Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Март 2020, 15:20

Һигеҙ кейәү

Ә ҡыҙы икәү генә.

Төхфәт ағай һөйләй: “Күкрәгемдә
Оло төйөр ята, туғаным,
Һигеҙ кейәү бар барлығын да,
Ләкин береһенән дә уңманым”.
- Булған эштәр булған, – тинем уға, –
Кейәүҙәрем, тиеп көйөнмә,
Һигеҙ ҡыҙың һиңә һигеҙ яҡлап
Ярҙам итер ҡартлыҡ көнөңдә.
-Юҡ, тине ул, – ҡыҙым икәү генә –
Бибисама менән Мәрхәбә,
Ләкин мин уларҙың һәр береһенә
Туй үткәрҙем дүртәр мәртәбә.
Төхфәт ағай һигеҙ кейәүен дә
Гел рәнйеү менән хәтерләй,
Бибиенә, Мәрхәбәһенә ул
Ярты ҡыйыҡ һүҙ ҙә еткермәй.
Тимер АРСЛАН.
Фото: besplatno.okd1.ru
Читайте нас: