Балаларға ниндәй һүҙҙәрҙе йышыраҡ әйтергә?
Мин һине бер нигә ҡарамаҫтан яратам Асыуланған саҡта ла һине яратам Һин минән алыҫ булған саҡта ла мин һине яратам Башҡа берәй баланы һайларлыҡ мөмкинлек булһа ла, мин һине генә һайлар инем Хоҙай нәҡ һине минең балам иткән өсөн рәхмәтлемен Миңә һинең менән уйнауы оҡшаны Бөгөнгө көндөң иң матур мәле – һинең менән бергә уҙғарған ваҡыт Уларҙың тыуыу тарихы тураһында Бәпес сағында уның ниндәй булыуы һәм уны нисек яратыуығыҙ хаҡында Уға нисек исем һайлауығыҙ хаҡында Улар йәшендә үҙегеҙҙең ниндәй булыуығыҙ хаҡында Уларҙың олаталары һәм өләсәләренең нисек танышыуҙары тураһында Үҙегеҙҙең яратҡан төҫтәрегеҙ тураһында Ҡайһы берҙә һеҙгә лә ауыр булыуы тураһында Әлеге мәлдә нимә менән шөғөлләнеүегеҙ хаҡында