Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Март 2020, 17:10

Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Сәлимгәрәеванан фәһемле бер кәңәш

Рәмилә Сәлимгәрева: Йәш-елкенсәккә файҙаһы тейер, бәлки, минән бер лаҡап:

Рәмилә Сәлимгәрева: Йәш-елкенсәккә файҙаһы тейер, бәлки, минән бер лаҡап: “Хужа Насретдинға, көн дә ирем туҡмай, нимә эшләргә лә белмәйем, тип бер йәш ҡатын мөрәжәғәт иткән, ти. Аҡыл эйәһе ябай ғына һиҙәп тоттороп, ирең ҡайтыу менән ошо тылсымлы төймәне теш араңа ҡыҫтыр ҙа, ысҡындырма, тип кәңәш биргән. Һәм ҡатын шулай эшләгән дә. Ире, эй, һүгә икән быны – тегеһе өндәшмәй, тағы ла әшәкерәк һүҙҙәр яуҙыра, яуап биреүсе юҡ, ти. Йорт хужаһы уның һайын нығыраҡ ҡотора, ә ҡатын, шул тиклем яуап биргеһе килһә лә, күҙҙәренән ут-ялҡындар сәсрәп торһа ла, өнһөҙ килеш ҡала. Шунан ир кеше, кәләшкәйем, һин иҫ киткес ҙур баһаға лайыҡ икәнһең дә, ә мин, ахмаҡ, шуны белмәгәнмен, тип, уны ҡосаҡлап алған. Башҡа бер ваҡытта ла рәнйетмәгән. Был ҡатын ғүмеренең ахырынаса иренең ҡәҙер-хөрмәтенә күмелеп йәшәгән...” Бына шулай: иң ауыры – үҙ-үҙеңде еңеү. Телеңде тыя белеү... Һәммәбеҙгә лә кәрәк ул сифат. Юғиһә беҙҙең тел оҙонораҡ шул. Был дәрестең, донъя көтә башлағас, миңә лә кәрәге тейҙе. Өндәшмәгән, иллә-мәгәр аҙаҡтан: “Сәлимгәрәева, сыҙаның бит, ниндәй шәп һин, ә!” – тип үҙемде маҡтаған саҡтарым булғыланы. Хәләл ефетемдең нимәгәлер асыуланып, ҡыҙып ҡайтырын самалаһам, ҡоймаҡ ҡоя һалайым әле тип, йәһәт кенә табаға йәбешә инем. Был хәл ыҙғышты илле процентҡа кәметә.
Читайте нас: