Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Март 2020, 21:10

Тәғәйенләнешегеҙҙе табырға ярҙам итеүсе һорауҙар

Ошо һорауҙарға яуап биреп ҡарағыҙ әле. Яуаптар йөрәктән килергә һәм һеҙҙе тулҡынландырырға тейеш. Әгәр ҙә аҡылға ғына таянып яуап бирһәгеҙ, бер ниндәй ҙә кисерештәр булмаясаҡ. Һәм һеҙҙә ул маҡсатты тормошҡа ашырырлыҡ көс тә табылмаясаҡ.

Тәғәйенләнеште табырға ярҙам итеүсе һорауҙар
  1. Әгәр ҙә аҡса эшләү талап ителмәһә, нимә менән шөғөлләнер инегеҙ?
  2. Нимәне бушҡа ла эшләргә ризаһығыҙ?
  3. Ниндәй проектты тормошҡа ашырыуға тулы ышаныс менән тотонасаҡһығыҙ?
  4. Ниндәй эшмәкәрлек үҙ көсөгөҙгә, үҙ-үҙегеҙгә ышаныс өҫтәй, яңы башланғыстарға илһамландыра?
  5. Кешеләргә нимә бирергә теләр инегеҙ?
  6. Нимә тормошоғоҙға мәғәнә һәм маҡсатҡа ынтылыш өҫтәй?
  7. Һеҙҙең идеаль тормош стилегеҙ ниндәй?
  8. Бик бай кеше булһағыҙ, ниндәй йүнәлеште үҫтереү өсөн аҡсағыҙҙы йәлләмәҫ инегеҙ?
  9. Әлеге мәлдә артыҡ аҡсағыҙ булһа, нимәгә тотонор инегеҙ?
  10. Нимәне башларға теләп тә, йөрьәт итмәнегеҙ?
  11. Ошо һорауҙарға яуап биреп ҡарағыҙ әле. Яуаптар йөрәктән килергә һәм һеҙҙе тулҡынландырырға тейеш. Әгәр ҙә аҡылға ғына таянып яуап бирһәгеҙ, бер ниндәй ҙә кисерештәр булмаясаҡ. Һәм һеҙҙә ул маҡсатты тормошҡа ашырырлыҡ көс тә табылмаясаҡ.Үҙрәге һорауҙарға дөрөҫ яуаптар алыуға өлгәшһәгеҙ, үҙегеҙгә шул эш менән шөғөлләнергә рөхсәт итегеҙ. Ул эштең ҙур һәм бөйөк булыуы ла мотлаҡ түгел. Иң мөһиме, уны оло һөйөү менән башҡарығыҙ. Ә инде эске тауышығыҙға эйәрһәгеҙ, һәм юлығыҙ хаҡ булһа, һеҙгә уҡытыусылар ҙа табыласаҡ, белем дә киләсәк. Сөнки барыһы ла беҙ психологик йәһәттән әҙер булғас һәм уны тормошҡа ашырырға көсөбөҙ тупланғас ҡына килә.
    Читайте нас: