Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Март 2020, 19:25

Ир-атҡа ҡарата дәғүәнән азат булыу мөһим

Ай кәмегән мәл төрлө ауыр тойғоларҙан ҡотолоу осоро. Ҡатын-ҡыҙға тап ошо осорҙа ир-атҡа ҡарата булған үпкәләү тойғоһон, дәғүәләрҙе алып ташлау яҡшы

Ай кәмегән мәл төрлө ауыр тойғоларҙан ҡотолоу осоро. Ҡатын-ҡыҙға тап ошо осорҙа ир-атҡа ҡарата булған үпкәләү тойғоһон, дәғүәләрҙе алып ташлау яҡшы
Атайығыҙға, ирегеҙгә, улығыҙға һәм башҡа ир-атҡа ҡарата дәғүләрегеҙ булһа, был психик хәлдә генә сағылыш тапмай, сәләмәтлеккә лә зыян килтерә, аҡса энергияһы өсөн дә тотҡарлыҡтар тыуҙыра, йәмғиәттә уңыш ҡаҙанырға ла ҡамасаулай.
Шуға ла ул дәғүәләрҙән һуңлап булһа ла ҡотолорға кәрәк.
Атайығыҙға ҡарата булған барлыҡ дәғүәләрегеҙҙе ҡағыҙ битенә яҙығыҙ. Ул саҡта нимәләр кисереүегеҙҙе лә иҫегеҙгә төшөрөп теркәп ҡуйығыҙ. Атайығыҙға үҙегеҙҙең бала саҡтағы үпкәгеҙҙе белдерегеҙ, шул тойғоларҙы яңынан кисерегеҙ.Ә хәҙер был хәлгә бөгөнгө күҙлектән ҡарағыҙ. Атайым, уның ул саҡтағы хәле хаҡында нимәләр беләм һуң мин? Дәғүәләрем урынлымы? Был хәл мине нимәгә өйрәткән? Ошоларҙы анализлап, күңелегеҙ аша үткәргәндән һуң, атайығыҙҙы яңынан күҙ алдына килтерегеҙ һәм уға һеҙҙең мөнәсәбәттәрегеҙҙең башҡасараҡ булыуын теләүегеҙ хаҡында әйтегеҙ. Әммә нисек кенә булмаһын, уға рәхмәтле икәнегеҙҙе белдерегеҙ.
Былай тип әйтегеҙ: “ Атай, һине бөтә дәғүәләремдән, үпкәләүемдән азат итәм. Мин һине яратам! Мин һиңә рәхмәтлемен!”
Бер аҙ ваҡыт үткәс, йәнә атайығыҙҙы күҙ алдына килтерегеҙ.
Хәҙер ул һеҙҙең күҙ алдығыҙға нисегерәк булып баҫа? Уға ҡарата ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ?
Был процедураны үпкәләү тойғоһо юҡҡа сыҡҡанға тиклем ҡабатлағыҙ.
Ошо рәүешле ирегеҙгә, улығыҙға, етәксегеҙгә һәм башҡа ир-аттарға ҡарата булған дәғүәләрегеҙҙе юҡҡа сығара алаһығыҙ.
Читайте нас: