Өфө районында йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау буйынса яңы дауахана төҙөү эше башлана.
25 мартта Республика хакимиәте премьер-министры урынбаҫары Өфө районының Зубово ауыл советы биләмәһендә яңы дауахана төҙөү хаҡында күсмә кәңәшмә үткәрҙе.
- Коронавирус инфекцияһы таралыу тиҙ арала саралар күреүҙе талап итә, - тине Андрей Назаров. – Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, Өфө районында тиҙ арала 520 урынлыҡ дауахана төҙөләсәк. Бында коронавирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙы дауалаясаҡтар. Уны төҙөү өсөн ярты йыл самаһы ваҡыт талап ителәсәк. Әммә беҙ был бурысты тиҙерәк атҡарып сығырға тейешбеҙ.
“Коронавирус инфекцияһы Башҡортостанда май-июнь айҙарында бик көслө булыуы ихтимал. Шуға ла был осорҙа беҙҙең дауалау өсөн өҫтәмә мөкинлектәр булһын. Башҡортостан коронавирус инфекцияһын еңеп сығасаҡ, был ауырыуҙан үлеүселәр булмаҫ тип ышанабыҙ ”, - тине вице-премьер.