Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Март 2020, 21:29

Бөйөрөк

Хужалар өйҙә булмай сыҡты. 11-12 йәштәр тирәһендәге ҡыҙ ап-аҡ онға батып картуфтан бөйөрөк бешерә. Өҫтәлдәге ҡаҡашып ҡатҡан бысраҡлыҡты күреп, ҡатындың йөрәге болғанды. Был ҡыҙсыҡтың атаһы ла, әсәһе лә эсә икәнен белә ине инде, шуға күрә уларҙың әлеге ваҡытта ҡайҙалығын аңлауы ҡыйын булманы.



Улар юл ыңғайы иренең бергә эшләгән иптәшенә һуғылырға булды. Оҙон йәйге көн, отпускылар ваҡыты, ҡабаланыр урын юҡ. Буяу төҫө күрмәгән ҡапҡа алдына килеп туҡтанылар. Өйҙәре лә совхоз төҙөгән ике яҡлы - ике хужалы өй. Бәләкәс ҡыҙҙарына машинала ултырып торорға ҡушып (өйҙә булһалар алып инерҙәр әле), машинанан сыҡтылар. Урам эсендә тәртипһеҙлек. Асыҡ тәҙрәнән танауҙы ҡытыҡлап тәмле бөйөрөк еҫе аңҡыуы ғына был өйҙә кеше йәшәүен белдерә. Тупһанан бысраҡ башлана, аяҡ кейемен сисеп ыҙаламайҙар бында.
Хужалар өйҙә булмай сыҡты. 11-12 йәштәр тирәһендәге ҡыҙ ап-аҡ онға батып картуфтан бөйөрөк бешерә. Өҫтәлдәге ҡаҡашып ҡатҡан бысраҡлыҡты күреп, ҡатындың йөрәге болғанды. Был ҡыҙсыҡтың атаһы ла, әсәһе лә эсә икәнен белә ине инде, шуға күрә уларҙың әлеге ваҡытта ҡайҙалығын аңлауы ҡыйын булманы. Ҡатын ирен тиҙерәк сығырға ҡабаландырҙы. Ҡыҙсыҡ уларҙы атаһын көтөргә, бөйөрөк менән сәй эсергә ихлас саҡырһа ла, үтеп торманылар, машинала ҡалған ҡыҙҙарына һылтанып, сығыу яғына ашыҡтылар. Ҡуҙғалдыҡ тигәндә ҡапҡала баяғы ҡыҙсыҡ күренде. Йүгереп килеп асыҡ тәҙрә аша машиналағы бәләкәс ҡыҙға ике бөйөрөк тотторҙо. "Ашап бар" - тине ихлас йылмайып. Машина эсенә тәмле еҫ таралды. Ҡуҙғалып киттеләр. Алда ултырған әсәй кеше көҙгө аша ҡыҙының бөйөрөк ашарға йыйыныуын күрҙе лә, уның нисегерәк, ниндәй шарттарҙа бешерелеүен иҫенә төшөрөп: "Ашама! - тине ҡәтғи генә. - Ташла тәҙрәнән". Ҡыҙ ни эшләргә белмәй туҡтап ҡалды, күҙенә йәш төйөлдө. "Ташла тинем мин һиңә! Ул бысраҡ!" - тип ҡабатланы әсәй кеше. Ҡыҙсыҡ ултыра бирҙе: күренеп тора, уның бик тә ашағыһы килә. "Ашаһын, икмәктең ниндәй бысрағы булһын!" - тип яҡлашты атай кеше. Әсә өндәшмәне, көҙгө аша ҡыҙын ғына күҙәтте. Ә ҡыҙсыҡ атаһының һүҙҙәренән һуң йылмайып ебәрҙе, әсәһенән йәшереп кенә бөйөрөктө умырып тешләне...
Читайте нас: