Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Март 2020, 12:05

Иғтибар! Яңы пандемия! Яңылыҡ тиҙ арала барлыҡ мәғлүмәт каналдары аша таратыла...

Иғтибар! Яңы пандемия! Яңылыҡ тиҙ арала барлыҡ мәғлүмәт каналдары буйынса таратыла.

Иғтибар! Яңы пандемия! Яңылыҡ тиҙ арала барлыҡ мәғлүмәт сығанаҡтары буйынса таратыла.
Донъяла юғары темптар менән һау-сәләмәт кешеләр һаны арта! Ҡытайҙа йөҙәр меңләгән кеше ошо сир менән ауырый, Италия ла, Чехияла ла, Украина ла был сирҙе эләктереүселәр һаны артҡандан-арта. Сәләмәтлек вирусы донъяның барлыҡ мөйөшөндә лә бик күпләп табылған.
Сәләмәтлек вирусын йоҡторғандар бик ҡурҡыныс. Улар дарыуханаларҙа дарыуҙар һатып алмай, дауаханалар буйлап йөрөмәй, төрлө зәхмәттәр хаҡында һөйләшмәй, спорт менән шөғөлләнә, сәләмәт ризыҡ менән туҡлана, эсмәй, тартмай, наркотиктар ҡулланмай, үҙ аллы фекерләй. Улар һәр саҡ йылмая, һәм һәр ваҡыт юғары кәйефтә. Ошо сәбәпле улар фармакологияға һәм һаулыҡ һаҡлау индустрияһына ҙур зыян килтерә.
Йәмғиәтте бындай йоғошоло ауырыу менән сирләүселәрҙән ҡурсалау өсөн ҙур саралар күрелә. Сәләмәтәлек вирусына ҡаршы вакцина әҙерләнә. Зәңгәр экрандарҙан дарыуҙарҙы рекламалау ваҡыты арта, сөнки бер кеше лә үҙ аллы сәләмәт була алмауын һеңдерергә тырышалар.
Ә хәҙер иң мөһиме хаҡында. Сәләмәтлек вирусынан нисек һаҡланырға?
Әгәр ҙә янығыҙҙан һап-һау кеше йүгереп үтһә:
  1. Был кешенең сәләмәтлек вирусының ауыр төрө менән ауырыуын иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, әгәр ҙә ул йылмая икән, ауырыуы киҫкенләшкән;
  2. Үҙегеҙгә берәй яңы сир уйлап табығыҙ.
  3. Яҡындағы поликлиникаға барып килегеҙ. Ундағы барлыҡ ишек тотҡаларын тотоп сығығыҙ. Ҡулығыҙҙы йыумау хәйерле.
  4. Әгәр ҙә сәләмәтлек вирусының симптомдарын тойһағыҙ: кәйефегеҙ күтәрелһә, энергияғыҙ артһа, һеҙгә вирус йоҡҡан тигән һүҙ.
    Әммә паникаға бирелмәгеҙ!
    Тынысланығыҙ һәм барлыҡ сараларҙы күрегеҙ, дарыуханаға барып, күп итеп дарыу һатып алығыҙ һәм күпме булдыра алаһығыҙ, шунса эсегеҙ.
    Даими телевизор ҡарарға онотмағыҙ.
    Был саралар һеҙгә донъя буйлап аталған ҡурҡыныс эпидемиянан - сәләмәтлек вирусынан һаҡланырға ярҙам итер.
    Авторы билдәһеҙ.
    Читайте нас: