Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Март 2020, 14:05

Өфөлөләр, ауылға ҡайтмағыҙ, зинһар!

Гөлназ Ҡотоеваның инстаграмдағы битләүенән“Миланда йәшәүсе ватандашыбыҙ, табип Минзифа Теүәлбаева мөрәжәғәте: “Килеп етте был афәт Башҡортостанға ла... Иң ҡурҡҡаным шул ине. 4 кеше уже. Беҙҙә лә бер кешенән башланғайны... Паникаға бирелмәйенсә бөтә һаҡланыу сараларын ҡулланып, ныҡ таралыуға форсат бирмәгеҙ инде.Мин бөгөн һеҙгә ҙур үтенес менән мөрәжәғәт итәм. Өфөлә йәшәүсе кешеләр, йәштәр, студенттар! Һәр кемдең ауылда йәшәүсе ата-әсәһе өләсәһе һәм ҡартатаһы йә туғандары бар. Вирус таралған ваҡытта йөрөмәгеҙ, ҡайтмағыҙ ауылға, үҙегеҙ ҙә белмәйенсә, алып барып йоҡтороп китмәгеҙ. Өлкән йәштәге кешеләр өсөн ныҡ хәүефле икәнен аңлағанһығыҙҙыр инде.Европа больницалары еңә алмаған инфекцияны беҙҙең район, участка дауаханалары еңә алырмы икән? Италияла карантин башланғас күп кешеләр, эшләмәгән саҡта мөмкинлек менән файҙаланып ҡалыу маҡсатында, ата-әсәһе янына барып, уларға вирус йоҡторҙолар. Һуңынан улар мәрхүм булғас, үкенеп илайҙар.Фәһем алайыҡ. Ауылдарыбыҙҙы карантинға ябайыҡ үҙебеҙ. Телефон, интернет аша хәлдәрен белешәйек, 1- 2 ай күрешмәйек, һуңынан ҡурҡыныс бөткәс ҡыҫып ҡосаҡлап күрешербеҙ, туйғансы һөйләшербеҙ Аллаһы бойрһа!!! Минең дә өлкән йәштәге атайым менән әсәйем йәшәй ауылда. Һаулыҡта күрешергә насип булһын инде тип теләйем көн дә... Һаҡланығыҙ һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Гөлназ Ҡотоеваның инстаграмдағы битләүенән
“Миланда йәшәүсе ватандашыбыҙ, табип Минзифа Теүәлбаева мөрәжәғәте:
“Килеп етте был афәт Башҡортостанға ла... Иң ҡурҡҡаным шул ине. 4 кеше уже. Беҙҙә лә бер кешенән башланғайны... Паникаға бирелмәйенсә бөтә һаҡланыу сараларын ҡулланып, ныҡ таралыуға форсат бирмәгеҙ инде.
Мин бөгөн һеҙгә ҙур үтенес менән мөрәжәғәт итәм. Өфөлә йәшәүсе кешеләр, йәштәр, студенттар! Һәр кемдең ауылда йәшәүсе ата-әсәһе өләсәһе һәм ҡартатаһы йә туғандары бар. Вирус таралған ваҡытта йөрөмәгеҙ, ҡайтмағыҙ ауылға, үҙегеҙ ҙә белмәйенсә, алып барып йоҡтороп китмәгеҙ. Өлкән йәштәге кешеләр өсөн ныҡ хәүефле икәнен аңлағанһығыҙҙыр инде.
Европа больницалары еңә алмаған инфекцияны беҙҙең район, участка дауаханалары еңә алырмы икән? Италияла карантин башланғас күп кешеләр, эшләмәгән саҡта мөмкинлек менән файҙаланып ҡалыу маҡсатында, ата-әсәһе янына барып, уларға вирус йоҡторҙолар. Һуңынан улар мәрхүм булғас, үкенеп илайҙар.
Фәһем алайыҡ. Ауылдарыбыҙҙы карантинға ябайыҡ үҙебеҙ. Телефон, интернет аша хәлдәрен белешәйек, 1- 2 ай күрешмәйек, һуңынан ҡурҡыныс бөткәс ҡыҫып ҡосаҡлап күрешербеҙ, туйғансы һөйләшербеҙ Аллаһы бойрһа!!! Минең дә өлкән йәштәге атайым менән әсәйем йәшәй ауылда. Һаулыҡта күрешергә насип булһын инде тип теләйем көн дә... Һаҡланығыҙ һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Читайте нас: