Күпләп аҡса килеүенә булышлыҡ итеүсе ғәмәл. Яңы ай тыуға көндә башҡарыу яҡшы.
Башта ҡыҙыл төҫтәге конверт әҙерләргә кәрәк. Унда һеҙҙең теләктәр ҡағыҙы йәки чегы һаҡланасаҡ.
Ә чек үҙе түбәндәгесә тултырыла:
Тәүге юлға үҙегеҙҙең фамилиғыҙҙы, исемегеҙҙе, атайығыҙың исемен яҙып ҡуйығыҙ.
Артабан күпме аҡса ҡабул итергә әҙер булыуығыҙҙы күрһәтегеҙ. Уны һандар менән дә һүҙ менән дә теркәгеҙ.
Һуңынан был аҡсаны ниндәй маҡсатта файҙланырға теләүегеҙҙе яҙып үтегеҙ.
Иң аҙаҡтан бөгөнгө датаны һәм имзағыҙҙы ҡуйығыҙ.
Чекты ҡыҙыл конвертҡа һалып, бер кем дә күрмәгән урынға йәшереп ҡуйығыҙ ҙа, был хаҡта онотоғоҙ.