Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Март 2020, 15:40

Һөйөнсө! "Шоңҡар"ҙың яңы һаны донъя күрҙе!

Һөйөнсө! “Шоңҡар”ҙың яңы һаны донъя күрҙе. Был һаныбыҙ ҙа уҡымлы мәҡәләләргә, әңгәмәләргә, сәсмә һәм шиғри әҫәрҙәргә бай! Бына уларҙың ҡайһы берҙәре:1 . “Шоңҡар" журналы үҙенең һәр һанында тиерлек иҫбатлай килгән "Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй" тигән мәҡәлдең иҫкелеген, актуаль түгеллеген бына йәнә лә бер миҫал менән нығыта, дуҫтар! Миҫалдың да аҫылы бит әле – Регина доктор. Инстадонъяла ул Өфөнөң иң билдәле кешеһе тип һанала. Регина әйткән һүҙ – хаҡ, Регина тәҡдим иткән тауар – хит, Регина ҡул тейҙергән йүнәлеш – тренд! Тәжрибәле терапевт, нефролог, диетолог, ISD халыҡ-ара диетологтар ассоциацияһы ағзаһы, үҙ исеме менән аталған билдәле һаулыҡ мәктәбенә нигеҙ һалыусы, Инстаграмда миллион ярым яҙылыусыһы булған битләү хужабикәһе, "Ҙур ҡалала туҡланыу" һәм "Мин татлыны яратмайым" исемле бестселлер китаптар авторы, өс бала әсәһе Белорет ҡыҙы Регина Ахунйәнова менән әңгәмә һәммәһе өсөн дә фәһемле булыр.2. Доцент, Косой, Хмырь, Василий Алибабаевич... Ошо ҡушаматтарҙы телгә алғас, кем хаҡында һүҙ барғанын, моғайын, шәйләгәнһегеҙҙер. Эйе, былар барыһы ла — беҙ яратып ҡараған “Уңыш джентльмендары” (“Джентльмены удачи”) комедияһы геройҙары. Төрлө мутлыҡ ҡылып, төрмәгә эләккән Василий Алибабаевичтың образы бигерәк тә ҡыҙыҡ килеп сыҡҡан. Ә шул ролде башҡарған актер Раднэр Моратовтың беҙҙең яҡташ булыуы хаҡында күптәр белмәйҙер әле. Уның атаһы Зиннәт Моратов – Саҡмағош районының Яңы Ҡалмаш ауылынан. Журналда ошо билдәле актер хаҡында ла бик ҡыҙыҡлы мәҡәлә бар.3. Яҙғыһын кешелә гормондар менән бәйле холоҡ үҙгәреше күҙәтелә. Әйтәйек, ғашиҡ булыу, ҡапыл енси дәрт уяныу. Был күбеһенсә йәштәргә ҡағылһа ла, йыш ҡына өлкәнерәк кешеләрҙе лә урап үтмәй. Тик, гормондар шауҡымы һөҙөмтәһендә, аҡылыңды юғалтып, ашҡыныуға бирелмәү мөһим. Юғиһә ахыры хәйерһеҙ булыуы ихтимал. Ана шул хәйерһеҙ осраҡтарҙың береһе – венерик сирҙәр йоҡтороу ихитмаллығы. Был йәһәттән табип-дерматовенеролог Ғәлиә Төхвәтуллинаның кәңәштәре йәштәр өсөн фәһемле булыр тигән фекерҙәбеҙ.4. Лира Яҡшыбаеваның дин ғилеме эйәһе Ғабдрахман Рәсүлев хаҡында яҙмаһын да күптәр мауығып уҡыр. 5. Үҫмер сағында мунсала аңғармаҫтан түшен ҡайнар һыуға бешергән ҡыҙ баланың яҙмышы нисек булып бөтөр? Ул үҙен нисек бар шулай ҡабул итә алған мәңгелек йәрен осратырмы? Таңһылыу Вәлиеваның “Йән яраһы” тип исемләнгән хикәйәһе берәүҙе лә битараф ҡалдырмаҫ.Бынан тыш төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙанған йәш замандаштарыбыҙ менән әңгәмәләр ҙә, төрлө сетерекле мәсьәләләрҙе күтәргән яҙмалар ҙа, ауыл ипотекаһы хаҡында бик ентекле мәғлүмәт тә, тормошсан тарихтар ҙа, файҙалы кәңәштәр ҙә бар яңы һаныбыҙҙа.Ҡыҫҡаһы, кинәнеп уҡырлыҡ мәҡәләләр етәһе “Шоңҡар”ҙа. Яҙҙырығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ!


Һөйөнсө! “Шоңҡар”ҙың яңы һаны донъя күрҙе. Был һаныбыҙ ҙа уҡымлы мәҡәләләргә, әңгәмәләргә, сәсмә һәм шиғри әҫәрҙәргә бай! Бына уларҙың ҡайһы берҙәре:
1 . “Шоңҡар" журналы үҙенең һәр һанында тиерлек иҫбатлай килгән "Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй" тигән мәҡәлдең иҫкелеген, актуаль түгеллеген бына йәнә лә бер миҫал менән нығыта, дуҫтар! Миҫалдың да аҫылы бит әле – Регина доктор. Инстадонъяла ул Өфөнөң иң билдәле кешеһе тип һанала. Регина әйткән һүҙ – хаҡ, Регина тәҡдим иткән тауар – хит, Регина ҡул тейҙергән йүнәлеш – тренд! Тәжрибәле терапевт, нефролог, диетолог, ISD халыҡ-ара диетологтар ассоциацияһы ағзаһы, үҙ исеме менән аталған билдәле һаулыҡ мәктәбенә нигеҙ һалыусы, Инстаграмда миллион ярым яҙылыусыһы булған битләү хужабикәһе, "Ҙур ҡалала туҡланыу" һәм "Мин татлыны яратмайым" исемле бестселлер китаптар авторы, өс бала әсәһе Белорет ҡыҙы Регина Ахунйәнова менән әңгәмә һәммәһе өсөн дә фәһемле булыр.
2. Доцент, Косой, Хмырь, Василий Алибабаевич... Ошо ҡушаматтарҙы телгә алғас, кем хаҡында һүҙ барғанын, моғайын, шәйләгәнһегеҙҙер. Эйе, былар барыһы ла — беҙ яратып ҡараған “Уңыш джентльмендары” (“Джентльмены удачи”) комедияһы геройҙары. Төрлө мутлыҡ ҡылып, төрмәгә эләккән Василий Алибабаевичтың образы бигерәк тә ҡыҙыҡ килеп сыҡҡан. Ә шул ролде башҡарған актер Раднэр Моратовтың беҙҙең яҡташ булыуы хаҡында күптәр белмәйҙер әле. Уның атаһы Зиннәт Моратов – Саҡмағош районының Яңы Ҡалмаш ауылынан. Журналда ошо билдәле актер хаҡында ла бик ҡыҙыҡлы мәҡәлә бар.
3. Яҙғыһын кешелә гормондар менән бәйле холоҡ үҙгәреше күҙәтелә. Әйтәйек, ғашиҡ булыу, ҡапыл енси дәрт уяныу. Был күбеһенсә йәштәргә ҡағылһа ла, йыш ҡына өлкәнерәк кешеләрҙе лә урап үтмәй. Тик, гормондар шауҡымы һөҙөмтәһендә, аҡылыңды юғалтып, ашҡыныуға бирелмәү мөһим. Юғиһә ахыры хәйерһеҙ булыуы ихтимал. Ана шул хәйерһеҙ осраҡтарҙың береһе – венерик сирҙәр йоҡтороу ихитмаллығы. Был йәһәттән табип-дерматовенеролог Ғәлиә Төхвәтуллинаның кәңәштәре йәштәр өсөн фәһемле булыр тигән фекерҙәбеҙ.
4. Лира Яҡшыбаеваның дин ғилеме эйәһе Ғабдрахман Рәсүлев хаҡында яҙмаһын да күптәр мауығып уҡыр.
5. Үҫмер сағында мунсала аңғармаҫтан түшен ҡайнар һыуға бешергән ҡыҙ баланың яҙмышы нисек булып бөтөр? Ул үҙен нисек бар шулай ҡабул итә алған мәңгелек йәрен осратырмы? Таңһылыу Вәлиеваның “Йән яраһы” тип исемләнгән хикәйәһе берәүҙе лә битараф ҡалдырмаҫ.
Бынан тыш төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙанған йәш замандаштарыбыҙ менән әңгәмәләр ҙә, төрлө сетерекле мәсьәләләрҙе күтәргән яҙмалар ҙа, ауыл ипотекаһы хаҡында бик ентекле мәғлүмәт тә, тормошсан тарихтар ҙа, файҙалы кәңәштәр ҙә бар яңы һаныбыҙҙа.
Ҡыҫҡаһы, кинәнеп уҡырлыҡ мәҡәләләр етәһе “Шоңҡар”ҙа. Яҙҙырығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ!
Читайте нас: