“Сәләмәтлектәр бөтөп торғанда шифа булырлыҡ дарыуҙарын күрһәтеп бирмәй тороп, Аллаһ бер кемгә бер ниндәй ауырыу бирмәй”, - тигән пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм.
Ниндәй генә ауырыуҙар булмаһын, барыбер Аллаһ уларҙы дауалау юлдарын, дауалау алымдарын күрһәтеп, аңлатып биргән.
Тағы ла әйткән ул: ”Дауаланығыҙ, һауығырға ашығығыҙ, Аллаһ бер сир бирә икән, унан ҡотолоу юлын да бирмәй ҡалмай. Бер генә ауырыуға дауа юҡ. Ул - ҡартлыҡ”, - тигән.
Ауырыуҙарҙан һаҡланыуҙың иң отошло юлы иһә – күркәм холоҡ. Әҙәп менән йәшәү, пакланып ҡына тороу, зарарлы нәмәләрҙән ситтәрәк йөрөү, хәләл ризыҡ.