Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Март 2020, 20:50

Рәмил Шәмсетдинов ҡайҙа ул?

улар менән осрашыу тыйылған.

Ысынлап та, Байкал аръяғы крайында хеҙмәттәштәренә атҡан Рәмил Шәмсетдинов бөгөн ҡайҙа? Һуңғы арала уның хаҡында яҙып та бармайҙар. Һалдаттың атаһы Рәмил Шәмсетдинов улын Читалағы тикшереү изоляторында бер урынлыҡ камераға урынлаштырыуҙары хаҡында яҙа. Рәмилде Мәскәүҙән этап менән килтергәндәр. Ул үҙен яҡшы тоя, СИЗО-лағы тормошо ҡәнәғәтләнерлек. Коронавирусҡа бәйле карантин иғлан итеү сәбәпле, 3-сө апрелгә тиклем тотҡондарға әйбер килтереү һәм туғандары менән осрашыу тыйылған.

Әйткәндәй, 2 мартта Мәскәүҙә Шәмсетдиновҡа экспертиза үткәрелде һәм ул үҙ аҡылында тип танылған.

Фото: BAZA

Читайте нас: