Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Март 2020, 14:35

Ни өсөн карантин коронавирустан ҡурҡынысыраҡ була ала?

Ни өсөн карантин коронавирустан ҡурҡынысыраҡ була ала? Эпидемиолог фекере. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: редакцияның ҡарашы төрлө белгестәрҙең ҡарашы менән тап килмәүе лә ихтимал.

Ни өсөн карантин коронавирустан ҡурҡынысыраҡ була ала? Эпидемиолог фекере. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, редакцияның ҡарашы төрлө белгестәрҙең ҡарашы менән тап килмәүе лә ихтимал.
Күп илдәрҙә, шул иҫәптән беҙҙә лә карантин режимы иғлан ителде. Стэнфордтан профессор Джон Иоаннидис өйҙә ултырыу бигерәк тә балаларҙың иммунитетын тағы ла нығыраҡ ҡаҡшатыуы ихтимал, тигән фекерҙә. Мәжбүри изоляция көтөлмәгән хәлдәргә килтереүе бар, ти ул. Кешеләр бөгөн былай ҙа финанс йәһәттән ауырлыҡ кисерә. Өйҙә ултырыуға ҡарамаҫтан, барыбер аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алырға кәрәк. Шуға ла әгәр ҙә отпуск үҙ иҫәбеңә бирелһә, хәлдәр тағы ла хөртәйәсәк. Бынан тыш өйҙә эшһеҙ ултырыуҙың, шул иҫәптән файҙаһыҙ тапшырыуҙар, сериалдар ҡарауҙың психикаға алама йоғонто яһауы бар, тигән фекерҙә. Йәмәғәтселектең коронавиурсҡа ҡарата реакцияһын профессор Иоаннидис бесәйҙән ҡурҡҡан фил менән сағыштыра. "Ғәҙәти хәл-торошонан сығып, бесәйҙән ҡасайым тип, филдең ҡаянан ҡолап үлеүе лә бар", - ти ул.
Читайте нас: