Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Март 2020, 15:55

Кеше йылы

Ауыр тынлыҡ урынлашты. Күрәһең, әҙәм затынан булмаһалар ҙа, кеше хәленә инә беләләрҙер. Хәйер, дөрөҫ һүҙгә яуап та юҡ инде. Әммә йолаға әйләнеп килгән ғәҙәткә лә хыянат итергә ярамай. Оҙаҡ уйлаһаң, юғарылар үҙҙәре ҡарар сығарып ҡуйыуҙары ла бар (аҡыллы уйлағансы, иҫәр эшен бөтөргән тип тә әйтәләр), шуға киләһе яңы йылды Көтөүсе йылы тип иғлан итергә булды сит планета вәкилдәре.

Нимәнән ҡурҡаһың, шул алдыңа килә, тигәндәре хаҡтыр. Нисә йылдар күңелендә йөрөгән шомло ҡурҡыу әле килеп ысынбарлыҡҡа әйләнде. Үҙенән рөхсәт тә һорап тормай Ғәҙелбайҙы кәңәшмәгә саҡырҙылар. Йәнәһе лә, киләһе йылдың нисек булырын күҙаллау өсөн уның фекерен белгеләре килгән, имеш. “Минән ниндәй кәңәшсе сыҡһын, кеше алдында ауыҙ күтәреп хәбәр һөйләп, сығыш яһағаным юҡ. Ябай бер көтөүсемен. Ана, исмаһам, урамыбыҙҙың депутаты, минең тиңдәш Сәмейҙе саҡырығыҙ,” – тип ҡаршылашыуына: “Беҙгә тап һинең кеүек, суррогат араҡынан айҙар дауамында алйып-бәлйеп йөрөмәгән, үҙ яғына бармағы кәкре булмаған ғәҙел кешенең фекере кәрәк”, – тип ай-вайына ла ҡарамай алдылар ҙа киттеләр. Осороп. Сит планета вәкилдәре, әлбиттә, осраған берәүгә бындай ҡәҙер-хөрмәт күрһәтмәйҙәрҙер бит, тип эстән генә маһайыбыраҡ килгән ҡарттың ишетәсәктәре алда ине. Кәңәшмә башланыр-башланмаҫтан: “Ғәҙелбай Игелекович, киләһе йылды Кеше йылы тип иғлан итеүгә һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?” – тигән һорауҙы ишеткәс, бына-бына хаҡлы ялға сығып, әҙәмсә ял итермен, кешесә йәшәй башлармын тип өмөт итеп йөрөгәндә, пенсия йәшенең артыуына былай ҙа аптырап, ауыр эштән бәлйерәп йөрөгән ҡартҡа етә ҡалды. Ҡапыл күҙ алдары ҡараңғыланып, быуындары ҡалтырап китте. Кипкән телен саҡ-саҡ әйләндереп: “Нисек инде Кеше йылы?” - тип кенә һорай алды. “Шулай, Кеше йылы,” – тине инопланетяндар. - Һеҙҙә һәр яңы йыл һайын йә берәй һөнәргә, йә мәңгелек ҡиммәттәрҙе һаҡлауға, яҡлауға
арналған йылдар була бит. Беҙ ҙә үҙ-ара кәңәшләштек тә, быйыл Рәсәйҙә Кеше йылы итеп иғлан итергә ҡарар иттек.
-Бының нимә менән бөтөрөн әҙерәк күҙ алдына килтерәһегеҙме? – тине үҙен ҡулға алырға өлгөргән ҡарт. – Бик булмаһа хәтерегеҙгә төшөрәйем. “Уҡытыусы йылы” килә! Белем үрҙәренә этәреүсе һөнәр эйәләренә ҡәҙер-хөрмәт хәҙер икеләтә артыр, хеҙмәт хаҡтары ла юғары баһаланыр тип өмөт иттек. Нимә менән тамамланды? Тап шул осорҙа мәктәптәр ябыла башланы, эш хаҡтары кәмене, бик күптәре ҡыҫҡартыуға эләкте. Үҙ урындарында ҡалыу “бәхете йылмайғандары” иһә 45 минутлыҡ бер дәрестә ике класҡа бергә һабаҡ бирә, йыл әйләнәһенә бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ эштәренән башын да күтәреп ала алмай. Ә ҡулына яңы ғына диплом алған йәш белгестәр прилавка арттарына торорға мәжбүр, йә уҡыуына күрә лайыҡлы хеҙмәт хаҡын эҙләп ситкә сығып китә. Һуңынан мәҙәниәт, әҙәбиәт йылдары килде... Был ваҡытта ла ауылдарҙа бик күп мәҙәниәт йорттары ябылды. Хәҙер кистәрен урам буйҙарына сыҡҡан, шунда үҙ-ара танышып ғаилә ҡорған йәштәр ҙә юҡ тиерлек. Тиҫтерҙәре менән бергә күңел асырға урын булмағас, ҡайҙа барһындар? Ултыралар инде, виртуаль донъяла бер ваҡытта бишәүһе-унауһы менән яҙышып, әммә һәр береһе яңғыҙы мендәр ҡосаҡлап йоҡлай. “Әҙәбиәт йылы” килгәс инде, ниһайәт, күҙгә күренеп шиңеп барған рухиәтебеҙ ҡабаттан тергеҙелер тип шатландыҡ. Быныһы ла киреһенсә килеп сыҡты. Ярҙам итер урынға ярҙан ғына еттеләр. Китапханалар ябылды, ундағы рухи аҙыҡ, хазина – китаптар теләһә ҡайҙа таратылды, бик күптәре яндырылды йә сүплеккә ырғытылды.
Йыл аша тиерлек тәбиғәтте йәки тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арналған йылдар иғлан ителеп тора. Һөҙөмтәһе ҡайҙа? Үҙебеҙ ташлаған сүп-сарҙан үҙебеҙ күмелә башланыҡ. Ә ер аҫты байлыҡтары, ҡомартҡыларыбыҙ сит ҡулдар ҡулына күсә...
Тамағына тығылған әсе төйөр көтөүсегә артабан һөйләргә ирек бирмәне. Ҡарттың хәлен аңлап тегеләр ҙә шымып ҡалды. Кеше затынан булһалар, телмәрең оҙаҡҡа һуҙылды тип шыш та быш һөйләнә, йөҙҙәренә ризаһыҙлыҡ күләгәләре сығара башларҙар ине. Былар – түҙемле. Хәйер, сәғәтле эшкә иртә таңдан тороп йүгермәһәләр, тығындарҙа тормаһалар, кисен эш сәғәтен көскә көтөп алып, аҙаҡ икенсе смена – донъя мәшәҡәттәренә сумыуҙан азат булһалар, киләһе эш хаҡына тиклем кемдән һоранырға тип баш ватмаһалар – нервылары ла ныҡлылыр.
Үҙенә бирелгән һыуҙы эсеп, бер тына тынып торғас, Ғәҙелбай ҡарт йәнә телгә килде:
Хәҙер килеп Кеше йылы, имеш. Сығарылған закон-ҡанундар былай ҙа шул ябай халыҡты юҡҡа сығарырға, булғанды ла нисек бөтөрөргә, нисек сит-яттар ҡулына һатып тиҙерәк туйыу тураһында ғына уйлап ултырыуға ҡоролған кеүек бит тегендәге йомро баштарҙың бар эштәре. Ауылдарҙа иһә эшһеҙлектән нишләргә белмәй, ғаилә йылыһында, ир, ҡатын ҡуйынында ятырлыҡ бик күп ауыл йәштәре суррогат араҡы йәки башҡа техник ҡалдыҡтарҙы йыуыр өсөн сығарылған нәмәләрҙе эсеп үлеп бөтөп бара, шул арҡала ғәрип, ауырыу балаларҙың һаны артҡанда һеҙҙе был ҡарарға нимә этәргәндер, аңламайым, - тип һүҙен йомғаҡланы ҡарт көтөүсе.
Ауыр тынлыҡ урынлашты. Күрәһең, әҙәм затынан булмаһалар ҙа, кеше хәленә инә беләләрҙер. Хәйер, дөрөҫ һүҙгә яуап та юҡ инде. Әммә йолаға әйләнеп килгән ғәҙәткә лә хыянат итергә ярамай. Оҙаҡ уйлаһаң, юғарылар үҙҙәре ҡарар сығарып ҡуйыуҙары ла бар (аҡыллы уйлағансы, иҫәр эшен бөтөргән тип тә әйтәләр), шуға киләһе яңы йылды Көтөүсе йылы тип иғлан итергә булды сит планета вәкилдәре.
Читайте нас: