Шоңҡар
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Март 2020, 23:25

Подъезд алдында бала табып алған...

Полиция эҙләй башлай.

Был ваҡиға күрше Һамар өлкәһендә була. 23 йәшлек ҡыҙ подъезд янында бәпес табып алдым, тип уны бала табыу йортона алып барып тапшыра. Полиция хеҙмәткәрҙәре ташландыҡтың әсәһен эҙләргә тотона. Тикшерә башлағас, улар баланы килтергән ҡатындан шикләнә, уны табиптарға тикшерергә ебәрәләр. Һөҙөмтәлә уның күптән түгел бала табыуы асыҡлана. Ул яңғыҙы 1,5 йәшлек балаһы менән декрет ялында ултырыуын, баланың атаһы ярҙам итергә теләмәүен әйтә. Ауырға ҡалыуын һуңға ҡалып белгән һәм абортҡа барыр өсөн тейешле ваҡыт үткән.

Һуңғы ваҡыттарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың сабыйҙарын ташлап китеү осрағы күбәйеүе ғәжәпкә ҡалдыра. Ярай әле был ваҡиғала әсә кеше балаһаның ғүмерен ҡыйыуға бармай. Малай һау-сәләмәт булған.

Фото: mosmonitor.ru

Читайте нас: