Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Март 2020, 17:40

Өй эйәләре

Әсәләрен үҙҙәренә алғас, буш тормаһын тип, өйҙәренә икенсе кешеләрҙе индерергә була балалары. Әммә бер кем дә ул өйҙә өс кистән артыҡ йоҡлай алмай икән. Өй эйәһе, хужабикәһе килгәнсе тип, өйгә килгән сит кешеләрҙән ҡотолоп тора, ти. Күп тә үтмәй, өйҙәренә тағы ла хужабикәнең балалары килеп тулған. Әммә яҡшы хәбәр менән килмәгән улар. Яҙҙың иң матур сағында әсәләре яҡты донъя менән хушлашҡан икән. Әбейҙең ҡырҡын уҡытҡас, өй тәҙрәләрен арҡыс-торҡос таҡталар менән ҡағып, бикләп таралышҡандар, ти.

Айгөл Вәлиева,
Әбйәлил районы
ӨЙ ЭЙӘҺЕ
Борон заманда ла түгел инде, йәшәгән, ти, бер өй эйәһе. Ҙур һәм матур булған ул йәшәгән өй! Күп балалы татыу ғаилә ғүмер иткән унда. Береһе лә буштан-буш йөрөмәгән, ти. Һәр береһенең йөкмәтелгән эше булған. Ата-әсәләре эштә саҡта ҙур ҡыҙҙар һыйыр һауған, һөт айыртып ҡаймаҡ алғандар, аш бешергәндәр, ти. Уртансылары иһә бәләкәстәрҙе ҡарашҡан, өй йыйыштырған, баҡса ҡарашҡан. Ағалары малдарҙы ҡараған, уларҙың аҫтын таҙартҡан. Кеселәре иһә йәй буйы себеш көткән. Ниндәй генәһе булмаған себештәрҙең: тауыҡтыҡы, өйрәк-ҡаҙҙыҡы, күркәләрҙеке.
Өй эйәһе уларға һәр саҡ ярҙам итеп торған. Берәй себеш ситкә китһә, күренмәй генә барып кире бүтәндәр эргәһенә ҡыуалаған, ти. Ямғыр яҡынлашһа, алдан уларҙы өйөрөп, берәй ышыҡ урынға йыйған. Ҡышҡы һыуыҡ төндә һыйыр быҙаулаһа, хужабикәне уятҡан. Өй һыуып китһә хужаның юрғанын асып ҡуйған. Өшөгән хужа, тора һалып ут яғып, балалары уяныуға өйҙө йылытып та ҡуйған.
Матур һәм дуҫ йәшәгән улар. Әммә тормош бер урында тормай. Ҡыҙҙар үҫеп, кейәүгә сығып атай йортонан китеп торғандар. Егеттәр ҙә әрменән һуң, ауылда эш юҡ тиеп, ҡалаға китеп бөткән. Өйҙә әбей менән бабай ғына ҡалған. Ауырға төшә башлаған, ти, быларға мал ҡарауы. Өй эйәһе малдарҙы ҡарауылларға ярҙамлашһа ла һәнәк тотоп бесән һала алмай бит инде. Аҫтарын таҙартып торорға ла көс кәрәк. Гөр килеп торған йортта тыныслыҡ урынлашҡан, ти. Өй эйәһенә ҡыуанырға ине лә бит, тик ул да элекке, гөж килеп торған йортто һағынған. Тик ундай саҡтар кәмегәндән-кәмегән икән. Тәүҙәрәк йәй көндәре, каникул ваҡыттарында ейән-ейәнсәрҙәре килеп ярҙамлашһа, үҫә килә улары ла килмәй башлаған, ти. Тәүҙә һыйырҙарын һатырға мәжбүр булған әбей менән бабай. Һуңынан сират йылҡы малына ла еткән. Һарыҡ-кәзәләрҙе лә балалары бер йәйҙә таратып алып бөткән. Инде һарайҙа бер әтәс тә биш тауыҡ ҡына ҡалған, ти. Өй эйәһе көн дә таң менән әтәсте ҡысҡырта. Әбей менән бабай ҡыуанған булалар, ти.
Ғүмер уҙа. Бабай ҙа был донъянан китеп барған. Балалары йыйылышып әсәләрен үҙҙәренә йәшәргә саҡырғандар. Әбей ризалашмаған тәүҙә. Йәйҙе үткәрәйем әле, тигән. Ике тауыҡ баҫып сығарған себештәрҙе хәҙер өй эйәһе бер үҙе генә ҡарай икән. Әбей ашарға алып сыҡҡанын күрһә, себештәрҙе ҡыуалап алып килә. Ҡарға-һайыҫҡанды ла яҡын ебәрмәй. Ел -ямғырҙан һаҡлап, көҙгә егерме бер себеште үҫтергән, ти, былар. Элекке һымаҡ баҡса тулы емеш-еләк, йәшелсә үҫмәгәс, баҡсаны үлән баҫҡан. Өй эйәһе лә йәй буйы, үҙенә аулаҡ ҡына урын эшләп, шул үлән араһында ял итә торған булған. Көҙҙөң иң матур сағы – әбейҙәр сыуығында ла, ул баҡсала ятып ҡояш йылыһына иҙрәп йоҡлап киткән, ти. Ҡояш байыуға көндөң һалҡынайыуы өй эйәһен уянырға мәжбүр иткән. Кирелеп-һуҙылып, әбей янына киске сәйгә инәйем тиһә, ишек бикле тора икән. Күршеһенә сыҡһа, йоҙаҡ тормаҫ ине. Йыраҡҡа киттеме икән, тиеп, өй эйәһе ишектең ярығынан эскә үтһә, ни күрә: өйҙә хужабикәнең бер кейеме юҡ. Әллә ул да үлеп ҡалдымы, тиеп, өй эйәһе ел тиҙлеге менән күҙ асып йомғансы зыяратҡа барып килде, ти. Унда хужаһының ҡәберендә яңы сәскәләрҙән башҡа яңылыҡ күрмәгән. Өй эйәһе еңел һулап ҡуйған. Тик ҡайҙа булған һуң уның хужабикәһе?
Был төндө ауыл кешеләрен аптыратып, әбейҙең бушап ҡалған өйөндә төнө буйы берәү олоп-олоп илаған, ти. Өй эйәһе юғалған хужабикәһен тапмай илаған икән.
Әсәләрен үҙҙәренә алғас, буш тормаһын тип, өйҙәренә икенсе кешеләрҙе индерергә була балалары. Әммә бер кем дә ул өйҙә өс кистән артыҡ йоҡлай алмай икән. Өй эйәһе, хужабикәһе килгәнсе тип, өйгә килгән сит кешеләрҙән ҡотолоп тора, ти. Күп тә үтмәй, өйҙәренә тағы ла хужабикәнең балалары килеп тулған. Әммә яҡшы хәбәр менән килмәгән улар. Яҙҙың иң матур сағында әсәләре яҡты донъя менән хушлашҡан икән. Әбейҙең ҡырҡын уҡытҡас, өй тәҙрәләрен арҡыс-торҡос таҡталар менән ҡағып, бикләп таралышҡандар, ти.
Шулай ҙа бушап ҡалған йортто өй эйәһе ташларға ашыҡмаған. Ул һәр саҡ элекке гөрләп торған йортто һағынып илар булған. Ауыл халҡы ла инде кем илағанын аңлаған, әммә бер ни хәл итә алмаған.
Йәй үтеүгә кесе улдары атай йортон һатып ебәрә. Алыусылары ишле генә йәш ғаилә булған. Ауыл кешеләренең, был өйҙә һеҙ йәшәй алмаясаҡһығыҙ, эйәһе уҫал, тиеүҙәренә ҡарамай, өйҙө һатып алып та ҡуялар. Өй эйәһе тәүҙәрәк быларҙы йонсотоп ҡарай. Тик яңы хужабикә, йәш булыуына ҡарамаҫтан, бик аҡыллы ҡатын булып сыға. Йорттарын ипләп бөтөп, йома көндө күсенергә булғас, өйҙөң түренә талдан үрелгән, йомшаҡ мамыҡ менән тултырылған кәрзин ҡуйып, эргәһенә сынаяҡ аҫтына һөт ҡойоп ултырта ла өйҙөң эйәһен саҡыра. Теләр-теләмәҫ кенә килгән өй эйәһенән үҙҙәренең йорттарының һаҡсыһы булыуын үтенеп һорай. “Алдағы йорт хужаларына нисек тоғро хеҙмәт итһәң, беҙгә лә шулай тоғро бул, беҙгә ярҙам итеп тор. Ә беҙ һине хөрмәт итербеҙ”, - тигән яңы хужабикә. Үҙе өй эйәһен күрмәһә лә, уға табан һөт һауытын этәреп ҡуйған: “Һыйлан, дуҫҡай!” Шунан өйгә бүтәндәр ингән, ти. Өс малай ҙа дүрт ҡыҙҙары бар икән яңы хужаларҙың. Өй тағы ла шау-шыулы ауаздарға күмелгән! Өй эйәһе лә күңелләнгән. Элекке хужаларын да һағынып ала, ти.
Ысын булған хәлме? Уйҙырмамы? Тик донъя бит бер урында тормай. Бер хужалар килеп торор, икенселәре китеп торор, бәлки, шул нигеҙҙе һаҡлап тороусы өй эйәләре генә беҙҙе һағынып-юҡһыналарҙыр. Нигеҙҙәрҙе һыуытмайыҡ, Ҡото китмәһен, һирәк булһа ла ҡайтып торайыҡ...
Читайте нас: