Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Март 2020, 13:40

Артыҡ түләгегеҙ килмәһә, бушлай алмағыҙ...

Был хаҡта күптәр белмәй Кеше психикаһы серҙәре

Артыҡ түләгегеҙ килмәһә, бушлай алмағыҙ...
Был хаҡта күптәр белмәй
Кеше психикаһы серҙәре
  1. Үҙегеҙгә ҡарата гел яҡшы мөнәсәбәттә булығыҙ
  2. Хаталарығыҙ, ниндәй ҙә булһа эштәрҙе үҙ мәлендә башҡармауығыҙ, нимәгәлер өлгәшә алмауығыҙ өсөн йәнегеҙ көймәһен. Кәмселектәрегеҙҙе кисерә белегеҙ. Сөнки үҙегеҙҙе ғәфү итеп, мейегеҙгә һеҙҙе хупларға, йәғни “мораль яҡлау” эҙләргә бирмәйәсәкһегеҙ.
    “Мораль яҡлау” терминын психология ғилеменә профессор Стэнфорд Келли Макгонигал тәҡдим иткән. Ул төрлө тикшеренеүҙәр ярҙамында ғәйеп тойғоһо аҫтындағы мейе әүрәткестәргә, алдатҡыстарға айырыуса бирешеүсән икәнлеген асыҡлаған. Ысынында, мейе хужаһының сәләмәтлеген генә түгел, кәйефен дә хәстәрләргә бурыслы икән. Кеше, мотивацияһын нығытырға теләп, үҙен нимәләлер ғәйепләгәндә, алама һүҙҙәр менән әрләгәндә, мейеһе бар көсөнә хужаһын дәртләндереү юлдарын эҙләй. Һәм бының өсөн иң шәп сара тип ул ҡотолорға теләгән әйберҙе һайлаясаҡ. Әйтәйек, һеҙ диетала булып та иптәшегеҙҙең тыуған көнөндә бер киҫәк торттан баш тарта алмағанһығыҙ икән, ти. Әгәр ҙә үҙегеҙҙе ошоноң өсөн ғәфү итмәһәгеҙ, мейегеҙ: “Барыбер диетаң боҙолдо, ҡалған тәмлекәстәрҙән дә ауыҙ ит инде”, – тип һеҙҙе дәртләндереүгә күсәсәк. “Мораль яҡлау” бына ошо рәүешле эш итә.
    1. “Халява” ҡапҡаны
    2. Бутиктарҙа, матурлыҡ салондарында, автосалондарҙа һеҙҙе һатыу өлкәһендә киң таралған ҡапҡан – бушлай хеҙмәт йәки ниндәйҙер ҙур булмаған бүләк һағалап тороуы ихтимал. Әйтәйек, мастер бушағансы сәй тәҡдим итеүҙәре ихтимал. Үтә күренмәле вазалағы кәнфиттәр ҙә кешене ылыҡтырыу өсөн ҡуйыла. Заказ әҙер булғансы шеф-поварҙан елле генә комплимент ишетеүегеҙ ҙә бар. Ошондай алымдар ярҙамында улар клиентта үҙҙәренә ҡарата ыңғай мөнәсәбәт тыуҙыра. Шуға ла артыҡ аҡса түләгегеҙ килмәһә, бер нәмәне лә бушлай алмағыҙ. Сөнки бүләккә бүләк менән яуап ҡайтарыу беҙҙең ҡаныбыҙға һеңдерелгән. Мейе көтөлмәгән “халяваны” нәҡ бурыс булараҡ ҡабул итә. Һәм теләйһеңме-теләмәйһеңме, был бурысты ҡайтарырға тура киләсәк.
      1. Әҙләп уҡығыҙ
      2. Уҡырға яратҡан, әммә бының өсөн ваҡыты булмаған кешеләргә кәңәш: әгәр ҙә үҙегеҙҙе китап уҡый башларға мәжүр итә алмайһығыҙ, йәки башлайһығыҙ ҙа ташлайһығыҙ икән, бер көндә уҡый алырлыҡ биттәр күләмен билдәләгеҙ. Әйтәйек, көнөнә ун бит. Мейенең ҙур күләмле эш алдындағы ҡурҡыуы кешегә китап уҡырға ҡамсаулай. Сөнки мейе оҙайлы проекттарҙы үҙ итмәй, уларға күп энергия сарыф ителә бит. Ә ун бит уны ҡурҡытмай. Китап 200-300 биттән торһа, ай дауамында – бер, йыл дауамында ун ике китап уҡыясаҡһығыҙ.
        1. Уйығыҙҙа сынығығыҙ
        2. Үҙләштерергә теләгән һәләттәрҙе күҙ алдына килтерегеҙ.
          Хыялығыҙҙы түгел, ә уны тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк сифаттарҙы күҙ алдына килтереү дөрөҫ һәм һөҙөмтәле буласаҡ. Әйтәйек, һеҙ автомобиль хаҡында хыялланаһығыҙ икән, ти. Күҙ алдына машина ғына килтерһәгеҙ, ул, ысынлап та, һеҙҙең хыялығыҙ ғына булып ҡаласаҡ. Ул машинаға өлгәшер өсөн үҙегеҙҙә ниндәй сифаттарҙы булдырырға кәрәк – бына шулар хаҡында уйлау дөрөҫ.
          Кеше мейеһе – ғәжәп нәмә. Әгәр ҙә әлеге ваҡытта нимәлер башҡарам икән тип күҙ алдына килтергән осраҡта ла, кәрәкле мускулдарға ҡан йүгерә башлай, мейе шул рәүешле уларҙы көсөргәнешкә әҙерләй. Әлбиттә, күҙ алдына килтереү менән генә мускулдарҙы нығытып булмай. Әммә был ысулдың хыялға илткән юлды ҡыҫҡартыуы ихтимал.
          1. Спротзалдан һуң хәбәр һатмағыҙ
          2. Физик күнекмә кешене ғәҙәттәгегә ҡарағанда аралашыусаныраҡ итә. Ысынлап та, бындай көсөргәнештән һуң кешенең йөрәк тибеше йышая, тын алышы көсәйә, мускулдары кислород менән тулылана, ҡул-аяҡтарына ҡан йүгерә һәм организмда башҡа төрлө физиологик әүҙемлек барлыҡҡа килә. Ә мейе был хәлде ҡурҡыныс янай тип ҡабул итә лә унан ҡасыу сараһын эҙләй башлай. Һәм, нигеҙҙә, аралашыу теләген көсәйтә. Был бәйләнештең механизмы ахырынаса өйрәнелмәгән. Шулай ҙа мейенең бындай үҙенсәлеге барлығы асыҡланған. Шуға ла артығын ысҡындырмаҫҡа теләһәгеҙ, физик күнекмәләрҙән һуң әүҙем аралашыуҙар алып бармағыҙ.
            1. Ҡулығыҙ менән ҡағылмағыҙ
            2. Аҡса сарыф итергә теләмәйһегеҙ, әммә магазиндар ҡыҙырырға әүәҫһегеҙ... Кибеттәрҙәге витриналарға, бутиктарҙағы кейемдәргә күҙ һалып йөрөгөҙ, тик бер нәмәгә лә ҡулығыҙ менән ҡағылмағыҙ. Был һеҙҙе көтөлмәгән һатып алыуҙарҙан ҡотҡарыр. Ә нимәнелер тотоп йә кейеп ҡараһағыҙ, кинәнес гормоны тип билдәләнгән дофамин эшкәртелә башлай. Ысынында, дофамин бары теләк гормоны, ул нимәнелер теләргә мәжбүр итә, әммә кинәнес тойғоһо бирмәй.
              1. Тәрилкәне ҡаплағыҙ
              2. Асығыу тоймайынса өҫтәл артына ултырмағыҙ. Һәм туйғанығыҙҙы аңлағас та тороп китергә тырышығыҙ йәки тәрилкәгеҙҙе ҡаплап ҡуйығыҙ. Был да әлеге дофамин гормоны эшкәртелеүгә юл ҡуймаҫ һәм артығын ашарға бирмәҫ.
                1. Яҡтылыҡты кәметегеҙ
                2. Йоҡларҙан сәғәт йә сәғәт ярым алда яҡтылыҡты кәметегеҙ. Орнизмдың төрлө системалары өсөн йоҡоноң йоғоноһо ҙур. Йоҡлаған саҡта йәрәхәтте уңалдырыусы, мускулдарҙы нығытыусы, артыҡ майҙы юҡ итүсе гормондар эшкәртелә. Әгәр диетала булһағыҙ, йоҡо мәлендә ябығаһығыҙ. Спорт менән шөғөлләнһәгеҙ, йоҡлағанда мускулдарығыҙ нығына. Балалар һәм үҫмерҙәр йоҡлаған саҡта үҫә. Мейе көнө буйы һеңдергән мәғлүмәт йоҡо мәлендә эшкәртелә.
                  Бөтә хикмәт шунда: мейе ут яҡтыһын – көн яҡтыһы, ҡараңғылыҡты төн тип ҡабул итә. Яҡтылыҡты кәметеп, һеҙ мейегеҙгә йоҡоға әҙерләнергә кәрәклеген аңлатаһығыҙ. Быға яуап итеп, ул үҙ сиратында мелатонин йәки йоҡо гормонын эшкәртә башлауға сигнал бирә.
                  Читайте нас: