Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Март 2020, 17:25

Тун бәләһе. Гөлли Мөбәрәкова хәтирәләренән

Атайымды шунда ултырған түрәләр менән һөйләштереп ҡарамаҡсы булып бер нисә тапҡыр: “Зинһар өсөн, берәй бәләкәй генә тун алайыҡ инде”, – тип үтенеп-үтенеп һораным. Ә ул ишетергә лә теләмәй. “Кит әл-е-е-е!” – ти ҙә ҡуя. Шулай ҙа, инәлә торғас, Сауҙа министры урынбаҫарымы, кемеһе менәндер осрашыуға күндерҙем. Бер көндө икәүләшеп министрлыҡҡа килеп, оҙон коридор буйлап үтеп, теге түрәнең ҡабул итеү бүлмәһенә яҡынланыҡ. Атайым, театрҙа сәхнәне дер һелкеткән кеше, бында килгәс, ҡойолдо ла төштө.

...Һатыу тигәс, әле бына бер ваҡиға иҫемә килеп төштө. Йәш саҡ, актриса булғас, ҡупшыраҡ та, затлыраҡ та кейенге килә. Беҙ уҡып бөтөп эшкә ҡайтҡанда, 55–56-сы йылдарҙа, матур итеп кейенерлек мөмкинлек юҡ ине: эш хаҡы ла ҙур түгел, һатып алам тиһәң, кейеме лә юҡ. Ә базаларҙа тулып ята ул әйберҙәр. Ҡулға төшөрөүҙең яйын ғына белергә кәрәк. Йылғырыраҡ кешеләр мөмкинлеген таба. Театрҙа Хөсәйен Ҡоҙашев тигән ағай эшләй ине. Уның таныштары күп. Ҡатынын да, балаларын да матур итеп кейендерә. Бер көндө ул миңә: ”Гөлли, атайың шундай кеше! Ҡайҙа барһа ла һүҙе үтә. Үҙеңә берәй матур ғына тун алдыр”, – тиеберәк кәңәш бирҙе. Сауҙа министрлығында эшләгән кешеләр менән һөйләшеп килешә алһаң, быға өлгәшергә мөмкин икән. Атайымды шунда ултырған түрәләр менән һөйләштереп ҡарамаҡсы булып бер нисә тапҡыр: “Зинһар өсөн, берәй бәләкәй генә тун алайыҡ инде”, – тип үтенеп-үтенеп һораным. Ә ул ишетергә лә теләмәй. “Кит әл-е-е-е!” – ти ҙә ҡуя. Шулай ҙа, инәлә торғас, Сауҙа министры урынбаҫарымы, кемеһе менәндер осрашыуға күндерҙем. Бер көндө икәүләшеп министрлыҡҡа килеп, оҙон коридор буйлап үтеп, теге түрәнең ҡабул итеү бүлмәһенә яҡынланыҡ. Атайым, театрҙа сәхнәне дер һелкеткән кеше, бында килгәс, ҡойолдо ла төштө. Ул кәүҙәгә олпат булды бит. Һаҡ ҡына ишекте асып инде лә, “Здравствуйте!” – тип бик итәғәтле итеп иҫәнләште. “Что вам надо?” – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе сәркәтип ҡатын. Атайым ундай мөнәсәбәтте көтмәгәс, бөтөнләй ҡаушап ҡалды. “Извините, мы должны были зайти...” тип ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ниндәй йомош менән килеүен белдерергә тырышты ул. “Сядьте, занят он!” – тип ҡысҡырҙы тегеһе. “Хорошо, хорошо”, – тип ултырғыстың ситенә генә ултырған булды атайым. Шул сама кәүҙәһе менән ултырғысҡа һыймай ҙа бит инде ул. Ә мин уның өсөн борсолоп үҙемә урын таба алмайым, атайымды ошондай уңайһыҙ хәлгә ҡуйғаным өсөн эстән генә үҙемде әрләп бер булам. Уйлап ҡараһаң, шундайын оло талант алдында кем инде ул секретарша?! Тик атайым шыбыр тиргә батты, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Бер аҙҙан теге ҡатын: “Заходите!” тип түрәнең кабинетына ымлап күрһәтте. Атайым ишеккә саҡ һыйып кабинетҡа инеп китте лә, күп тә үтмәҫтән баяғынан да меҫкенерәк хәлгә төшөп, “извините, досвидание” тип килеп сыҡты. Шунан “һинең арҡала” тип миңә төртөп ебәрҙе лә, ашығып китеп барҙы. Теге түрә үтенесен кире ҡаҡҡан икән. Кабинет хужаһы уны ошондай хәлгә ҡалдырып эстән генә тантана иткәндер, тип уйлайым мин хәҙер. Барыһын да әҙәмсә хәл итергә була ине бит. Бына бит власть кешене нимә эшләтә?!
Читайте нас: