Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Март 2020, 15:40

Люля-кебаб рецебы

Һарыҡтың һум итен һыуған менән бергә ит турағыс аша үткәрергә, ҡуй майы (курдючный жир) ҡушырға. Фаршҡа тәмләткестәр һалып бутарға ла 20-30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.

Һарыҡтың һум итен һыуған менән бергә ит турағыс аша үткәрергә, ҡуй майы (курдючный жир) ҡушырға. Фаршҡа тәмләткестәр һалып бутарға ла 20-30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Фарштан сарделькалар рәүешндәге “люля”лар яһарға һәм шампурға ҡуйырға. Люля-кебебты утһыҙ ҡыҙыу күмерҙә ҡыҙҙыралар. Шул арала он, һыу һәм тоҙҙан ҡамыр йәйеп, плитала ләүәштәр бешереп алырға. Табынға ултыртҡан саҡта люля-кебабты әлеге ләүәш киҫәгенә төрөп бирләр, уның янына һуған һәм йәшелсә һалалар. Бер аҙ ҡыҙҙырылға помидор ҙа өҫтәргә була.
4 порция өсөн кәрәк буласаҡ: 1320 гр һарыҡ ите; 80 гр ҡуй майы; 80 гр һуған; 160 гр йәшел һуған, 180 гр он, 60 гр йәшелсә; самалап тоҙ, борос.
Читайте нас: