-4 °С
Болотло
Коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау өсөн республикала төрлө саралар күрелә. Мәҫәлән, элек уҡыусыларҙың яҙғы каникулы 23 – 30 мартта булһа, быйыл 6 апрелгә тиклем оҙайтыла. Ошо йәһәттән республика Башлығы махсус ҡарар ҡабул итте, мәғариф министрына бурыстар йөкмәтелде. Уҡытыусылар дистанцион уҡытыуға әҙер булырға тейеш. Әйткәндәй, юғары һәм махсус белем биреү уҡыу йорттары ла ошо режимға күсәсәк.
Фото:mma-ufa.ru