, әлбиттә, кем икән, нисек һәм нимә яҙа икән, тигәнерәк уйҙар менән асаһың китапты. Төп эшем уҡытыу менән бәйле булғанға, күп авторҙарҙы, теләйемме-теләмәйемме, ҡабат-ҡабат уҡырға тура килә. Ә күңелем өсөн кәйефемә, зауығыма, талаптарыма тура килгәнен һайлап уҡыйым. Кәйефемдең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, Тамара Ғәниева китаптарынан айырылғаным юҡ, һәм, нисә тапҡыр уҡыһам да, уның шиғриәтенең сер-тылсымына төшөнөп бөтә алмайым әле. Тамара апайҙан башҡа ун-ун биш шағирҙың китаптары һәр саҡ өҫтәлемдә. Хатта бөгөн, Интернетҡа инеп уҡырға мөмкинлек булғанда ла, ҡулыма китап тотоп уҡыуҙан ләззәт табып уҡыйым китаптарҙы. Башҡорт шиғриәтендә мин уҡымаған автор юҡтыр, моғайын. Әҙәби яңылыҡтар, яңы исемдәр менән хәбәрҙар булыу – әҙәбиәт уҡытыусыһына ҡуйылған талаптарҙың береһе тип уйлайым һәм шул талапты мотлаҡ үтәргә тырышам.
– Ысын ижадсы Ер-Әсә, халыҡ, тел, милләт яҙмышына ла битараф ҡала алмай. “Башҡортостан ҡыҙы” журналында Һомайғоштоң, Йәнбирҙе менән Йәнбикәнен, Уралдың сал быуаттар аша кешелеккә бөгөн әйтелергә тейеш мөрәжәғәтен берләштергән “Ер хәтере” тип исемләнгән бик үҙенсәлекле шиғырҙар циклығыҙ донъя күргәйне. Ул циклдың нисегерәк яралыуы хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ ине?
– Был тема мине күптән ҡыҙыҡһындыра ине. Әммә ул образдарҙың асылына яңы мәғәнә төҫмөрө һалырға ҡеүәтем етмәнеме, әллә теманың етдилегенән шөрләңкерәнемме – ул уй күңелемдә генә йәшәй бирҙе. Һәм Ер хәтере – ҡан хәтере ул, Ер-Әсәбеҙ – ошо хәтерҙе һаҡлаған турһыҡ, тәү атабыҙ Йәнбирҙе, тәү әсәбеҙ Йәнбикә, йәшәйешебеҙҙе дауам итеүсе Һөйөү сере – Һомайғош образдары бер епкә теҙелгәс, ошо цикл тыуҙы. Шүлгәнташ мәмерйәһенә барып ҡайтҡас, Шүлгән образын өҫтәнем. Уны ла яңыса асырға тырыштым. Шәлкем тамамланмаған әле. Милли асылыбыҙҙың ҡаныбыҙҙа һаҡланған хәтер икәнлеген аңлайым, аңлағандарым ул образдарға ғына һыйып бөтмәне.
– Шиғырҙарығыҙ – торғаны бер роман. Прозаға тотоноу теләге тыумаймы?
– Һине тетрәндергән тойғоларҙың иң тәмлеһенән, ҡаймағынан ғына туҡылғанға, күләмле әҫәргә торошло уй-хистәрҙең синтезы тип баһалайҙар шиғырҙарҙы . Күңелде ҡырҡҡа бөгөп, әйләндереп-тулғандырып тыуа бит улар. Шиғыр - яныу ҙа ул. Шуға ла шиғырҙы һәр кем үҙенсә аңлай, лирик геройҙың кисерештәрендә үҙен таный. Прозаға килгәндә, уйлағаным юҡ, тип әйтә алмайым. Күңелдә бар ул уй, тотоноп ҡарарға баҙнат иткәнем юҡ. Яҙылғанда, шиғырҙар менән йәшәй бирәйем әле тием. Уларҙы ла теләгән бер ваҡытта саҡырып килтереп булмай.
– Ихласлығығыҙ өсөн рәхмәт, Ғәлиә ханым! һеҙҙең бер шиғырығыҙҙа "ҡанатлылар ғына бары Ерҙе биҙәй" тигән юлдар бар. Ошо юлдарҙы үҙегеҙгә ҡайтарып, илһам ҡанаттарынан айырылырға яҙмаһын, тип әйтке килә һеҙгә. Ҡанатлы шиғриәтегеҙ менән Ерҙе биҙәп, күңелдәрҙе имләп йәшәүегеҙҙе теләйем!
Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.