Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Март 2020, 17:55

Бөгөн яңы ай тыуҙы. Бындай саҡта нимәләр эшләмәү хәйерле?

24 мартта, йәғни бөгөн, яңы ай тыуҙы. Был осорҙа ҡояш символик рәүештә ай менән ҡушыла. Ай юҡҡа сыға һәм уны күреп булмай тиерлек. Бер нисә көн дауамында беҙҙе сәйер, ҡараңғы, айһыҙ төндәр көтә. Әммә ай тыуған саҡ алама осор тип уйларға ярамай. Әйҙәгеҙ, яңы ай тыуған мәлдә нимәләр эшләргә кәрәклеген барлап сығайыҡ. Был осорҙа беҙ апатия һәм арығанлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ. Һәм был буштан түгел. Йыһан беҙҙең бер аҙға яңғыҙ ҡалыуыбыҙҙы, донъя мәшәҡәттәренән арынып тороуыбыҙҙы теләй. Был осорҙа медитация, йога һәм башҡа практикалар менән әүҙем шөғөлләнеү яҡшы. Уларҙы тәбиғәттә башҡарыу тағы ла һәйбәтерәк. Был көндәрҙә, ғөмүмән, тәбиғәткә яҡыныраҡ булыу кәңәш ителә. Матур тәбиғәт күренештәренә ҡарап һоҡланыу, тәбиғәт менән бер бөтөнгә әйләнеү үҙенән-үҙе һеҙгә хәл өҫтәр, яңы башланғыстар өсөн көс тупланыр. Был осорҙа башҡа ваҡытта уйлап та ҡарамаған яңы үҙенсәлекле идеялар тыуыуы ихтимал. Һәм был арауыҡ яңы башланғыстар өсөн дә уңайлы осор. Шулай итеп, ял итегеҙ, китаптар уҡығыҙ, позитив музыка тыңлағыҙ. Үҙегеҙҙең тормошоғоҙ, пландарығыҙ хаҡында уйланығыҙ. Яңы тыуған ай мәлендә башҡа яҡшы идеялар килә һәм улар һәйбәт һөҙөмтәләр бирә. Был көндәрҙә айҙың йоғотоһо әллә ни ҙур түгел, шуға ла артыҡ хис-тойғоларға ла бирелеп бармаҫһығыҙ.

Читайте нас: