Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Март 2020, 15:05

Ай кәмегән мәлдә нимәләр эшләргә?

Бөтәбеҙ ҙә (бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар) ай циклдарына бәйле булғас, уның кәмеү осорон дөрөҫ файҙаланыу ҡамасауламаҫ.

Ай кәмегәндә нимә эшләмәҫкә?
Ай кәмегән осор тулған айҙан яңы тыуған айға тиклем ике аҙна дауам итә. Был мәлдә тулған ай көндән-көн кәмей.
Бөтәбеҙ ҙә (бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар) ай циклдарына бәйле булғас, уның кәмеү осорон дөрөҫ файҙаланыу ҡамасауламаҫ. Был осраҡта эштәр еңелерәк барыр, тормошта тыныслыҡ, мөхәббәт, йәшәүгә дәрт артыр. Осор таҙарыныу, үҙегеҙгә ҡыуаныс килтермәгән әйберҙәрҙән ҡотолоу ваҡыты. Шуға ла был осрҙа өйҙө йыуып-таҙартыу, йорттоң энергетикаһын яҡшыртыу маҡсатында доға, мантра уҡыу, шәм яғыу, еҫле майҙар файҙаланыу яҡшы. Эш өҫтәлен, компьютерҙы кәрәкмәгән документтарҙан таҙартыу ҙа тап ошо мәлдә эшләнергә тейеш. Һаулыҡ менән бәйле процедураларға ла ай кәмегән осорҙа тотоноу күпкә отошло.