Әгәр ҙә һеҙ мөхәббәтһеҙ, аҡсаһыҙ, эшһеҙ икән, тимәк, ҡасандыр яҙҙы ҡулдан ысҡындырғанһығыҙ...
йәки кешетормошо миҙгелдәре хаҡында
Тормошта бөтә нәмә лә циклдар менән бара: ҡояш ҡалҡа һәм байый, ай тула һәм кәмей; ҡыштан һуң һәр саҡ яҙ килә, яҙҙан һуң – йәй, йәйҙән һуң – көҙ, көҙҙән һуң – ҡыш. Ошоноң ише әҙәм балаһының ғүмерендә лә миҙгелдәр алмашынып тора. Әммә һәр ҡайһыбыҙҙа улар төрлө оҙайлыҡта дауам итә, һәм барыһы ла был миҙгелдәрәҙе үҙенсә кисерә.
Көтөлмәгән хәл-ваҡиғаларға тыныс ҡарарға өйрәнеү өсөн кеше тормошондағы миҙгелдәрҙең билдәләрен белеү мөһим. Был, әлбиттә, барлыҡ күңелһеҙ ваҡиғаларҙы, ҡатмарлыҡтарҙы урап үтергә ярҙам итә тигән һүҙ түгел. Шулай ҙа һис юғында уларға әҙерләнергә һәм килеп тыуған ваҡиғаларға мөнәсәбәтте үҙгәртеүгә ярҙам итеүе бар.
Тормош миҙгелдәрен дә тәбиғәтәге ише яҙға, йәйгә, көҙгә, ҡышҡа бүлергә мөмкин. Нимә хаҡында һөйләй ула һәм был үҙгәрештәрҙе нисек аңлы рәүештә ҡабул ҡылырға?
Яҙ һәр ваҡыт беҙгә мөмкинлектәр бирә. Ниндәйҙер яңы эшкә тотоноу һәм ышаныслы рәүештә алға барыу ваҡыты ул. Тап ошо миҙгелдә беҙ көҙгөһөн йыйып аласаҡ уңыштың орлоҡтарын сәсәбеҙ.
Ғәҙәттә, яҙ бик тиҙ үтеп китә. Ул беҙҙе үҙенең матурлығы һәм хуш еҫе менән әсир итә. Шуға күрә ошо гүзәлеккә илереп, мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырыуыбыҙ бар. Яҙ беҙгә мөмкинлек бирә, әммә әүҙем хәрәкәт итергә этәрмәй. Һәм шул уҡ ваҡытта яҙғыһын һалған тырышлығыбыҙ көҙгөһөн мул уңыш йыйып алыуыбыҙға тулы ышаныс та бирмәй.
Яҙ – яңы белемгә ынтылыу, эш, йәшәү урынын алмаштырыу йәки кемдер, нимәлер хаҡында фекереңде үҙгәртеү осоро. Ә кемдәндер ниҙер көтөү һәм үҙеңде йәлләү ваҡыты түгел.
Тағы ла шуны иҫтә тоторға кәрәк: һәр яңы иртә – ул бәләкәй генә яҙ, иң яҡшы мөмкинлек, эш башлау өсөн иң уңышлы мәл.
Йәй – уңышыңды яҡлау һәм ҡурсалау ваҡыты. Үҫеш, уңыш, бәхет һәр ваҡыт көс һалыуҙы талап итә. Йәшәйеш шулай ҡоролған: көс сарыф итмәй тороп, ҡаҙаныштар яулап булмай. Барлыҡ яҡшы һәм ҡиммәт нәмә һынауҙар аша килә – был тормош ҡануны. Ошо рәүешле тәбиғәт ысынлап та лайыҡлыларҙы һайлап ала.
Сәскән орлоҡтарығыҙға ҡарата иғтибарлы һәм хәстәрлекле булғанда мул уңыш йыйып алына. Бөгөнгө тормошобоҙ ҙа – беҙҙең алдан сәскән орлоҡарыбыҙҙың уңышы. Һәм уны үҙгәртеү өсөн үҙебеҙҙең ғәҙәттәребеҙҙе, мөнәсәбәтебеҙҙе, фекеребеҙҙе, һөнәребеҙҙе, йәшәгән урыныбыҙҙы хатта ҡайһы берҙә аралашыу даирәбеҙҙе, дуҫтарыбыҙҙы үҙгәртеү талап ителә.
Тормошта ҡаршылыҡтар даими осрап торасаҡ. Тик һәр осраҡта ла иң мөһиме – беҙҙең был хәлгә ҡарата булған мөнәсәбәтебеҙ. Үҙ мөмкнлектәргеҙгә шикләнмәгеҙ, үҙегеҙҙе хөрмәт итегеҙ. Йыйып аласаҡ уңышығыҙ хаҡында үҙ мәлендә хәстәрлек күрегеҙ.
Көҙ – тантаналар мәле. Тап ошо миҙгел кемдең яҙғыһын нисек тырышыуын, йәйгеһен нисек эшләүен күрһәтә.
Ни сәсһәң – шуны урырһың, тиҙәр. Ысынлап та, донъяға нимә бирһәк, ул беҙгә кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Ҡылған ғәмлдәребеҙгә генә түгел, уйҙарыбыҙға ла ҡағыла был.
Көҙгө уртаса уңыш – яҙғы уртаса хеҙмәттең һөҙөмтәһе. Ҡайһы берҙә эш барышында ниндәйҙер үҙгәрештәр индерергә кәрәклеген аңларһығыҙ. Был иһә орлоҡ ултыртҡан тупраҡтың уңдырышлы түгеллеген һәм шул сәбәпле уны икенсе урынға күсереп ултыртыу кәрәклеген аңлап ҡалыуға тиң. Үҫентеләрҙе тулыһынса күсереү еңел генә түгел. Әммә бер урында оҙаҡ ҡалыу һеҙгә тағы ла ҙурыраҡ ауырлыҡтар килтереүе ихтимал.
Ҡыш та, яҙ кеүек үк, тормоштоң төрлө мәлендә башланыуы ихтимал. Йәйгеһен килеп, уңышыбыҙҙы юҡҡа сығара, яҙғыһын килеп, беҙҙең мөмкинлекте тартып алыуы бар. Һәм беҙгә тағы ла бер йыл көтөргә тура килеүе ихтимал.
Тормоштоң иң мөһим дәрестәренең береһе – ҡыштың ҡасан да булһа мотлаҡ килеүен аңлау. Һәм ул беҙгә ауырлыҡтар, һынауҙар, күңел төшөнкөлөгө, яңғыҙлыҡ, ғәҙелһеҙлек алып киләсәк.
Ҡыш беҙҙе һәр ваҡыт ике хәлдең береһендә тап итәсәк: әҙербеҙме беҙ быға әллә юҡмы? Ҡышҡылыҡҡа әҙер кешеләр өсөн ул тағы ла бер мөмкинлек миҙгеленә әүереләсәк.
Ҡыш ул – һөҙөмтәләр яһау һәм ваҡиғаларҙы ҡабаттан баһалау, ҡараштарҙы үҙгәртеү, үҙеңде һәм тирә-йүндәгеләрҙе өйрәнеү миҙгеле. Күңелеңдәге тойғоларҙы ҡасан белдерергә, ҡайһы осраҡта өндәшмәй тороу хәйерле икәнен аңлау өсөн дә бирелә ул. Үҙгәрештерҙе кисектереп булмауҙы аңлау осоро ла, ниндәйҙер яңы әйбергә өйрәнеү, планлаштырыу, киләһе яҙға көс туплау мәле лә был. Ҡышҡа ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булыуыбыҙ һәм уны нисек үткәреүебеҙ киләсәк яҙҙа нимәләр башҡарыубыҙҙы билдәләй.
Ҡыш – ул үткәндә ҡылған ғәмәлдәр һөҙөмтәһендә йәки бер нәмә лә эшләмәү арҡаһында барлыҡҡа килгән хәл. Әгәр ҙә һеҙ мөхәббәтһеҙ, аҡсаһыҙ, эшһеҙ икән, тимәк, ҡасандыр яҙҙы ҡулдан ысҡындырғанһығыҙ. Бәхетһеҙлек йыш осраҡта кешенең үҙенә бәйле. Үҙ ғазаптарыбыҙ төп сәбәпсеһе лә бары үҙебеҙ генә.
Ҡышҡыһын киләһе яҙға пландар ҡороғоҙ. Ул үкенестәр мәленә әүерелмәһен. Бәхеткә ынтылығыҙ, булған уңышығыҙ өсөн рәхмәт тойғоһонан яҙмағыҙ.
Әлбиттә, йыл миҙгелдәрен кеше тормошо миҙгелдәре менән сағыштырыу метафора ғына. Әммә тәбиғәттәге кеүек үк, кеше тормошонда ла ҡыштың февралдең һуңғы көнөндә тамамланасағына, ә ҡояштың беҙ көткәнсә сағыу балҡыясағына тулы ышаныс юҡ. Ҡайһы берҙә ҡыш бик оҙаҡҡа һуҙыла, йәй ҙә беҙ көткәнсә ҡояшлы ғына булып тормай.
Үрҙә билдәләп үтеүебеҙсә, тормош циклдрын өйрәнеүҙең төп сәбәптәренең береһе – үҙеңде көтөлмәгән хәлдәрҙән күңел ҡайтыуына, ауыр ғазапҡа тарыуға юл ҡуймауға әүҙерләү. Әле тормошоғоҙҙоң ниндәй этабын кисерһәгеҙ ҙә, әҙәм йәшәйешендә лә, тәбиғәтәге кеүек, миҙгелдәр барлығын һәм уларҙың береһенең дә мәңгелек түгел икәнлеген аңлау зарур.