Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Март 2020, 20:10

Земфира Байбулдина: "Карантин... Нисектер ҡурҡыныс та булып китә, шомлоҡ күңелдә! "

Паникаһыҙ, дуҫтар! Әйтеүе генә анһат икән! Урамда кеше юҡ. Автобустар ҙа һирәк кенә үтеп китә. Маскаһыҙ сыҡтым. Сөнки улар юҡ. Үҙебеҙгә берәй сараһын уйлап табырға тура килер инде. Карантин ... Нисектер ҡурҡыныс та булып китә, шомлоҡ күңелдә! Күптән ундай кисерештәр тоймаған инем, ниндәйҙер билдәһеҙлек солғап алды! Өйҙә ятып өйрәнмәгән кешегә ҡыйыныраҡ бирелә был карантин! Оҙаҡҡа ғына һуҙыла күрмәһен Һәр кемдең ипотека, кредит, квартплата, балалар кружоктарына түләү, дарыуға киткән аҡса һ. б. Уйламаҫҡа тырышыла... Һеҙ нисек йәшәп ятыш, йәмәғәт?

Читайте нас: